Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
Театр [[1938]] йылдың [[14 декабрь|14 декабрендә]] тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б. Вәлиева, Ш. Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль — Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһын күрһәтә.
 
М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистар труппаны тулыландыра. [[1941]] йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, [[Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы|З. Насретдинова]], Х. Сафиуллин, Ф. Саттаров килә.

1944 йылдың мартында Өфөлә «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») беренсе башҡорт балетының премьераһы уҙа (Л. Степанов һәм [[Заһир Исмәғилев|З. Исмәғилев]] музыкаһы, балетмейстеры [[Анисимова Нина Александровна|Н. А. Анисимова]]).

Театр эргәһендәге балет студияһында [[Рудольф Нуриев]] шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев [[1953]] йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана.
 
[[1993]] йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә [[Нуриев Рудольф Хәмит улы|Р. Нуриев]] исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә.