Веселин Топалов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Топалов, Веселин" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

06:29, 20 сентябрь 2020 өлгөһө

Веселин Александров Топалов (15 март 1975 йыл) — болгар шахматсыһы, гроссмейстер (1992), FIDE версияһы буйынса шахмат буйынса донъя чемпионы (2005). Әүҙем, сағыу уйын стиле вәкиле.

Биография

Веселин Топалов 1975 йылдың 15 мартында Русела тыуа. 8 йәштән шахмат уйнарға өйрәнә һәм һәм арала уңышҡа өлгәшә. 1989 йылда Пуэрто-Рико ул 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы исемен яулай. 1990 йылда Сингапурҙа Топалов 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында икенсе урын ала. 1992 йылда Топалов гроссмейстер була.

1994 йылдың 6 декабрендә 31-се Мәскәү шахмат олимпиадаһында донъя чемпионы Гарри Каспаровты еңә һәм Михаил Чигориндың символик клубы ағзаһы була. 2015 йылдың 16 июнендә менән, донъя чемпионын Магнус Карлсенды еңгәндән һуң, донъяла дүрт донъя чемпионын еңгән берҙән-бер шахматсы булып тора.

1990 йылдар уртаһынан Топалов донъяның иң көслө гроссмейстерҙары төркөмөнә инә. Партия ваҡытында Топалов һәр ваҡыт көрәшкә туплана, компромисһыҙ уйын алып бара, ҡыҫҡа ваҡытта тигеҙ иҫәпкә уйнамай, хатта ҡаралар менән уйнағанда ла еңеү өсөн генә уйнай.

Веселин Топалов түбәндәге турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһай: Мадрид (1996) — 1-2-се урын, Амстердам — 1-2-се урын, Лион — 1-2-се урын, Новгород — 1-се урын, Вена — 1-3-сө урын, Дос-Эрманас — 1-3-сө урын.

1999 йылда Вейк-ан-Зеяла Гарри Каспаровтан еңелә. Был партия шахмат тарихында иң матуры тип һанала[1][2].

2002 йылда Дортмундта болгар гроссмейстеры дәғүәселәр матчында уйнау хоҡуғына өлгәшә. Был матч еңеүсеһе Профессиональ шахмат ассоциацияһы версияһы буйынса Владимир Крамник менән донъя чемпионы исеме өсөн көрәшергә тейеш була. финалда Веселин Топалов Леко Петерға 1,5:2,5 (+1-2=1) иҫәбе менән еңелә.

2005 йылда Вейк-ан-Зеяла Топалов Леко Петер һәм Вишванатан Анандтан ҡала, турнирҙа ҡаралар менән уйнап Владимир Крамникты 20 йөрөштән еңеп, өсөнсө урынға лайыҡ була.

2005 йылда Линареста, һуңғы турҙа Каспаровты еңеп, икенсе тигеҙ мәрәйҙәр йыйып (12 мөмкинлектән 8) менән турнир еңеүсеһе Гарри Каспаровтан өҫтәмә күрһәткестәр буйынса ғына ҡалышып, икенсе урын ала.

2005 йылдың майында Топалов София ҡалаһында үткән бик көслө турнирҙа (XX категория) Анандты бер мәрәй өҫтөнлөк менән еңә.

2005 йылдың 1 июлендә Веселин Топалов ФИДЕ рейтингында Ананд менән тиң — 2788 пункт рейтингына эйә була. Болгария шахматсылары араһында был иң юғары рейтинг.

2005 йылдың 28 сентябренән 16 октябргә тиклем Аргентинаның Сан-Луис ҡалаһында ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы исеменә матч-турнир уҙа. Топалов унда 14 мөмкинлектән 10 мәрәй йыйып, беренсе урын ала һәм ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ була. Әммә Топалов уйын барышында Rybka көслө компьютер программаһының ярҙамы менән ҡулланған тигән фараз тыуа. Һуңыраҡ был ғауға тына.

  1. Garry Kasparov vs Veselin Topalov (1999) Kasparov's Immortal
  2. Champion Kasparov&Apos;S In A League Of His Own - Sun Sentinel