Маракана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
40 юл:
 
== Тарихы ==
Стадионды төҙөү 1948 йылда башлана, уға исем итеп яҡында ағып ятҡан ҙур булмаған Маракана йылғаһының атамаһы алына. Спорт ҡоролмаһы башлыса 1950 йылда Бразилияла үткәрелергә тейеш булған донъя чемпионаты өсөн тәғәйенләнә, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында стадион тулыһынса бары тик 1965 йылға ғына тулыһынса төҙөлөп бөтә. Беренсел ниәттәр буйынса «Васко да Гама» футбол клубының иҫке спорт ҡоролмаһын алмаштырырға ғына тейеш булған «Маракана» тора-бара илдең милли стадионына әйләнә. Шулай ҙа ҡала ҡаҙнаһы сығымдарына төҙөлгәнлектән, рәсмидокументаль нигеҙҙә ул һаман да Рио-де-Жанейро милке булып һаналып килә.
 
Үҙенең рәсми атамаһы булып йөрөгән «Мариу Филью» исемен стадион уны төҙөү проектын тормошҡа ашырыуға төп өлөш индергән Бразилия журналисы хөрмәтенә алған. Спорт ҡоролмаһын тантаналы асып, уны даими файҙаланыуға тапшырыу 1950 йылдың июнендә үткәрелә: байрам йәһәтенән стадионда тәүге матч — Рио-де-Жанейро һәм Сан-Паулу ҡалалраының йыйылма командаларының осрашыуы үткәрелә. Уйындағы беренсе тупты ҡаршы ҡапҡаға бар донъяға билдәле футболсы Диди (1928—2001) индерә.
 
Халыҡ ара кимәлдәге тәүге уйындар «Маракана» майҙанында дүртенсе донъя чемпионаты барышында үтә. Уларҙың иң юғары нөктәһе булып спорт тарихында Уругвай һәм Бразилия йыйылма командаларының осрашыуы һанала: 1950 йылдың 16 июлендә үткән хәл иткес был уйында хужалар үҙҙәренең күптәнге дәғәүәселәре булып танылған Уругвай милли командаһы футболсыларынан 1:2 минималь иҫәбе менән еңелеүгә дусар була. Был матчты һаны рекордҡа еткән — 199 850 тамашасы ҡарай. [[Шотландия]]ның иң ҙур һәм халыҡ һаны буйынса [[Бөйөк Британия]]ла дүртенсе урында булған [[Глазго]] ҡалаһындағы Шотландияның милли стадионы «Хэмпден Парк» кеүек артабанғы йылдарҙа «Маракана» ла үҙендә йыйылған көйәрмәндәр һаны буйынса бер нисә рекорд ҡуя, уларҙың ҡайһы берҙәре әле һаман да һаҡланып килә.
 
== 1950 йылғы донъя чемпионаты ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Маракана» битенән алынған