Маракана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
34 юл:
== Стадиондың һүрәтләнеше ==
«Маракана» оҙонсай (овал) формаһында төҙөлгән. Ҡыйыҡ күҙере ҡолаҡһаларға (консолдәргә) нығытылған.
Тәүҙәрәк уйын яланы менән трибуналар араһында һыулы [[соҡор]] була; уның төп функцияһы — һыу ағыҙғыс, йәки тропиктарҙағы ҡойма ямғырҙар ваҡытында трибуналарҙан һыу ағыҙыу, бының өсөн әйтелгән соҡорға дренаж канауҙары үткәрелгән, әйткәндәй, бындай элемент Көньяҡ Африкалағы ҡайһы бер илдәрҙәге стадиондарҙа әле лә бар<ref name="Рабинер">{{cite web|title="Маракана". Обезличенная легенда|publisher=Чемпионат.com|url=http://www.championat.com/football/article-162842-igor-rabiner--o-stadione-finala-chm-2014.html|date=2013-05-24|author=Игорь Рабинер}}</ref>. 2014 йылғы донъя чемпионатын үткәреү өсөн стадионды реконструкциялау барышында был билдәле соҡор бөтөрөлә, хәҙер һыу ағыҙғыс ҡыйыҡтан туры махсус һауыттарға тоташтырылған. <br>Элегерәк «Маракана»ла ҡапҡалар тышында баҫып торорлоҡ урындар һәм эскәмйәләр ҙә булған, был тамашасылар һанын 200 меңгә тиклем еткерергә мөмкинлек биргән. Был урындар ғәҙәттә иң ярлы көйәрмәндәргә эләгер булған, бында һатылған билет хаҡы символик булып ни бары бер доллар тәшкил иткән, һәм был теләге булған һәр кемгә тиерлек яратҡан командаһының уйынын ҡарарға мөмкинлек биргән. Урындағы телдә «жерал» тип аталып йөрөтөлгән был ерҙәр «Маракана»лағы иң демократик урын булып һаналған һәм хәҙерге ваҡытта Бразилияның футбол тормошоноң айырылғыһыҙ бер үҙенсәлегенә әйләнгән. 2014 йылғы донъя чемпионаты өсөн үҙгәртеп ҡороу барышында [[ФИФА]]ның стадионда бары тик номерланған ултырыу урындары ғына булырға тейешлеге хаҡындағы талаптарына ярашлы «жерал» тулыһынса юҡҡа сығарыла.
 
== 1950 йылғы донъя чемпионаты ==
[[Файл:Gol de Friaça na Copa do Mundo de 1950.tif|мини|301x301пкс|Бразилия футболсыһы Албино Фриаса Уругвай йыйылма командаһы ҡапҡаһына туп индерә]]
«Маракана» стадионыныдастадионында 1950 йылғы донъя чемпионатының һигеҙ матчы үтә, уларҙың бише — беренсе төркөм этабыныҡы, ә өс уйын — финалға сыҡҡан командалар араһында була.
{| class="wikitable"
!Дата
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Маракана» битенән алынған