Лукьян Пономарёв һәйкәле: өлгөләр араһындағы айырма

Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһынан биш-алты километр алыҫлыҡта 1933 йылда кулактар ҡулынан һәләк булған комсомолец Лукьян Пономарёвтың ҡәбе
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Лукьян Пономарёв һәйкәле''' — Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһынан биш-алт..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

16:24, 29 июнь 2020 өлгөһө

Лукьян Пономарёв һәйкәле — Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһынан биш-алты километр алыҫлытыҡта 1933 йылда кулактар ҡулынан һәләк булған комсомолец Лукьян Пономарёвтың ҡәберлегендәге һәйкәл.

Тарихы

Лукьян Пономарев Баймаҡ районы Бекеш ауылында тыуып үҫкән. Был ауылға 1912 йылда Күгәрсен районынан күсеп килгән урыҫтар нигеҙ һалған, ерҙе ағалы-ҡустылы Юрьевтар Яйыҡбай ауылы башҡорттарынан һатып һала. 1929 йылда ауыл крәҫтиәндәре «Красная Новь» ауыл артеленә берләшәләр, 1931 йылда тағы ла бер ауыл артеле барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ ошо артель «Победа» колхозына берләшәләр. 1932 йылда бында шулайуҡ МТС эшләп килә. Бына ошондай ауылда, ошондай колхоз тормошонда ҡайнап йәшәй Лукьян Пономарев. Уның атаһы тимерсе Василий Григорьевич коллективлашыуҙы бик ихлас ҡабул итә, ярлы ғаиләләргә колхозда яҡшыраҡ булыр тип шатлана, айырыуса балаһы белем алыр, тип һөйөнә. Колхоз ойоштороғанға тиклем ауыл балалары бер ауыл байының иҫке һарайында уҡыйҙар. Ун йәшлек Лукьян мәктәп ишеген асып инә. уны унда уҡытыусыһы Елизавета Ивановна ҡаршы ала. Киләһе йылда малайҙы пионерға алалар. Был тантаналы көн Беренсе Май байрамы алдынан була. бына сафтан биш уҡыусы алға сығып баҫа, улар араһында Лукьян. Иптәштәренә боролоп, улар уҡытыусы артынан пионрҙар антын ҡабатлайҙар.