Анкара: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
287 юл:
 
Анкара — әһәмиәте буйынса Истанбулдан һуң Төркиәлә икенсе финанс-кредит үҙәге. 2002 йылда баш ҡалала яҡынса 600 бүлек һәм 3 дәүләт һәм 30 шәхси банктар иҫәпләнә. Ҡала шулай уҡ милли сауҙала байтаҡ роль уйнай<ref>[https://books.google.com.tr/books/about/Economies_by_City_in_Turkey.html?id=GiYEcAAACAAJ&redir_esc=y Economies by City in Turkey: Economy of Ankara, Economy of Balikesir, Economy of Bartin, Economy of Hatay, Economy of Istanbul]</ref>.
 
== Транспорты ==
Илдең үҙәгендә урынлашҡан Анкара иң мөһим төрөк ҡалалары — Истанбул, Измир, Балыҡкәсир (көнбайышта), Испарта һәм Бурдур (көньяҡ-көнбайышта), Зыңғылдаҡ (төньяҡта), Адана (көньяҡта), Диярбаҡыр (көнсығышта) тура тимер юлы менән бәйләнгән. Ул мөһим шоссе киҫелешендә урынлашҡан. Халыҡ-ара автобутары Төркиәнең төрлө райондарына йөрөй, улар аша — сит илгә. Халыҡ-ара автотранспорт бәйләнеше Анкара аша 100-ҙән ашыу компанияның 3,3 мең төрлө автомобиле һәм 110 фирманың 161 автобусы менән булдырыла. Баш автовокзал тәүлегенә 100 автобус ҡабул итә, Ҡызылайҙа урынлашҡан ?әм ҡала үҙәге менән автобус элемтәһе менән бәйләнгән. Баш ҡаланан 30 км алыҫлыҡта халыҡ-ара Эсенбога аэропорты урынлашҡан. ул шулай уҡ Төркиә ээсендәге рейстарҙы тәьмин итә.
 
Анкара ҡала йәмғиәт транспортын автобустар, Ankaray еңел рельслы транспорт линияһы, дүрт метро линияһы һәм ҡанат юлы тәшкил итә. EG компанияһы Анкара ҡала йәмғиәт транспортының операторы булып тора.
 
==Фотогалерея==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Анкара» битенән алынған