Карнавал: өлгөләр араһындағы айырма

күп халыҡ ҡатнашлығында урамдарҙа үтә торған сағыу байрам
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Карнавал" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:38, 16 сентябрь 2020 өлгөһө

Карнава́л (франц. саrnаval - итал. саrnevalенан, лат. сarrus navalis «карап арба» тигәндән килеп сыҡҡан; халыҡ этимологияһында һуңғы осор лат. саrnе «ит» + vale «хуш»)Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш. — кейенеүҙәр, маскарадтар һәм сағыу биҙәктәргә күмелгән йөрөштәр менән бәйле байрам, Бөйөк Ураҙа алдынан билдәләнә. Көнсығыш славяндарҙың Масленицаһына йәки католик славяндарҙың Мясопустына оҡшаш. Башлыса католик илдәрҙә таралған.

Венецияла карнавал. Италия, 2004
Дюнкеркта карнавал. Франция, 2008

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр карнавалды Рим сатурналияларына ялғай[1]. Көнбайыш Европала карнавал мәҙәниәтенең үҫеше юғары Урта быуаттарҙа ҡалаларҙың үҫешенә бәйле була. XII быуатта Алйоттар байрамы һәм Ишәк байрамы тигән ҡала «халыҡ-дини» байрамы тураһында беренсе мәғлүмәттәр теркәлә.

Карнавалдар тәүләп Италияла барлыҡҡа килә — бында Венеция карнавалдары үткәрелә. Унан һуң Францияға, иң аҙаҡ Германияға күсә.

Традицион Ачиреале карнавалы — Сицилияла иң билдәлеһе

Байрам итеү

 
Ян Миль. Римда карнавал, 1653. Прадо

Халыҡ байрамдары формаһы ғәҙәттә байрамдың рәсми булмаған икенсе яртыһында үтә. Ә беренсе яртыһында ҡайһы бер дини йолалар ҙа башҡарыла. XVIII һәм XIX быуаттарҙа ғына улар айырыла ла карнавал күңел асыуҙың бер төрө булараҡ йәшәй башлай.

Һәр карнавалдың төп өлөшө — ҡаланың төп урамдары буйлап үтеү. Уның төп мотивы — Бөйөк Ураҙа алдынан туйап ҡалыу өсөн муллыҡ. Ауыл хужалығы ризыҡтары ҙур өйөмдәр булып ята, һәр кемде һыйлайҙар. Карнавал төп фигура — мәрәкәсе.

Һәр ҡалала карнавал күп йылдар буйы барлыҡҡа килгән сценарий буйынса үтә. Карнавал башында ғәҙәттә ҡаланың сауҙагәрҙәр корпорациялары тора. Мәҫәлән, Нюрнбергтағы май сабыу карнавалын — ит етештереүселәр корпорацияһы, ә Францияла шарапсылар корпорацияһы ойоштора.

Донъялағы иң таныҡлы карнавал Рио-де-Жанейрола үтә. Был киң күләмле байрамды йыл буйы әҙерләйҙрә, унда махсус ҙур командалар ҡатнаша, уларҙың сығыштарына баһа ҡуйыла, Бразилияға бөтә донъянан туристар йыйыла.


Рәсәйҙә Петр һәм Екатерина карнавалдары билдәлелек яулай. Хәҙерге Рәсәйҙә, Көнбайыш Европа илдәренә эйәреп, карнавалдар ҡайһы бер ҡалаларҙа ҡала көнө байрамының бер өлөшө булараҡ үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Әҙәбиәт