Рикардо Давид: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
11 юл:
[[1799 йыл]]да [[Адам Смит]]тың «Халыҡтар байлығы» тигән китабын уҡығандан һуң иҡтисад теорияһы менән ҡыҙыҡһына башлай. 1809 йылда иҡтисад буйынса беренсе мәҡәләһен яҙа. Рикардоның төп хеҙмәте — «{{Не переведено 4|Сәйәси экономия һәм һалым һалыу башланғыстары||en|On the Principles of Political Economy and Taxation}}» тигән [[1817 йыл]]да яҙылған китабы.
 
Рикардо төрлө синыфтарҙың мәнфәғәттәрен бәрелештергән киҫкен һорауҙар менән ҡыҙыҡһына. Бөтәһенән элек ундай һорауҙар иҫәбенә илгә индерелә торған игенгә һалынған пошлиналар һорауы инә. Пошлиналар ер биләүселәргә отошло була, ләкин фабриканттарҙы эшселәргә улар ҡиммәтле икмәкте һатып ала алһын өсөн эш хаҡын арттырырға мәжбүр итә. Рикардо, үҙе ер биләүсе булһа ла, сәнәғәтселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай<ref name="Хайлбронер">{{Китап|автор=Роберт Л. Хайлбронер.|заглавие=Философы от мира сего|оригинал=The Worldly Philosophers|место=М.|издательство=[[КоЛибри]]|год=2008}}</ref>.
 
[[1819 йыл]]да эшҡыуарлыҡтан бөтөнләй китә һәм [[Ирландия]]ның һайлау округтарының береһенән Общиналар палатаһы ағзаһы итеп һайлана — Рикардо депутат мандатын урындағы бер лендлордтан һатып ала. Парламентта урын биләгәс, Рикардо был юл менән депутат булыу мөмкинлеген ябыусы реформа яҡлы була. Рикардо формаль рәүештә идара итеүсе тори партияһына ла, оппозициялағы вигиға берекмәй. Виги уға нығыраҡ оҡшай, уларҙың даирәләрендә үҙе лә абруйлы була, ләкин гел бойондороҡһоҙ позицияла ҡала һәм ҡайһы берҙә уларҙың ҡарашына ҡаршы тауыш бирә. Йыш сығыш яһай, башлыса иҡтисад мәсьәләләре буйынса, «иген закондарына» ҡаршы сыға һәм иҡтисадты либералләштереү, [[Ирекле сауҙа (фритредерлыҡ)|ирекле сауҙа]], дәүләт бурысын кәметеү һ.б. яҡлы була.