Башҡорт уғы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Тарих: clean up using AWB
21 юл:
Башҡорт яҙыусыһы [[Яныбай Хамматов]] «Төньяҡ амурҙары» дилогияһын яҙған ваҡытта [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары юлынан үтә<ref name="Башҡортостан">{{cite web |url=http://bashgazet.ru/obshestvo/6447-tnya-amuraryny-yau-yuldary-ni-yly.html|title=«Төньяҡ амурҙары»ның яу юлдары ни һөйләй?|date=2012-12-19|publisher=[[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]]|accessdate=2015-08-17}}</ref>. Яныбай Хамматов [[Веймар]] ҡалаһы архивында булғанда, унан йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Шварца коммунаһында бер тарихи уҡ һаҡланыуы хаҡында белә. Коммунаға килгәс тә ул бының шаһиты була — сиркәүҙә яҙыусыға баш бармаҡ йыуанлығындағы уҡты күрһәтәләр. Уҡтың оҙонлоғо бер метр һәм ул ныҡ тутыҡҡан була. Уҡ әҙип килерҙән бер ай алда ғына сиркәү башняһында торған урынынан ысҡынып төшкән. Унда элек ҡәҙимге башҡорт уғы ҡаҙалып торған. 1819 йылда ағас уҡ сереп килеп төшкәс, урынына ошо ҡорос уҡты ҡуйғандар<ref>{{статья|автор= Кауфман М.|заглавие = Башкиры в Германии|ссылка = http://vatandash.ru/index.php?article=2311|язык = |издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|тип = |год = 2013|том = |номер= 7|страницы= |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>. Әммә уны Хамматовтың күҙ алдында ҡайтанан күтәреп, элекке урынына нығытып ҡуялар. Уҡҡа ауыл халҡының мөнәсәбәтен 1980 йылда «Киске Берлин» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә бер ни ҡәҙәр асыҡлай булырға тейеш. Ундағы һүрәт аҫтына «Был уҡты амурҙар түгел, башҡорт һуғышсылары атҡан» тип яҙылған була. Гәзиттең шундай аңлатма биреүендә тәрән мәғәнә бар. Шварца ауылы халҡы ла уны тиккә генә ҡәлғә архивында ҡәҙерләп һаҡламай. Уның өсөн был ҡомартҡының амурҙар атҡан уҡ булыуы ҡиммәт<ref name="Башҡортостан" />.
 
Ҡорос уҡ күп йылдар сиркәү манараһын биҙәп тора. 2013 йылдың сентябрендә Германияла [[Лейпциг]] ҡалаһы янындағы Халыҡтар һуғышы — [[Европа]]ны [[Наполеон I Бонапарт|Наполеон]] илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 200 йыллы билдәләнә. Был ваҡиғала башҡорт диаспораһы вәкилдәренән торған делегация ҡатнаша. Делегация составында Ирек Байышев, тарихсы Рәмил Рәхимов, командир Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә «Башҡортостан Республикаһының «Любизар» беренсе атлылар полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары, режиссеррежиссёр һәм журналист, «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы авторы Нәсүр Йөрөшбаев һәм башҡалар булды<ref>{{cite web |url=http://www.bashinform.ru/bash/585643/?sphrase_id=231764#ixzz3IgpMWl|title=Башҡорт яугиры уғының яңы күсермәһе Германияның Шварца ҡалаһы сиркәү көмбәҙен биҙәйәсәк|date=2013-10-31|publisher=[[Башинформ|ИА «Башинформ»]]|accessdate=2015-08-17}}</ref>. Немец яғы, үҙ сиратында, Наполеонды еңеүҙең 200 йыллығына һәм башҡорт яугирҙарының [[Рәсәй әрмеһе сафында башҡорттар|сит ил походтарында]] ҡатнашыуы хөрмәтенә ҡорос уҡты алтынға алыштырырға ҡарар итте<ref>В городке Шварц, область Тюрингия Германия проходит реконструкция церкви где в куполе находится железная копия стрелы башкирского воина. При реконструкции немецкая сторона решила заменить копию железной стрелы на золотую. Данная цель связанна с 200 летием увековечевании победы союзных войск над Наполеоном и участии башкирского народа в заграничном походе</ref><ref>[http://www.lubizar.ru/news/rekonstrukciya-cerkvi-v-g-shvarc Реконструкция церкви в г. Шварц]</ref>. Сиркәү стенаһына ҡуйылған алтаҡтаны Азат Ҡужин биҙәй. Ал таҡтаны һәм алтын уҡты ҡуйыу сығымдары Ирек Байышев иҫәбенә башҡарыла.
 
== Галерея ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт_уғы» битенән алынған