Боровиченко Мария Сергеевна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
4 юл:
 
== Биографияһы ==
Мария Боровиченко 1925 йылдың 21 октябрендә) [[1923 йыл]]да [[Киев]] ҡала һыҙаты составына ингән Мышеловка ауылының Мышеловская урамындағы 26-сы йортта тыуа (хәҙер Квитка-Основьяненко урамы). Иртә әсәйһеҙ ҡала, әсәһенең туғаны Евдокия Андреевна Бурлацкая инәйе тәрбиәһендә үҫә. 1933 йылда 122-се киев урта мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. 1941 йылда 8 йыллыҡ белемле ҡыҙ шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай.
 
1941 йылдың авгусында, немец ғәскәрҙәре Киевҡа килеп терәлгән саҡта, Мария генерал Александр Ильич Родимцев командалығындағы 5-се һауа десантсылар бригадаһы штабына үҙ теләге менән санитар итеп алыуҙарын үтенә. 11 августа бригада штатына ҡабул ителә, ә 13 августа инде, Киев ауыл хужалығы институт территорияһында барған һуғыш ваҡытында үҙенә йөкмәп 8 яугирҙе сығара һәм комбат Симкинды ҡотҡарғанда ике немец һалдатын атып үлтерә. Яугирҙәр араһында Боровиченко ''Мышеловка Машенькаһы'' исеме менән билдәле була.
12 юл:
1941 йылдың 6 ноябрендә идара 5-се һауа-десант бригадаһы вдбр идаралығы 87-се уҡсылар дивизияһы идаралығы булараҡ киңәйтелә, ә 1942 йылдың 19 ғинуарында 87-се уҡсы дивизияһы 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртелә.
 
1942 йылдың йәйендә Гутрово ауылы янындағы алыштарҙа санитарка ҡалған яугирҙәр менән бергә атакаға күтәрелә, ә дошман һалдаты ҡулынан пистолетын һуғып төшөргәс, улъя трофейный автоматты эләктереп алып, дүрт немецты атып үлтерә. Родимцев дивизияһы менән бергә Боровиченко [[Волгоград|Сталинградҡа]], тиклем сигенә һәм [[Сталинград алышы|Сталинград ҡаты алышында]] әүҙем ҡатнаша.
 
1943 йылдың йәйендә генерал Родимцев корпусы, гитлер частары [[Курск|Курскиға]] үтергә маташҡан ерҙә, Обоянь эргәһендә ҡаты һуғыш алып барған. Шунда гвардия [[өлкән сержант]]ы исеменә лайыҡ Машенька лейтенант Корниенконы кәүҙәһе менән ҡаплап ҡотҡара һәм дошман танкыһына граната ырғыта. Снаряд ярсығы туранан-тура йөрәгенә эләгә. Был хәл 14 июлдә Ивнянский районы Орловка ауылы (хәҙерге [[Белгород өлкәһе]]) янында була. Орловка ауылында ерләнә.