20 сентябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
* [[Ибраһим Абдуллин]] (1920—9.07.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан [[башҡорт]] яҙыусыһы, драматург. 1949 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]] (1985), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1980) һәм [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] (1966) ордендары кавалеры.
* [[Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы]] (1935—3.01.2007), [[мәҙәниәт]] һәм [[сәнғәт]] эшмәкәре. 1966 йылдан [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] режиссёры, бер үк ваҡытта 1971 йылдан [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]] уҡытыусыһы, профессор. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Туймазы районы]] [[Үрге Бишенде]] ауылынан.
* [[Неволин Аркадий Иванович]] (1940), [[Инженерлыҡ эше|инженер]]-механик. 1963—1996 йылдарҙа [[Белорет металлургия комбинаты]]эшсеһе — вальце-токаретокарь, 1971 йылдан слесарь, 1974 йылдан — цех начальнигы ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981), һәм [[Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ]] премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге [[Силәбе өлкәһенеңөлкәһе]]нең [[Златоуст]] ҡалаһынан.
* [[Япаров Инбер Мөхәммәт улы]] (1950), ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1990), доцент (1994).
* [[Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы]] (1960), ғалим-[[Экология|эколог]], юғары мәктәп уҡытыусыһы. [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]]ның (2012) һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/20_сентябрь» битенән алынған