Пушкин Лев Анатольевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Пушкин, Лев Анатольевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:08, 8 сентябрь 2020 өлгөһө

Пушкин Лев Анатольевич (1870-1920) — 1914-1917 йылдарҙа Ырымбур вице-губернаторы, Батша һарайы камергеры. Александр пПшкиндың Болдино имениеһының һуңғы хужаһы.

Биографияһы

Пушкиндарҙың Түбәнге Новгород тармағы нәҫеленән. Земство начальнигы Анатолий Львович Пушкиндың (1846-1903) һәм уның ҡатыны Александрова Ольга Александровнаның (1852-1884) улы. А. С. Пушкин яҡын туғаны.

Николаев кавалерия училищеһын 1892 йылда тамамлағандан һуң корнет чинында 42-се драгун полкына ебәрелә[1]. Тиҙҙән Гродно Лукоянов өйәҙе буйынса лейб-гвардия гусар полкына күсерелә. 1896 йылдың 2 декабрендә гвардия кавалерия запасына сыға. 1897 йылдың 28 ғинуарында Лукоян өйәҙенең 2-се участка земство начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә шул уҡ йылдың 25 июлендә запастағы поручик итеп үрләтелә.

1906 йылдың 19 февралендә Лукоян өйәҙе дворяндары етәксеһе итеп һайлана.Болдино имениеһы хужаһы булараҡ 1899 йылдан уны дәүләткә һатырға теләй. 1904-1908 йылда крәҫтиән сыуалыш барлыҡҡа килгәндән һуң алпауыт имениеһы яҙмышы хәүефләндерә башлай, һәм, ниһайәт, имениены ҡаҙнаға 30 мең һумға һатып алына[2].

1910 йылдың 2 ноябрендә - Рогачев өйәҙе дворяндары башлығы, ә 1914 йылдың 5 авгусында — Ырымбур вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә, һәм әлеге вазифала Февраль революцияһына тиклем ҡала. Тулы хоҡуҡлы статский советник (1913 йылдың 6 декабре) чинына тиклем үрләй, батша һарайындағы камергер званиеһына лайыҡ була (1913). 2-се дәрәжә Изге Анна һәм 4-се дәрәжә Изге Владимир ордендары менән бүләкләнә (1911).

1917 йылда революцион халыҡтан туҡмала. Аҡ армияЫрымбурҙы яулағандан һуң улар менән Себергә китә. Адмирал Колчак ярҙамы менән Японияға дауаланыуға ебәрелә. 1919 йылдың йәйендә Владивосткка әйләнеп ҡайта, унда ул медицина докторы С. М. Блюменфельд клиникаһында дауалана, ә һуңынан госпиталдә Диңгеҙ госпиталендә. 1920 йылдың 19 ғинуарында вафат була[3]. Владивостоктың Покровка зыяратында ерләнә, әлеге зыярат 1923 йылда ябыла[4]. 2002 йылда Л. А. Пушкиндың ҡәбере урынын яҡынса самалап ағас тәре ҡуялар.

1898 йылдың 18 ғинуарынан алып дворян ҡыҙы Добролюбова Александра Николаевна менән никахта була, балалары булмай..

Иҫкәрмәләр

  1. Исторический очерк Николаевского кавалерийского училища, бывшей Школы гвардейских подпрапорщиков и кавалерийских юнкеров. 1823—1898. — СПб., 1898. — С. 72.
  2. Пушкин на Нижегородской земле по документам ГУ ЦАНО // Государственная архивная служба Нижегородской области
  3. Пациенты лечебных заведений Владивостока. Дата обращения: 8 август 2018.
  4. Могилу родственника поэта Пушкина можно сделать и достопримечательностью… Дата обращения: 10 август 2018.

Сығанаҡтар

  • Список лиц, служащих по ведомству Министерства внутренних дел 1905 года (исправленный по 1 мая). Ч. II. — СПб., 1905. — С. 394.
  • Список лиц, служащих по ведомству Министерства внутренних дел 1914 года (исправлен по 1 января). Ч. II. — СПб., 1914. — С. 348.
  • Список гражданским чинам четвертого класса. Исправлен по 1 марта 1916 года. — Пг., 1916. — С. 2707.
  • Родословная роспись потомков А. П. Ганнибала, прадеда А. С. Пушкина. — СПб., 2000. — С. 66.
  • Пациенты лечебных заведений Владивостока (неопр.). Медицинский портал Приморского края. Дата обращения 8 августа 2018.