Лукьян Пономарёв һәйкәле — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
'''Лукьян Пономарёв һәйкәле''' — [[Башҡортостан]]дың [[Баймаҡ]] ҡалаһынан биш-алты километр алыҫлыҡта [[1933 йыл]]да кулактар ҡулынан һәләк булған комсомолец Лукьян Пономарёвтың ҡәберлегендәге һәйкәл. Объект һаны: 0330131000<ref>[https://ru.wikivoyage.org/wiki/%D0%9A%D1%83%D0%BB%D1%8C%D1%82%D1%83%D1%80%D0%BD%D0%BE%D0%B5_%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D0%B5_%D0%A0%D0%BE%D1%81%D1%81%D0%B8%D0%B8/%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%BE%D1%80%D1%82%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD/%D0%91%D0%B0%D0%B9%D0%BC%D0%B0%D0%BA%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD Культурное наследие. Баймакский район] </ref>. Тасуирламаһы: 1933 йыл. Монументаль сәнғәт һәйкәле<ref>[Указ президиума Верховного совета республики Башкортостан № 6-2/251в от 12.05.1992]</ref>.
 
==Тарихы==
Лукьян Пономарев [[Баймаҡ районы]] [[Бикеш (Баймаҡ районы)|Бикеш]] ауылында тыуып үҫкән. Был ауылға 1912 йылда [[Күгәрсен районы]]нан күсеп килгән урыҫтар нигеҙ һалған, ерҙе ағалы-ҡустылы Юрьевтар Яйыҡбай ауылы [[башҡорттар]]ынан һатып һала. 1929 йылда ауыл крәҫтиәндәре «Красная Новь» ауыл артеленә берләшәләр, 1931 йылда тағы ла бер ауыл артеле барлыҡҡа<ref киләname="Х. ҺуңғараҡСафин">Сказание ошоо икеземле артельБаймакской «Победа»(документальное колхозынаповествование берләшәләро. Колхозғаистории берләшеүи Бекешкә [[Баймаҡ]]тан улус комитеты вәкиле Клюдях). Т. Дмитриев менәнАвтор-составитель бәйле була, ул өй артынан өйгә инеп, крәҫтиәндәр менән һөйләшә, ә кискеһен ауыл Советы рәйесе МЮКАСтепанов ауыл халҡын йыйылышҡа саҡыраУзиков. Дмитриев крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өгөтләй: колхоз — ул күмәк хужалыҡ, уны ерен, малын, хеҙмәт ҡоралдарын бергә ҡушып, крәҫтиәндәр ойоштораУфа. 1932 йылда бында шулай уҡ МТС эшләп киләИзд. Бына ошондай ауылда"Слово", ошондай колхоз тормошонда ҡайнап йәшәй1998. Лукьян72-74 Пономаревбит.
</ref>. 1929 йылда ауыл крәҫтиәндәре «Красная Новь» ауыл артеленә берләшәләр, 1931 йылда тағы ла бер ауыл артеле барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ ошо ике артель «Победа» колхозына берләшәләр. Колхозға берләшеү Бекешкә [[Баймаҡ]]тан улус комитеты вәкиле К. Т. Дмитриев менән бәйле була<ref name="Х. Сафин">
</ref>, ул өй артынан өйгә инеп, крәҫтиәндәр менән һөйләшә, ә кискеһен ауыл Советы рәйесе М. К. Степанов ауыл халҡын йыйылышҡа саҡыра. Дмитриев крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өгөтләй: колхоз — ул күмәк хужалыҡ, уны ерен, малын, хеҙмәт ҡоралдарын бергә ҡушып, крәҫтиәндәр ойоштора. 1932 йылда бында шулай уҡ МТС эшләп килә. Бына ошондай ауылда, ошондай колхоз тормошонда ҡайнап йәшәй Лукьян Пономарев.
 
Уның атаһы Василий Григорьевич коллективлашыуҙы бик ихлас ҡабул итә, колхозға ла тимерсе беренсе булып яҙыла. Ярлы ғаиләләргә колхозда яҡшыраҡ булыр, тип өмөтләнә, айырыуса балаһы белем алыр, тип һөйөнә. Колхоз ойошторолғанға тиклем ауыл балалары бер ауыл байының иҫке һарайында уҡыйҙар. Ун йәшлек Лукьян мәктәп ишеген асып инә. Уны унда уҡытыусыһы Елизавета Ивановна ҡаршы ала<ref name="Х. Сафин"></ref>. Киләһе йылда малайҙы пионерға алалар. Был тантаналы көн Беренсе Май байрамы алдынан була. Бына сафтан биш уҡыусы алға сығып баҫа, улар араһында тырыш, тәүәккәл Лукьян да бар. Иптәштәренә боролоп, улар уҡытыусы артынан пионерҙар антын ҡабатлайҙар.
 
Әүҙемлеге, зирәклеге менән айырылып торған Лукьян да үҫеп етә, уны комсомолға алалар. Шаян, йыр-моңға маһир, ҡыйыу йәш егеттең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында абруйы ҙур була. Тиҙҙән Лукьян ошо йәштәрҙән тәүге комсомол ячейкаһын ойоштора. Комсомолдар эшләп тә өлгөрәләр, үҙешмәкәр түңәрәктәренә лә йөрөйҙәр<ref name="Х. Сафин"></ref>.
1933 йылдың июль айында Лукьян Пономарев, райкомдағы эштәрен тамамлап, һыбай Бекешкә ҡайтып килә. Ҡапыл уны бер нисә кеше уратып ала. Лукьян, ниндәй ниәт менән уны көткәндәрен, яҡшы аңлай. Коллективлашыуға ҡаршы булған бандиттар уны ошо ерҙә бысаҡ менән сәнсеп үлтерәләр<ref name="Х. Сафин"></ref>.
 
38-се көндә генә ҡапыл юҡҡа сыҡҡан Лукьяндың кәүҙәһе табыла<ref name="Х. Яҡшы, ғәҙел тормош өсөн янып-көйөп йәшәгән егеттең шулай ғүмере өҙөлә.Сафин">
</ref>. Яҡшы, ғәҙел тормош өсөн янып-көйөп йәшәгән егеттең шулай ғүмере өҙөлә.
 
Баймаҡтан [[Аҡморон]] яғына барған юл ситендә бер ябай ғына һәйкәл тора. Ул коллективлашыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм кулактар ҡулынан 1933 йылда үлем тапҡан комсомолец Лукьян Пономаревҡа ҡуйылған һәйкәл.
15 398

үҙгәртеү