Маракана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарихы: өҫтәмә мәғлүмәт
48 юл:
клубы «Бенфика», ә [[1963 йыл]]да — [[Италия]]ның ошо исемдәге ҡалаһынан булған «Милан» профессональ футбол клубы менән көс һынаша.
 
Был тарихи ваҡиғанан һуң 40 йыл тиерлек ваҡыт үткәс, [[2000 йыл]]дың ғинуарында донъяның иң көслө командалары тағы ла «Маракана» стадионында сығыш яһай: бында Халыҡ-ара футбол федерацияһы — [[ФИФА]] тарафынан ойошторолған яңы турнир — Футбол буйынса донъя клубтары чемпионаты уҙғарыла.
{{panorama|Estádio do Maracanã - panorama.jpg|900px| Стадиондың эске күренеше. 2010 йылғы ил чемпионатының беренсе матчы — «Фламенго» менән «Сан-Паулу» командалары араһындағы уйын алдынан}}
 
60 юл:
Стадионға пластиктан яңы ҡыйыҡ ҡуйыла, был үҙ сиратында барлыҡ урындарҙы ла өҫкө яҡтан ҡаплап алыу мөмкинлеген бирә<ref>{{cite web|url=http://www.sbp.de/en/build/show/1828-Stadium_Maracan%C3%A3_%28Est%C3%A1dio_Jornalista_M%C3%A1rio_Filho%29|title=Stadium Maracanã (Estádio Jornalista Mário Filho) |publisher=schlaich bergermann und partner}}</ref>. «Маракана»ны футбол буйынса 2014 йылғы донъя чемпионаты өсөн үҙгәртеп ҡороу һәм яңыртыу ФИФА ҡуйған талаптарға ярашлы үткәрелә, һәм бының өсөн 480 млн. доллар сарыф ителә.
 
[[2016 йыл]]да «Маракана»ла 2016 йылғы Йәйге Олимпия һәм Йәйге Паралимпия уйындарын тантаналы асыу һәм ябыу тамашалары үтә. Стадионда шулай уҡ Олимпиаданың футбол турниры матчтары уҙғарыла.
 
Ошо Олимпиаданан һуң бер ни тиклем ваҡыт арауығында «Маракана» буш тора. Стадион операторы менән Рио-де-Жанейро ҡалаһы властары араһындағы конфликт хатта аренаға һыу һәм электр биреүҙе туҡтатыуға тиклем алып килә, был осорҙа спорт ҡоролмаһы бөтөнләй эшләмәй һәм бары тик зыян туплап ҡына ултыра, ә вандалдар стадиондағы барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлап бөтә, хатта исеме ошо спорт ҡоролмаһына бирелгән журналист Марио Фильюҙың бронза бюсы ла юҡҡа сыға<ref>[https://lenta.ru/articles/2018/08/09/world_and_money/ Уже не повторим. Чемпионат мира обошелся России в миллиарды. Окупится ли он?] // [[Лента. Ру]], 9 августа 2018</ref>.
 
== 1950 йылғы донъя чемпионаты ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Маракана» битенән алынған