Лукьян Пономарёв һәйкәле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
== Тарихы ==
Лукьян Пономарев Баймаҡ районы Бекеш ауылында тыуып үҫкән. Был ауылға 1912 йылда Күгәрсен районынан күсеп килгән урыҫтар нигеҙ һалған, ерҙе ағалы-ҡустылы Юрьевтар Яйыҡбай ауылы башҡорттарынан һатып һала. 1929 йылда ауыл крәҫтиәндәре «Красная Новь» ауыл артеленә берләшәләр, 1931 йылда тағы ла бер ауыл артеле барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ ошо ике артель «Победа» колхозына берләшәләр. Колхозға берләшеү Бекешкә Баймаҡтан улус комитеты вәкиле К. Т. Дмитриев менән бәйле була, ул өй артынан өйгә инеп, крәҫтиәндәр менән һөйләшә, ә кискеһен ауыл Советы рәйесе М. К. Степанов ауыл халҡын йыйылышҡа саҡыра. Дмитриев крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өгөтләй: колхоз — ул күмәк хужалыҡ, уны ерен, малын, хеҙмәт ҡоралдарын бергә ҡушып, крәҫтиәндәр ойоштора. 1932 йылда бында шулайуҡшулай уҡ МТС эшләп килә. Бына ошондай ауылда, ошондай колхоз тормошонда ҡайнап йәшәй Лукьян Пономарев.
 
Уның атаһы тимерсе Василий Григорьевич коллективлашыуҙы бик ихлас ҡабул итә, ярлыколхозға ла тимерсе беренсе булып яҙыла. Ярлы ғаиләләргә колхозда яҡшыраҡ булыр, тип шатланаөмөтләнә, айырыуса балаһы белем алыр, тип һөйөнә. Колхоз ойоштороғанғаойошторолғанға тиклем ауыл балалары бер ауыл байының иҫке һарайында уҡыйҙар. Ун йәшлек Лукьян мәктәп ишеген асып инә. уныУны унда уҡытыусыһы Елизавета Ивановна ҡаршы ала. Киләһе йылда малайҙы пионерға алалар. Был тантаналы көн Беренсе Май байрамы алдынан була. бынаБына сафтан биш уҡыусы алға сығып баҫа, улар араһында тырыш, тәүәккәл Лукьян да бар. Иптәштәренә боролоп, улар уҡытыусы артынан пионрҙарпионерҙар антын ҡабатлайҙар.
 
Әүҙемлеге, зирәклкгк менән айырылып торған Лукьян да үҫеп етә, уны комсомолға алалар. Шаян, йыр-моңға маһир йәш егеттең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында абруйы була. Тиҙҙән Лукьян ошо йәштәрҙән тәүге комсомол ячейкаһын ойоштора. Комсомолдар эшләп тә өлгөрәләр, үҙешмәкәр түңәрәктәренә лә йөрөйҙәр.
1933 йылдың июль айында Лукьян Пономарев, райкомда эштәрен тамамлап, һыбай Бекешкә ҡайтып килә. Ҡапыл уны бер нисә кеше уратып ала. Лукьян, ниндәй ниәт менән уны көткәндәрен, яҡшы белә. Коллективлашыуға ҡаршы булған бандиттар уны ошо ерҙә бысаҡ менән сәнсеп үлтерәләр.
 
38-се көндә генә ҡапыл юҡҡа сыҡҡан Лукьяндың кәүҙәһе табыла. Яҡшы, ғәҙел тормош өсөн янып-көйөп йәшәгән егеттең шулай ғүмере өҙөлә.
 
Баймаҡтан Аҡморон яғына барған юл ситендә бер ябай ғына һәйкәл тора. Ул коллективлашыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм кулактар ҡулынан 1933 йылда үлем тапҡан комсомолец Лукьян Пономаревҡа ҡуйылған һәйкәл.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==