Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры — версиялар араһындағы айырма

(аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт)
 
== Фестивалдәр ==
[[1991 йыл]]дан алып Өфөлә Галина Александровна Бельская башланғысы менән «Шаляпинские вечера в Уфе» исеме аҫтында йыл һайын опера сәнғәте фестивалдәре үткәрелә башлай, фестиваль Рәсәй һәм сит ил ткеатрҙары опера йондоҙҙары ҡатнашлығында уҙғарыла. Фестивалдең барлыҡҡа килеүе идеяһы [[Шаляпин Фёдор Иванович|Федор Шаляпинды]]ң Өфөлә 1890 йылдың 18 декабрендәге опера дебюты (Ст. Монюшконың «Галька» операһында Стольник партияһы) менән бәйле. Фестиваль сиктәрендә башҡорт опера һәм балет театры сәхәнәһендә СССР-ҙың халыҡ артистары [[Архипова Ирина Константиновна|Ирина Архипова]], Пьявко Владислав һәм [[Мария Биешу]], [[Ҙур театр|Ҙур]] һәм Мариин театрҙары солистары, ә шулай уҡ [[Һарытау]], [[Һамар]], Пермь һәм башҡа Рәсәй ҡалалрынан музыкаль театрҙары ҡатнаша. 2001 йылдың декабрендә юбилейлы — иҫәбе буйынса унынсы фестиваль үткәрелә. Ул [[Верди]]ның «Травиата» операһы премьераһы менән итальян телендә асыла.
 
[[1993 йыл]]дың мартынан алып [[Рудольф Нуриев]] исемендәге балет сәнғәте фестивалдәре уҙғарыла. Беренсе фестиваль [[ЮНЕСКО]] ҡарамағындағы Халыҡ-ара театр институтының бейеү комитеты почетлы президенты, Париж Бейеү Академияһы ағзаһы, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]], СССР һәм [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы]] [[Григорович Юрий Николаевич|Юрий Григорович]] тәҡдименә ярашлы ойошторола һәм уның «Григорович-балет» труппаһы ҡатнашлағында үтә.
18 230

үҙгәртеү