Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә subst:'ing using AWB
21 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова 1915 йылдың 28 декабрендә [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]]нең<ref name="Х" /> [[Баҡай (Кушнаренко районы)|Баҡай ауылы]]нда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағы хәҙерге [[Ҡариҙел районы]]ның [[Бәҙрәш]] ауылында үтә — ҡыҙ бер нисә йыл бында йәшәгән ағаһында тәрбиәләнә. Тәбиғәттән күп һәләттәргә эйә булған Рәғиҙә бик йәшләй үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, һәм нәҡ ошо әүәҫлек уның артабанғы тормош юлына туранан-тура йоғонто яһай ҙа инде. 1932 йылда ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ [[Өфө]] ҡалаһындағы ул ваҡытта эшләп килгән [[Өфө сәнғәт училищеһы|Башҡорт сәнғәт техникумы]]на уҡырға инә һәм уның актерактёр бүлеген легендар Хажи Бохарский класы буйынса 1935 йылда уңышлы тамамлап сыға. Ошо йылдан Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының артабанғы бар тормошо һәм булмышы [[Башҡорт академия драма театры]] (хәҙер [[М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]]) менән оҙаҡ йылдарға ныҡлы бәйләнә.
Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.
 
50 юл:
 
== Өҫтәлмә мәғлүмәттәр ==
Рәғиҙә Янбулатованың тормош юлдашы — башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, театр һәм кино артисы, аҙаҡтан режиссеррежиссёр һәм драматург булып танылған һәм 1955 йылда башҡортттар араһынан тәүгеләрҙән булып «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары һәм хөрмәтле исемгә лайыҡ булған атаҡлы ир-уҙаман [[Арыҫлан Мөбәрәков]] (1908—1977). Улар Өфөнөң Коммунистик урамындағы 34/1 һанлы йортта йәшәне. Бөгөн унда мемориаль тактаташ ҡуйылған.
 
Ике сәхнә әһеленең ҡыҙы, образлы итеп әйткәндә, сәхнәлә тыуып-үҫкән [[Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова]] ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелде: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһаланды. Бында бер ҡыҙыҡлы фактҡа туҡталып китеү урынлы булыр: Арыҫлан Мөбәрәков республикала һәм башҡорттар араһында беренсе «СССР-ҙың халыҡ артисы» булһа, уның ҡыҙы — республикала был бейеклеккә күтәреүселәрҙең һуңғыһы, ил буйынса ла ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы һуңғы сәхнә оҫталарының береһе булды<ref>[http://artists-cccp.ru/?p=199#more-199 Список Народных артистов 1990 года]{{ref-ru}}</ref>. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был шөһрәтле исемде алып ике йыл да үтмәне, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан алда ғына «халыҡ артисы» исемен киң билдәле бер нисә сәнғәт вәкиленә биреп өлгөрҙөләр. СССР-ҙың һуңғы (1991 йыл) «халыҡ артистары» — йырсы Алла Пугачева һәм актёр Олег Янковский<ref>[http://www.pravda.ru/news/culture/22-12-2011/1102843-artists-0/ Ровно 20 лет назад были названы последние народные артисты СССР — Правда. Ру]{{ref-ru}}</ref>.