Кэри Грант: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
18 юл:
}}
 
'''Кэри Грант''' ({{lang-en|Cary Grant}}; ысын исеме '''Арчибальд Александр Лич''' ({{lang-en|Archibald Alexander Leach}}); [[18 ғинуар]] [[1904 йыл]] — [[29 ноябрь]] [[1986 йыл]]) — инглиз-американ актерыактёры, «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» премияһына ике тапҡыр номинант булыусы.
 
Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.
 
Үҙенең иң билдәле ролдәрен бурлеск комедияларҙа (бигерәк тә һуғышҡа тиклемге) һәм олоғайған көндәрендә [[Альфред Хичкок]]тың фильмдарында уйнай. Америка кино сәнғәте институты уны тарихта, [[Хамфри Богарт]]тан һуң, иң бөйөк актерактёр тип таныны.
 
== Биографияһы ==
33 юл:
Уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.
 
АктерАктёр 1932 йылда тәүге тапҡыр Голливудҡа эләккәс, «Paramount Pictures» компанияһы бостары уға «Грант Кэри» сәхнә псевдонимын уйлап табалар. Был исем Гэри Купер исеменең бигүк теүәл булмаған анаграммаһы була, бостары, күрәһең, йәш актерҙаактёрҙа Куперҙың потенциаль дәғүәсеһен күрәләр. Танылыу осраҡлы ғына килә — йондоҙ булып танылған Мэй Уэст уның һөйәркәһен «Ул уны алданы» (1933) һәм «Мин фәрештә түгел» (1934) фильмдарында нәҡ Грант уйнауын талап итә.
 
=== Кинокарьерыһының сәскә атыуы ===
[[Файл:Audrey_Hepburn_and_Cary_Grant_1.jpg|справа|мини|250x250пкс|Одри Хепбёрн менән «Шарада» (1963) фильмында]]
1935 йылда Paramount компанияһы менән контракт срогы үтә һәм актерактёр уны ҡабаттан таң ҡалырлыҡ шарттар менән төҙөй — ул конкурент булған компанияларҙың проекттарында ҡатнашыу һәм шулай итеп үҙе өсөн ролдәрҙе һайлау хоҡуҡтарын ала. Бындай бойондороҡһоҙлоҡ шул уҡ ваҡытта бер студия ла, «Оскар»ҙарҙы тапшырған саҡта, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙы кәрәк тип тапмай— шуға күрә ул бер ҡасан да был награданы «уйын» буйынса ала алмай. Ошо өҫтөнлөктәрҙән тыш, Грант, [[Джеймс Стюарт|Джимми Стюарт]] һымаҡ, үҙе ҡатнашҡан фильмдарҙан йыйылған килемдән процент алыу хоҡуғын ала.
 
1930 йылдар аҙағында Грант уйнаған фильмдарҙың күпселеген комедиялар, дөрөҫөн әйткәндә, фарстар тәшкил итә. 1940 йылда ул үҙенең иң билдәле ролен «Филадельфия тарихы» фильмында, ә ике йылдан — иң яратҡан ролен «Яңғыҙ йөрәк кенә» фильмында уйнай. Шул уҡ осорҙа [[Альфред Хичкок]] менән хеҙмәттәшлеге башлана. Хичкок, Гранттан башҡа, бер актерҙыактёрҙы ла яратмауы һәм хөрмәт итмәүе тураһында аныҡ ҡына белдерә. Хичкокта уйнаған ролдәренән — «Шөбһә» (1941), «Алама дан» (1946), «Уғрыны тоторға» (1955), «Төньяҡҡа төньяҡ-көнбайыш аша» (1959) фильмдарын айырып атап була.
 
=== Аҙаҡҡы эштәре һәм вафаты ===
1960 йылдарҙа К. Грант Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актерҙарыныңактёрҙарының береһе булып тора.
 
Ян Флеминг әйтеүенсә, Грант агент 007 прототиптарының береһе була, әммә, йәшенә һылтанып, ролде уйнарға ризалашмай: 1962 йылда экранға "бондиана"ның беренсе бүлеге сыҡҡан саҡта, Грантҡа 60 йәш тирәһе була.
 
Уның ҡатнашлығындағы аҙаҡҡы иң эре фильмдар араһында Одри Хепбёрн менән бергә уйнаған «Шарада» детективы (1963) һәм «Атлап бар, йүгереп түгел» олимпия комедияһының ремейкы (1966) булалар. Ошо фильмдар экранға сыҡҡандан һуң актерактёр үҙенең кинокарьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе.
 
1970 йылда Америка кино сәнғәте академияһы, һуңлап булһа ла, уға коллегалары исеменән «иҫ китерлек оҫталығы өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән» почетлы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» тапшырҙы.
52 юл:
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Грант ''Faberge'' косметика компанияһының директорҙар советы ағзаһы булып китә һәм компанияға үҙ аҡсаһынан ҙур ғына өлөш индерә.
 
Һуңғы йылдарҙа Грант кеше менән аралашмайынса йәшәй, интервью ла бирмәй, тиерлек. Төрлөлөк өсөн ул Америка ҡалалары буйлап хушлашыу турын үткәрергә була. 1986 йылдың ноябрь аҙағында 82 йәшлек Грант [[Айова]] штатындағы Давенпорт ҡалаһына килә, бында уға урындағы телевидениела уның ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр күрһәтеп, 90 минутлыҡ «Кэри Грант менән һөйләшеү» программаһын бағышларға тейеш булалар. 29 ноябрҙә репетицияла актерактёр үҙен һәйбәт тоя, әммә репетиция тамамланғас, хәле насарая башлай. Кисекмәҫтән Изге Люк госпиталенә килтерелә һәм бында [[Инсульт|киң инсульттан]] 23:22 сәғәттә вафат була. Булған мөлкәтен Грант берҙән-бер ҡыҙына һәм аҙаҡҡы ҡатынына ҡалдырған.
 
== Шәхси тормошо ==
Парадокс булып күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар фекеренсә, Гранттың һөйкөмлөлөгө һәм популярлығы олоғайған һайын арта ғына бара. Кэри Грант биш тапҡыр өйләнә. Уның ҡатындары актрисалар Вирджиния Черрилл (1934—1935), Бетси Дрейк (1949—1962), Дайан Кэннон (Dyan Cannon, 1965—1966, был никахта Гранттың ҡыҙы Дженнифер тыуа), бөтә донъяға билдәле Барбара Хаттон (1942—1945) һәм Барбара Харис булалар.
[[Файл:Jennifer_and_Cary_Grant_Gerald_Ford_enhanced_image.jpg|справа|мини|Грант (уңда) һәм уның ҡыҙы АҠШ президенты Джеральд Форд менән осрашыу ваҡытында, 1976 йыл]]
Тәүге тапҡыр Грант актриса Вирджиния Черриллға өйләнә, уның менән Кэри бер йыл ғына йәшәй . Айырылышу процесында ҡатыны уны көсләүҙә ғәйепләй, киң мәғлүмәт саралары быны бик тиҙ эләктереп алалар. Грант оҙайлы депрессияға бирелә, хатта психоаналитикка мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ошо инцидент сәбәпле актерактёр ғүмеренең аҙағына тиклем наркотик препараттар, бер осор хатта ЛСД ла, ҡабул итә.
 
Гранттың иң ғауғалы никахы сәйер (эксцентрик) миллионерша Барбара Хаттон менән була. Эргә-тирәлә Грант Хаттонға байлығы өсөн өйләнгән тигән хәбәрҙәр ҡуйырһа ла, Грант үҙе был имеш-мимештәрҙе инҡар итә:{{цитата|Мин беләм, беҙҙе «Cash and Cary» тип йөрөтәләр («Наличка» һәм Кэри, икеләтә үпкәләрлек ҡушамат, сөнки инглиз телендәге «cash and carry» — «түлә һәм алып ҡас» тигәнде аңлата һәм ошо һүҙҙәр менән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү универмагтарын исемләйҙәр<ref>Пояснение «[[РИА Новости]]»</ref>), әммә мин бер ҡасан да Барбаранан бер пенни ла һораманым. Мин аҡса өсөн өйләнмәнем, Аллаға шөкөр, был ысын хаҡлыҡ. Мин өйләнгән саҡта, бәлки, төплө аҡылға таянып өйләнмәгәнмендер, әммә аҡсаның бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булманы.}}
63 юл:
Айырылышҡандан һуң, Грант үҙе Хаттонға, мөмкин булғансы, финанс яҡтан ярҙам итергә тырыша.
 
Никахтарҙан башҡа, Грант үҙенең романдары менән билдәле булған. Мәҫәлән, «Йөҙөп йөрөгән йорт» фильмын төшөргән саҡта актерактёр Софи Лоренға ҡарата мөхәббәт хистәрен кисерә, әммә Софи өҫтөнлөктө продюсер Понти Карлоға бирә.
 
Гранттың күп кенә никахтарына ҡарамаҫтан, Голливудта уның гомосексуаллеге, айырып әйткәндә, актерактёр Рэндольф Скотт менән бәйләнештәре тураһында, хәбәрҙәр бер ҡасан да тынманы. Әммә 2011 йылда актерҙыңактёрҙың ҡыҙы Дженнифер белдереүенсә, уның атаһы ир-аттар менән бер ҡасан да мауыҡмаған, Рэндольф Скотт менән мөнәсәбәттәре тураһында — бары тик уйҙырмалар. Грант, һәр ваҡыттағыса, һалҡын ҡанлылыҡ менән уның гомосексуаллеге тураһында матбуғат таратҡан имеш-мимештәргә яуап итеп: «Үҙемдең автобиографиямды яҙырға пландарым юҡ, был эште мин башҡаларға ҡалдырам. Улар минән гомосексуалист, нацист шпионы йәки тағы ла берәй кемде эшләрҙәренә шигем юҡ» — тигән.
 
== Һайланма фильмографияһы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кэри_Грант» битенән алынған