Аҙнабаев Булат Марат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{ФШ|Аҙнабаев}} {{Ғалим |Имя = Булат Марат улы Аҙнабаев |Оригинал имени..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

19:51, 3 сентябрь 2020 өлгөһө

Аҙнабаев Булат Марат улы (8 ноябрь 1964, Өфө, БАССР, СССР) — совет һәм Рәсәй күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004).

Булат Марат улы Аҙнабаев
Тыуған көнө

8 ноябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

офтальмология

Эшләгән урыны

«Күҙ микрохирургияһы»
«Оптимедсервис»
БДМУ

Альма-матер

БДМИ

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Булат Аҙнабаев

Биографияһы

Аҙнабаев Булат Марат улы 1964 йылдың 8 ноябрендә Өфөлә тыуа. Атаһы — билдәле ғалим, күҙ табибы, уҡытыусы Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы.

1987 йылда ул уңышлы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Институттан һуң Булат Марат улы Мәскәүҙә «Күҙ микрохирургияһы» тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында эшләй.

1993 йылдан алып Өфөлә «Оптимедсервис» ЯАЙ‑ның генераль директоры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан башлап БДМУ‑ла (1998 йылдан алып дипломдан һуң белем биреү институты курсы менән офтальмология кафедраһы мөдире).

2000 йылда Аҙнабаев Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ҒТИ-нда «Глаукома менән катарактаның микроэндоскопия хирургияһы» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004 йылда профессор исеме бирелә.

Фәнни эшмәкәрлеге күрәшлекте хирургик коррекциялауға, глаукома һәм катарактаның ультратауыш һәм лазер хирургияһы, күҙҙең микроэндоскопик лазер хирургияһы проблемаларына арналған. Аҙнабаев офтальмохирургияла юғары технологиялы энергетик алымдар эшләү һәм ҡулланыу буйынса фәнни мәктәп ойоштора. Аҙнабаев катарактаны бөтөрөүҙең яңы ысулдарын эшләй һәм дауалауға индерә, уның ҡатнашлығында артҡы камераға кире интраокуляр линза, күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн медицина ҡорамалы һ.б. эшләнә.

РБ һаулыҡ һаҡлау министрлығының офтальмологияһы буйынса Сертификация комиссияһы рәйесе, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперт кәңәшмәһенең ағзаһы.

10-дан артыҡ яҡланған кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе һәм консультант. Аҙнабаев етәкселегендә йыл һайын «ОКО» Бөтә Рәсәй офтальмология конференцияһы уҙғарыла, ординаторҙар һәм өҫтәмә профессиональ белем институты тыңлаусылары өсөн ғилми-практика семинарҙары һәм конференциялар ойошторола.

195 фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Ультразвуковая хирургия катаракты — факоэмульсификация. Мәскәү, 2005
  • Лазерная сканирующая томография глаза: передний и задний сегмент. Мәскәү, 2008 (авторҙ.)
  • Флегмоны и другие воспалительные заболевания орбиты. Мәскәү, 2010 (авторҙ.).

Һылтанмалар