Лукьян Пономарёв һәйкәле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
Уның атаһы Василий Григорьевич коллективлашыуҙы бик ихлас ҡабул итә, колхозға ла тимерсе беренсе булып яҙыла. Ярлы ғаиләләргә колхозда яҡшыраҡ булыр, тип өмөтләнә, айырыуса балаһы белем алыр, тип һөйөнә. Колхоз ойошторолғанға тиклем ауыл балалары бер ауыл байының иҫке һарайында уҡыйҙар. Ун йәшлек Лукьян мәктәп ишеген асып инә. Уны унда уҡытыусыһы Елизавета Ивановна ҡаршы ала. Киләһе йылда малайҙы пионерға алалар. Был тантаналы көн Беренсе Май байрамы алдынан була. Бына сафтан биш уҡыусы алға сығып баҫа, улар араһында тырыш, тәүәккәл Лукьян да бар. Иптәштәренә боролоп, улар уҡытыусы артынан пионерҙар антын ҡабатлайҙар.
 
Әүҙемлеге, зирәклкгкзирәклеге менән айырылып торған Лукьян да үҫеп етә, уны комсомолға алалар. Шаян, йыр-моңға маһир, ҡыйыу йәш егеттең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында абруйы ҙур була. Тиҙҙән Лукьян ошо йәштәрҙән тәүге комсомол ячейкаһын ойоштора. Комсомолдар эшләп тә өлгөрәләр, үҙешмәкәр түңәрәктәренә лә йөрөйҙәр.
1933 йылдың июль айында Лукьян Пономарев, райкомдарайкомдағы эштәрен тамамлап, һыбай Бекешкә ҡайтып килә. Ҡапыл уны бер нисә кеше уратып ала. Лукьян, ниндәй ниәт менән уны көткәндәрен, яҡшы беләаңлай. Коллективлашыуға ҡаршы булған бандиттар уны ошо ерҙә бысаҡ менән сәнсеп үлтерәләр.
 
38-се көндә генә ҡапыл юҡҡа сыҡҡан Лукьяндың кәүҙәһе табыла. Яҡшы, ғәҙел тормош өсөн янып-көйөп йәшәгән егеттең шулай ғүмере өҙөлә.