Артур Конан Дойл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә →‎Тарихи цикл: clean up using AWB
 
27 юл:
 
=== Тарихи цикл ===
1888 йылда Дойл Яков Икенсене ҡолатыуҙы маҡсат иткән Монмут ихтилалы тураһындағы «Михей Кларк мажаралары» романы өҫтөндә эште тамамлай. Роман ноябрҙә донъя күрә һәм тәнҡит тарафынан йылы ҡаршылана. Ошо мәлдән алып Конан Дойлдың ижадында ҡаршылыҡ килеп тыуа: бер яҡтан, уҡыусылар һәм нәшриәтселәр яҙыусынан Шерлок Холмс тураһында яңы әҫәрҙәр талап итһә, икенсе яҡтан, уның етди, тәү сиратта, тарихи романдар, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы булараҡ танылыу алырға ынтылышы көсәйә бара. Конан Дойлдың тәүге етди тарихи әҫәре булып «Аҡ отряд» романы һанала. Бында автор феодальАнглия тарихының һынылышлы осорона мөрәжәғәт итә. Яҙыусы ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларҙы нигеҙ итеп ала: [[Йөҙ йыллыҡ һуғыш]] барышында 1366 йылда ваҡытлыса тынлыҡ урынлашҡас, ирекмәндәрҙән һәм ялланған һуғышсыларҙан «аҡ отрядтар» барлыҡҡа килә башлай. Һуғышты [[Франция]] территорияһында дауам итеп, улар шул уҡ ваҡытта испан тәхетенә дәғүәселәр көрәшенә лә хәл иткес өлөш индерәләр. Конан Дойл был әҫәрҙә шул замандың көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙә, ә иң мөһиме, ул ваҡытҡа инде кисергән рыцарлыҡты героик рәүештә һүрәтләй. «Аҡ отряд» Cornhill журналында баҫыла (уны нәшер итеүсе Джеймс Пенн романды "Айвенго"нан һуң иң яҡшы тарихи роман, тип иғлан итә), ә 1891 йылда айырым китап булып сыға. Конан Дойл уны һәр саҡ иң яҡшы әҫәрҙәренән һанаған. Наполеондың Трафальгарҙан алып Ватерлооға тиклемге һуғыштарына Конан Дойл бригадир Жерар тураһындағы әҫәрҙәрен бағышлаған. Был персонаж 1892 йылда, Джордж Мередит Конан Дойлға де Марбоның өс томлыҡ "Мемуарҙар"ын тапшырғас, барлыҡҡа килгән, тип фаразлана. Билдәле маршал Жерарҙың прототибы тип иҫәпләнә. Яңы серияның тәүге хикәйәһен — «Бригадир Жерарҙың миҙалы» әҫәрен — автор 1894 йылда АҠШ буйлап сәйәхәт барышында сәхнәнән уҡып ишеттерә. Шул уҡ йылдың декабрендә хикәйәне Strand Magazine баҫтыра. Серия өҫтөндә эште Конан Дойл Давоста дауам итә. 1895 йылдың апреленән сентябренә тиклем «Бригадир Жерар батырлыҡтары» аталған журналда баҫылып сыға. "Бригадир Жерар мажаралары"ның тәүге хикәйәләре лә бында баҫыла (1902 йылдың авгусынан 1903 йылдың майына тиклем). Жерар хаҡындағы хикәйәләрҙең сюжеты фантастик характерҙа булһа ла, тарихи дәүер ярайһы уҡ дөрөҫ һүрәтләнгән. 1892 йылда «Ҡыуылғандар» мажаралы романы һәм «Ватерлоо» тарихи пьесаһы тамамлана, һуңғыһында төп ролде авторҙан пьесаға бар хоҡуҡтарҙы һатып алған ул заманда билдәле актерактёр Генри Ирвинг башҡара. Шул уҡ йылда Конан Дойл «Табип Флетчерҙың пациенты» повесын баҫтыра, ҡайһы бер тикшеренеүселәр был әҫәрҙе авторҙың детектив жанрындағы тәүге аҙымдарының береһе, тип иҫәпләй. Был повесты тарихи тип шартлы рәүештә генә атарға була — икенсе кимәл персонаждар араһында Бенджамин Дизраэли һәм уның ҡатыны бар.
 
=== Шерлок Холмс ===