12 сентябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
21 юл:
* [[Ғәзизов Таһир Хәсән улы]] (1935— 28.11.2010), ғалим-[[Химия|химик]]. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан фәнни үҙәгенең [[Органик химия|Органик]] һәм [[физик химия]] институты хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1986 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1992—2002 йылдарҙа [[Татарстан Республикаһы]] Фәндәр академияһының бүлек начальнигы. Химия фәндәре докторы (1986). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Бөрйән районы]] [[Иҫке Монасип]] ауылынан.
* [[Исламғолова Ынйы Әхмәт ҡыҙы]] (1935), [[Педагогика|педагог]]-методист. 1963—1973 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты методисы. [[РСФСР]]-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]]нең Сабаҡлы ауылынан.
* Хисмәтуллин Йәмил Ғәтфән улы (12.9.1940), урман белгесе. 1963—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә-урман хужалығы эшсеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан механизацияланған отрядтың тракторсы-машинисы. РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Кедровка ауылынан.
}}</onlyinclude>
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/12_сентябрь» битенән алынған