Литюшкин Пётр Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Литюшкин Петр Николаевич''' (2 март 1951 йыл ) — совет һәм КПСС|..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

04:51, 19 сентябрь 2020 өлгөһө

Литюшкин Петр Николаевич (2 март 1951 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдан 1994 йылға тиклем Мәләүз халыҡ депутаттарының ҡала советы рәйесе — Мәләүз ҡалаһы администрацияһы башлығы.Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Литюшкин Пётр Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Вознесенка, Ғафури ауыл Советы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты

Биографияһы

Литюшкин Петр Николаевич 1951 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Вознесенка ауылында тыуған. Милләте буйынса рус , юғары белемле — 1979 йылда Силәбе политехник институтын (хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт университеты) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1968 йылда Ҡфҡ индустрия техникумын тамамлағас, слесарь булып башлай. 1972 йылда «Башкирстройтранс» автобазаһында слесарь, мастер, инженер, эксплуатация начальнигы булып эшләй. 1981—1990 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы «Башавтотранс» автоколоннаһы начальнигы, директоры. 1990 йылдан 1994 йылға тиклем Мәләүз халыҡ депутаттарының ҡала советы рәйесе — Мәләүз ҡалаһы администрацияһы башлығы. [1] Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

«», «»

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар

Мәләүез ҡалаһы, 9-сы Завод һайлау округы