Нәфис әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Драма: clean up using AWB
 
13 юл:
 
=== Драма ===
Драма — боронғо [[грек теле]]ндәге «δρᾶμα» һүҙенән алынған, [[урыҫ теле|урыҫсаға]] «деяние», «действие» тип тәржемә ителһә, [[башҡорт]]са туранан-тура ауҙарғанда «эш», «эш итеү», «хәрәкәт» тигәнгә тура килә. Хәҙерге телдә башлыса алда һөйләнәсәк мәғәнәлә — әҙәбиәт төрөнөң атамаһы — булараҡ ҡулланыла. Шулай итеп, эпос һәм лирика менән бер рәттән, драма — нәфис әҙәбиәт төрө булып ҡаралһа ла, бер үк ваҡытта ике сәнғәткә – нәфис әҙәбиәткә һәм театрға ҡарай. Драма авторҙың тышҡы донъяны һүрәтләүен сағылдыра, эпостан айырмалы һөйләп биреү түгел, диалог формаһына нигеҙләнгән. Тәүгеләрҙән айырмалы рәүештә, драма әҫәре сәхнәлә уйнау өсөн тәғәйенләнә. Уның тексы персонаждарҙың репликаһы (бер актерҙыңактёрҙың һүҙҙәренә икенсеһенең яуабы), авторҙың әҫәрҙә һүрәтләнгән эш-хәлдәргә ара-тирә биргән аңлатмаларынан һәм персонаждарға ҡағылған иҫкәрмәләренән тора. Ваҡиғалар ағышы күренештәргә бүленеп бирелә.
 
Дөйөм алғанда, диалог формаһында яҙылған һәр әҙәби әҫәр драмаға ҡарай, шулай итеп, нәфис әҙәбиәт төрө итеп тикшергәндә, уға комедия, трагедия, фарс, водевиль, трагикомедия һәм мелодрама инә. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, драма үҙенең башланғысын бик борондан ала. Бер-береһенән айырмалы уны боронғо [[гректар]], [[һиндтәр]], [[ҡытайҙар]], [[япондар]] һәм башҡа халыҡтар булдырған.
 
Драматург үҙ әҫәрен башлыса театрҙа сәхнәләштереү өсөн ижад итә. Унда тамаша мәғәнәһен көсәйтеү өсөн актерҙарҙыңактёрҙарҙың үҙ-үҙен тотошо, уларҙың ым-хәрәкәттәре, ишаралары, шулай уҡ тексты нисек яңғыратыуы алғы планға ҡуйыла. Сәхнәнең дөйөм биҙәлешенә лә етерлек дәрәжәлә иғтибар бирелә. Драма әҫәрен тулы мәғәнәһендә сәхнәләштереү өсөн уны ҡуйыусы режиссеррежиссёр менән актерҙарҙыңактёрҙарҙың ижади берҙәмлеге булыуы мотлаҡ.
 
Нәфис әҙәбиәт төрө булараҡ драма әҫәрҙәрен ижад итеүсе билдәле драматургтар иҫәбенә төрлө заман донъя әҙәбиәте вәкилдәре [[Эсхил]], [[Софокл]], [[Еврипид]], [[Уильям Шекспир|Шекспир]], [[Расин]], [[Мольер]], [[Һенрик Йоһан Ибсен|Ибсен]], [[урыҫ теле|урыҫ]] яҙыусылары [[Александр Грибоедов]], [[Николай Гоголь]], [[Александр Островский]], [[Чехов Антон Павлович|Антон Чехов]], совет әҙәбиәтенән [[Максим Горький]] һәм башҡаларҙы, башҡорт драматургтары [[Ибраһим Абдуллин]], [[Нәжиб Асанбаев]], [[Әнғәм Атнабаев]], [[Әсғәт Мирзаһитов]], [[Флорид Бүләков]]ты индерергә була.