Жан-Поль Бельмондо: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
ә →‎Ижады: clean up using AWB
32 юл:
1957 йылда уның иң тәүге роле булып «Мольер» фильмендағы роле торған, ләкин уның ҡатнашлығындағы күп кенә эпизодтары кино сығыр алдынан ғына бөтөнләйе менән ҡырҡып ташланған. Уның әһәмиәтле ролдәренең береһе булып, уның [[Ален Делон]] һәм Анри Видалдәр менән бергә «Матур бул һәм өндәшмә» (1958) фильмындағы уйнаған роле торған. 26 йәшлек актёр Жан-Люк Годарҙың "Һуңғы һулыш"та фильмында вайымһыҙ елғыуар Мишель Пуакарҙың ролен башҡарып, донъя кинематографына үҙенең ҙур өлөшөн индергән.
 
Бер йылдан һуң ул үҙенең авторитетын, Витторио Де Сиктың «Ике ҡатын-ҡыҙ» фильмында «[[Оскар]]» америка премияһына лайыҡ булған [[Софи Лорен]] менән бергә уйнап, нығытып ҡуйған. Ул үҙенең иң яҡшы тип табылған ролдәрен «Яңы тулҡындағы» француз режиссерҙарыныңрежиссёрҙарының фильмдарындә уйнаған, әйтәйек, шул уҡ Годарҙың «Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде», 1961), Луи Маляның «Оғоро», 1967), Франсуа Трюффоның «Миссисипи сиренаһы», 1969), Клод Шабролдың «Доктор Пополь», 1972), Ален Рененың «Стависки», 1974) фильмдарында.
 
Голливуд боевиктары һәм комедияларының француздарса аналогы булған коммерция проектлы фильмдарҙа Бельмондо төҙәлмәҫлек авантюрист сифатында бик күп етди, характерлы ролдәр башҡарған, тик уларҙың ҡайһы берҙәре тәнҡитселәр тарафынан бик үк уңышлы тип табылмай ҡалған. Мәҫәлән, «Вариҫ» фильмында ул атаһы менән ҡайнатаһы араһындағы ыҙғыштың сәбәбен асыҡлай аласаҡ бик бай вариҫ Барт Корделдың ҡабатланмаҫ образын ижад иткән. 1974 йылда ул публикаға тағы ла бер сағыу характерлы кеше ролен — иң юғары француз даирәләрендә йөрөүсе авантюрист Антуан Ставискиҙы, еврей сығышлы Рәсәй эмигрантын, — сығарған.
38 юл:
Феериялы һәм гротеск менән һуғарылған «Профессионал» (1981) фильмында ул, Жосс Бомондың персонажын ижад итеп, үҙ карьераһында ҙур ҡаҙанышҡа ирешә.
 
Бельмондо Францияла иң күп аҡса эшләгән актёрҙарҙың береһе. Ул Ален Делон кеүек, үҙенең фильмдарын тиҙерәк сығарыу маҡсатында, Cerito (был уның оләсәһенең ҡыҙ фамилияһы)компанияһын үҙ аҡсаһына аса һәм унда 1986 йыл үткәнсе эшләй. Театр сәхнәһенә ул тик 1987 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан һәм театрҙағы эштәрен киноларҙа ролдәр башҡарыу менән бер рәттән алып барған. 1995 йылда уның «Ситләтелгәндәр» (реж. Клод Лелюш) фильмында башҡарған роле тураһында кино тәнҡитселәре бик матур итеп яҙып сыҡҡандар. 2001 йылда актёр инсульт кисерә һәм шунлыҡтан театрҙа һәм кинола эшләүен туҡтатырға мәжбүр булған. 2008 йылда 75 йәшлек Бельмондо яңынан кино төшөрөү майҙансығына кире ҡайта. Ул был юлы режиссеррежиссёр Франсис Юстерҙың «Кеше һәм уның эте» фильмында уйнаған. «Пари-матч» журналына биргән интервьюһында Бельмондо үҙенең был фильмда уйнауы тураһында былай тип әйтә: «Мин быға тиклем 95 фильмда төшөп, театрҙа 40 роль ижад итһәм дә, был фильмда ҡатнашҡанымды үҙемдең иң бәхетле саҡтарым тип иҫәпләйем, сөнки был фильм минең быға тиклем төшкән фильмдарымдан нигеҙҙә бик ныҡ айырылып ятҡан эш тип иҫәпләйем».
 
2015 йылдың февралендә Бельмондо кинола үҙ карбераһының тамаланыуы тураһында публикаға иғлан итә.