Воронцовский Николай Владимирович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Воронцовский, Николай Владимирович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

04:51, 17 сентябрь 2020 өлгөһө

Воронцов Николай Владимирович (1837-1886) — хирург, Мәскәү университеты профессоры.

Биографияһы

Кологрив өйәҙ училищеһында һәм Кострома губерна гимназияһында уҡый, уны тамамлағас Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә. Курсты табип дәрәжәһе менән тамамлай (1858), унан һуң күпмелер ваҡыт үҙ алдына белем алыу менән шөғөлләнә. 1866 йылда полиция дауаханаһына штаттан тыш ординатор булып эшкә инә. Бер аҙҙан һуң Мәскәү университетының оператив хирургия кафедраһына ассистент итеп ҡабул ителә, прозектор ярҙамсыһы итеп (1867) тәғәйенләнә. «О приостальной уранопластике при врождённых расщеплениях твёрдого нёба» темаһына диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһе ала (1870)[1]. Приват-доцент булып һайлана, десмургия һәм быуын сығыу һәм һыныу тураһында ғилем курсы уҡый

Доцент булып раҫлана (1872). А. П.Расцветов киткәндән һуң (1876), оператив хирургия һәм хирургик анатомияның бөтә бүлектәрен уҡый. Оператив хирургияның экстраординар профессоры (1879). Ауырыуы сәбәпле эштән китә (декабрь 1885)[2].

Мәскәү хирургтары йәмғиәтенә[3] нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Дүрт студент стипендияһына аҡса (1886), шулай уҡ студенттар медицина китапханаһы төҙөүгә һәм кәрәк-ярағына (10800 һум), изге Татиана сиркәүенә (3 мең һум)[4] капитал иғәнә итә. Үҙенең китапханаһын һәм мөлкәтен Мәскәү университетына васыят итә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Воронцовский, Николай Владимирович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Горбунова Е. Ю. Благотворители и меценаты в истории Московского университета / редактор: В. И. Тропин. — М.: Издательство Московского университета, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-211-05745-6.
  • Фёдоров В. А. ВОРОНЦОВСКИЙ Николай Владимирович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 138. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар

  • Воронцовский Николай Владимирович (рус.). Летопись Московского университета. Дата обращения 1 февраля 2017.ронцовский Николай Владимирович (рус.). Летопись Московского университета. Дата обращения 1 февраля 2017.