Проект:АХБ төҙәтеү/Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Alfiya55 ИБРАҠОВ Миңнулла Шәйәхмәт улы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы: бер төрлөлөккә килтереү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы''' (15 август 1943 йыл) — инженер-технолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1994), СССР-ҙың почётлы химигы (1989)[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3614-ibra-ov-mi-nulla-sh-j-khm-t-uly].
 
== Биографияһы ==
Миңнулла Шәйәхмәт улы Ибраҡов БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Иҫке Төрөмбәт ауылында (хәҙерге БР‑ҙың Ауырғазы районы Дүртөйлө ауылы) тыуған.
 
1965 йылда Өфө химия заводына эшкә урынлаша. 1966 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Каустик" заводына (һуңынан "Каустик" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) эшкә инә.
 
1973 йылда [[Өфө нефть институты]]н тамамлай.
 
"Каустик" заводында 2003 йылға тиклем эшләй. 1973 йылдан башлап цех начальнигы була, 1977 йылдан — производство начальнигы, 1996 йылдан — техник тикшереү бүлеге начальнигы, сифат буйынса баш инженер урынбаҫары.
2001 йылда "Каустик"тың стратегик фәнни‑техник мәғлүмәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был предприятиела Ибраҡов 2003 йылға тиклем эшләй.
Ибраҡов дихлорэтан пиролизы ысулы менән винилхлорид етештереүҙә, поливинилхлорид етештереүҙе тергеҙеүҙә, уның нигеҙендә плёнкалар етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.
Миңнулла Ибраҡов — 12 уйлап табыу авторы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990)[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3614-ibra-ov-mi-nulla-sh-j-khm-t-uly].
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
 
1994 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы;
 
1989 — СССР-ҙың почётлы химигы;
 
1990 — СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3614-ibra-ov-mi-nulla-sh-j-khm-t-uly].
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
== Һылтанмалар ==
http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3614-ibra-ov-mi-nulla-sh-j-khm-t-uly