Анкара — версиялар араһындағы айырма

3327 байт өҫтәлгән ,  2 месяца назад
 
== Хакимиәт ==
Ҡала властары хөкүмәттән ҡуйылған губернатор етәкселек иткән төбәк хакимиәтенә буйһона<ref>[http://www.ankara.gov.tr/ T.C. Ankara Valiliği]</ref>. Ҡалаға һайланып ҡуйыла торған Ҡала советы һәм уның алдында яуаплы мэр идара итә<ref>{{cite web |url=http://www.ankara.bel.tr/ |title=Ankara Büyükşehir Belediyesi |accessdate=2006-10-20 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20121130080250/http://www.ankara.bel.tr/ |archivedate=2012-11-30 |deadlink=yes }}</ref>. Оло Анкараның 17 муниципалитеты, 422 мәхәлләһе һәм 82 ауылы бар<ref>[https://www.e-icisleri.gov.tr/Anasayfa/MulkiIdariBolumleri.aspx Türkiye Mülki İdare Bölümleri Envanteri]</ref>.
 
== Иҡтисады ==
Анкара — Төркиәнең (Истанбулдан һуң) әһәмиәте һәм потенциалы буйынса икенсе иҡтисади үҙәге. Уның үҫеше транспорт юлдарында уңайлы урынлашыуы, дәүләт хеҙмәткәрҙренең һәм студенттарҙың байтаҡ һаны, сәнәғәт объекттары, банктар һәм сауҙа компаниялар булыуы менән билдәләнә. Ҡаланың Ҡарабәктәге металлургия базаһына, таш күмере Зыңғылдаҡтағы таш күмере ҙе сығарған урындарға һәм эре ауыл хужалығы сеймалы сығанаҡтарына яҡын булыуы ҡалала һәм уның тирәһендә эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Сәнәғәт предприятиелары ҡаланың төрлө райондарында урынлашмаһын өсөн1990 йылда тәүге сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә, унда Анкара индустрияһының яҡынса 80 % туплана.
 
«Остим» һәм «Иведик» промзоналары бар, унда башлыса урта һәм ваҡ предприятиелар туапланған. Оло Анкара районында 2,3 һәм 5 сәнәғәт зоналарын булдырыу буйынса эштәр башланған. Анкара сәнәғәт палатаһында яҡынса 3000 предприятие теркәлгән. Бөтәһе 53 мең тирәһе сәнәғәт объекттары бар, уларҙа 380 меңдән ашыу кеше эшләй, улар араһынан 19 % — автомобиль һәм авторемонт сәнәғәте, 14 % — электр-техник тармағында һәм 10 % — аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә. 45 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип һанала.
 
аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә10-14 кешелек бәләкәй кафелар таралған. Шәкәр, һөт һәм ит аҙыҡтары, сәскәләр етештереү буйынса, цемент предприятиелары, грузовиктар эшләү заводы бар. Анкарала шулай уҡ кейем тегеү, медицина препараттары һәм ҡоролмалар әҙерләү буйынса предприятиелар бар. Бик тиҙ темптарҙа туҡыу һәм мебель сәнәғәте үҫешә.
 
Анкара — әһәмиәте буйынса Истанбулдан һуң Төркиәлә икенсе финанс-кредит үҙәге. 2002 йылда баш ҡалала яҡынса 600 бүлек һәм 3 дәүләт һәм 30 шәхси банктар иҫәпләнә. Ҡала шулай уҡ милли сауҙала байтаҡ роль уйнай<ref>[https://books.google.com.tr/books/about/Economies_by_City_in_Turkey.html?id=GiYEcAAACAAJ&redir_esc=y Economies by City in Turkey: Economy of Ankara, Economy of Balikesir, Economy of Bartin, Economy of Hatay, Economy of Istanbul]</ref>.
 
==Фотогалерея==
15 338

үҙгәртеү