Колмыков Алексей Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Колмыков Алексей Иванович''' (17 ғинуар 1921 йыл  — 15 февраль 1997 йыл)  — [[Совет Социалистик Республикалар Союзы|совет]] хәрби хеҙмәткәре, [[Бөйөк Ватан һуғышы]]<nowiki/>нда ҡатнашыусы, [[Дан ордены]]<nowiki/>ның тулы кавалеры.
 
== Биографияһы ==
Колмыков Алексей Иванович 1921 йылдың 17 ғинуарында [[Айтуған (Әлшәй районы)|Айтуған]] ауылында (хәҙер [[Башҡортостан]]<nowiki/>дың [[Федоровка районы]]) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. [[Урыҫ]]. Башланғыс белемле. 1943 йылдан [[КПСС]] ағзаһы. 1941 йылдың майынан [[Ҡыҙыл армия]]<nowiki/>ла
 
== Бөйөк Ватан һуғышында ==
1941 йылдың июненән [[Бөйөк Ватан һуғышы]]<nowiki/>нда ҡатнаша. 25-се инженер-сапер бригадаһының (2-се Балтик буйы фронты, 3-сө удар армия) сапер-разведчигы ефрейтор Колмыков яугирҙар төркөмө составында 1944 йылдың 27 июлендә Резекне ([[Латвия]]) ҡалаһы эргәһендә дошмандың инженер-оборона ҡоролмалары булыуын асыҡлай һәм юҡ итә. 5 августа 3-сө дәрәжә [[Дан ордены]] менән бүләкләнә.
 
Шул уҡ йылдың 11-20 ноябрендә Лидуми тораҡ пункты районында ([[Латвия]], Салдус ҡалаһынан 15  км көньяҡ-көнбайышҡа табан) Колмыков дошмандың тылында урынлашҡан зенит батареяһын һәм хәрәкт итеүсе дошман танкыларын асыҡлай. 1945 йылдың 18 ғинуарында 2-се дәрәдә [[Дан ордены]] менән бүләкләнә.
 
Ефрейтор Колмыков, шул уҡ 1-се Белорус фронты армияһының шул уҡ бригадаһында 1945 йылдың 28 феврале - — 1 мартында Врицен ҡалаһы районында ([[Германия]]) ике тапҡыр дошман оборонаһының алғы һыҙығына разведкаға бара, бер нисә ут нөктәһен асыҡлай, танкыларҙы сығарыу өсөн йылғаны тикшерә, пулемет расчетын юҡ итә. 31 майҙа 1-се дәрәжә [[Дан ордены]] менән бүләкләнә.
 
== Һуғыштан һуңғы йылдары ==
Старшина Колмыков 1946 йылдың майында демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайтып колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1947 йылдан [[Ырымбур]]<nowiki/>ҙа йәшәй, 1958 йылдан  — Һарытау өлкәһенең Пугачев районы Заволжский ҡасабаһында. Куйбышев ГЭС-ын, һуңынан Һарытау электр станцияһын төҙөгәндә быраулаусы, шартлатыусы булып эшләй. 1-се һәм 2-се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]], [[Ҡыҙыл йондоҙ ордены|Ҡыҙыл йондоҙ ордендары]], миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградланған
 
== Һылтанмалар ==