Биғлов Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Биглов, Мухаммедакрам Мухамметжанович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

12:27, 4 сентябрь 2020 өлгөһө

Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы Биғлов исеменең транскрипция варианты Мәхәммәт-Әкрәм (татар. Мөхәммәтәкрам Биглов 1871 йыл — 1919 йыл) — земство начальнигы, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты .

Биографияһы

 
II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары төркөмө. М. М. Биғлов һулдан беренсе баҫып тора

Милләттее буйынса - татар, Өфө губернаһы дворяны. Ырымбур кадет корпусын[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса Павловск хәрби училищеһын тамамлай[2]. Земство начальнигы булып хеҙмәт итә. Думаға һайланғанға тиклем Бәләбәй өйәҙ земство управаһы рәйесе була, был вазифала 1907-1909 йылдарҙа эшләй[3]. 850 дисәтинә ер майҙанына эйә була.

1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Мосолман фракцияһы составына инә, уның бюро рәйесе итеп һайлана[4]. Думаның бюджет комиссияһына инә. Хәҙерге тарихсылар Биғловтың сәйәси позицияһын ошолай билдәләй: «Сәйәси ҡарашы буйынса Конституцион-демократик партияға яҡын, әммә ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса конституцион демократтарҙан һулыраҡ позиция биләй»[1], әммә мосолман фракцияһы кадеттар менән бергә тауыш биргәнлектән, М. Биғловты был фракцияға индерергә мөмкинлек бирә[2].

III саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы барышында Бәләбәй ҡалаһынан һайлана, агитация тауыш биреү көнөндә лә алып барылғанлыҡтан, губерна комиссияһы һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығара. Етәкселек итеүсе Сенат Биғловтың шикәйәтен ҡәнәғәтләндермәй. 1910 йылдың 18 июнендә экстрен өйәҙ йыйылышында Биғлов өйәҙ земство управаһы рәйесе һәм Алабуға ҡалаһы башлығы итеп һайлана, әммә Алабуға земство ҡарарын Вятка вице-губернаторы кире ҡаға.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла: 1917-1918 йылдарҙа Ҡазанда 95-се мосолман пехота полкы менән командалыҡ итә. «Болаҡ аръяғы республикаһы» тип аталған ойошманы ойоштороусыларҙың береһе, уның ҡораллы көстәренең штабы начальнигы була[5]. «Болаҡ аръяғы республикаһы» большевиктар тарафынан баҫтырылғас, ҡасып ҡотола һәм ҡалған ғәскәр менән адмирал А. В. Колчактың армияһына ҡушыла. 1918 йылдың сентябренән 1919 йылдың 16 февраленә тиклем тик мосолмандарҙан торған 16-сы татар уҡсылар полкы менән командалыҡ итә[6].

Бер мәғлүмәттәр буйынса, һуғышта һәләк була[1], икенсеһе буйынса — фронтта саҡта вафат була[6].

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар

  • Мусульманские депутаты Государственной думы России, 1906-1917 гг.: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998. С. 284;
  • Усманова Д. М. Мусульманские представители в Российском парламенте, 1906-1917. Казань, 2005.

Архивтар

  • Российский государственный исторический архив]. Фонд 1278. Опись. 1 (2-й созыв). Дело 37; Дело 555. Лист 5.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Усманова Д. М. БИГЛОВ Мухаммедакрам Мухамметжанович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. C. 54.
  2. 2,0 2,1 Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 364.
  3. Азаматова Г. Б. Деятельность представителей татарского дворянства Уфимской губернии в земских учреждениях и просвещении мусульманского населения (вторая половина XIX — начало XX вв.) // Татарские мурзы и дворяне: история и современность. C. 85-90.
  4. Хабутдинов А. Ю., Мухетдинов Д. В. Всероссийские мусульманские съезды 1905—1906 гг.
  5. Д. Валидов. Милли мухтариат, Идель-Урал и «забудачная республика». ЦХИДНИТ. Ф. 8233. Оп. 1. Д. 2-10024. Т. 5. Л. 211—214 об. Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано 5 октябрь 2016 года.
  6. 6,0 6,1 ru/?1-12-0-00000041-000-0-0 Вооруженные силы Колчака на Востоке.(недоступная ссылка)