Быков Николай Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Николай Николаевич Быков 1923 йылдың 22 декабрендә [[һарытау]] ҡалаһында тыуған.
 
1942 йылдан, ун туғыҙ йәшендә, [[Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы]]на саҡырыла һәм ғәмәлдәге армияға фронтҡа ебәрелә. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда 15-се гвардия һауа-десант полкында автоматсы-десантсы вазифаһында ҡатнаша. Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һуғыша, 1943 йылдың 9 мартында Иҫке Русса ҡалаһы өсөн алыштарҙа ике аяғына, арҡаһына һәм башына ҡаты яралана. 1943 йылда госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. 1951 йылдың 3 майында Н. Н. Быков һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]]<ref name="пнр"/> менән бүләкләнә.
 
1943 йылдан 1948 йылға тиклем Һарытау медицина институтында уҡый. 1948 йылдан 1955 йылға тиклем Һарытау өлкәһе Базарно-Карабулак районының Хватовск участка табибы вазифаһын башҡара. 1955 йылдан 1957 йылға тиклем һуғыш инвалидтары өсөн Һарытау госпиталендә табип-хирург булып эшләй<ref name="вх" />.
 
1957 йылдан 1976 йылға тиклем, туғыҙ йыл дауамында , Н. Н. Быков 2-се Һарытау өлкә дауаханаһының урология бүлеге мөдире булып эшләй.
 
[[1969 йыл]]дың [[4 февраль|4 февралендә]] СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Быков Николай Николаевичҡа Ленин ордены менән [[«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы]] тапшырылып, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] исеме бирелә<ref name="вх" />
 
1976 йылдан 1978 йылға тиклем 2-се Һарытау өлкә дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире вазифаһында эшләй.