Ҡатын-ҡыҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
[[Файл:Collage of famous women.jpg|thumb|400px|''Сверху, слева направо:'' [[Амори-Дюваль, Эжен-Эммануэль|Рождение Венеры]], [[Дункан, Айседора|Айседора Дункан]], [[Лесбия]]; [[Сакагавея]], [[Склодовская-Кюри, Мария|Мария Кюри]], [[Мэрилин Монро]], [[Мата Хари]]; [[У Цзэтянь]], [[Жанна д’Арк]], [[Нефертити]], [[Ганди, Индира|Индира Ганди]] ]]
[[Файл:Башҡорт_ҡатыны._19_быуат.jpg|thumb|right|250px|Башҡорт ҡатыны.19 быуаттың икенсе яртыһы]]
'''Ҡатын-ҡыҙ''' — ҡатын-ҡыҙ енесле [[кеше]] . «Ҡатын» тип өлкән кешене атайҙар,ә бала йәки үҫмер кешене «ҡыҙыҡай» һәм «ҡыҙ» тиҙәр . Ҡайһы бер осраҡта «ҡатын» йәш айырмаһына ҡарамай ҡулланыла, мәҫәлән, «ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуғы» (права женщин, women's rights).
«Ҡатын» гендер бәйләнгәнлекте, ә енесте аңлатмай тигән фекер ҙә йәшәп килә <ref>{{книга|автор = Kessler,Suzanne J., and Wendy McKenna|часть =|заглавие =Gender: An Ethnomethodological Approach|оригинал =|ссылка =https://books.google.de/books?id=As563HBuZcAC|место =|издательство =University of Chicago Press|год =1978|страницы =|isbn = 9780226432069}}</ref> <ref>{{книга|автор =Halim, May Ling, and Diane Ruble|часть =Gender Identity and Stereotyping in Early and Middle Childhood|заглавие =Handbook of Gender Research in Psychology: Volume 1: Gender Research in General and Experimental Psychology|ответственный =Chrisler, Joan C., and Donald R. McCreary|ссылка =https://books.google.de/books?id=Xtq0M1f_aIMC|место =|издательство =Springer Science & Business Media|год =2010|страницы =|isbn = 9781441914651}}</ref>. Ҡатын кеше енси яҡтан өлгөргәс, менопаузаға тиклем [[бала]] таба һәм имеҙә ала <ref>{{cite web |url= http://ozhegov.info/slovar/?q=Женщина|title= Женщина|author= Ожегов С.И., Шведова Н.Ю.|date= |work= Толковый словарь русского языка|publisher= Толковый словарь русского языка|accessdate= 2015-09-03|lang=ru}}</ref>,ҡайһы бер ҡатындар быны эшләй алмай— мәҫәлән, түлһеҙҙәр, [[трансгендер]] һәм интерсекс-ҡатындар (хромосомалар менән бәйле) .
=== Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре===
Донъяла күп халыҡтарҙа электән ҡатын-ҡыҙға өндәшкәндә уның социаль статусын , гендер айырмаһын күрһәткән атамалар ҡулланылған. Бынан тыш генедер айырмаһын күрһәтмәгән һүҙҙәр ҙә ҡулланылыуы мөмкин ( мәҫәлән,«иптәш»).
Кейәүҙә булмаған йәки кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға төрлө һүҙҙәр ҡулланып өндәшкәндәр. Рустарҙа «барышня» (йәш ҡыҙ) һәм «барыня» , «[[госпожа]]» (кейәүҙәге, йәки оло ҡатын), «[[мисс]]» (кейәүҙә түгел) «[[мадам]]» ,«[[миссис]]» (кейәүҙә) [[ инглиз телендә]], «синьорина» (кейәүҙә түгел) һәм «синьора» (кейәүҙә) [[итальян телендә]], башҡорт әҙәбиәтендә "туташ" (ҡыҙ кешегә өндәшкәндә), "ханым" (ир ҡатынына) кеүек һүҙҙәр осрай һ.б. Көнбайышта күп ҡатын-ҡыҙ үҙенә ундай айырма менән өндәшеүҙе хупламай<ref name="fraulein"/>. Гендер лингвистикаһы буйынса бындай айырма эшләү ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә бойондороҡло булыуын күрһәтә <ref>{{статья|автор =Lakoff, R.|заглавие =Language and Woman's Place|ссылка =|издание =Language in Society|год =1973|том =2|номер =1|страницы = 45—80}}</ref>.
 
Хәҙерге заманда ҡайһы бер телдәрҙә бындай айырма эшләү әҙәпһеҙлек тип һанала, шуға күрә телдән төшөп ҡалып бара(мәҫәлән, Германияла «[[фройляйн]]» 1970 йылдарҙан башлап рәсми документтарҙа ҡулланылмай)<ref name="fraulein">{{cite web |url= http://www1.wdr.de/themen/archiv/stichtag/stichtag5184.html|title= Von Fräuleins, die keine mehr sein wollen |author= |date= 1971-02-16|work= |publisher= WDR|accessdate= 2015-09-03|lang=de}}</ref>, Франция менән Бельгияла документтарҙа «[[мадемуазель]]» һүҙе ҡулланылмай<ref>{{cite web |url=http://www.lavenir.net/cnt/DMF20150805_00684196 |title= Ne dites plus «Mademoiselle» mais bien «Madame»|author= |date= 2015-08-05|work= |publisher= L'avenir|accessdate= 2015-09-03|lang=fr}}</ref>.
 
1970 йылдарҙан башлап, Англияла «[[мисс]]» һәм «[[миссис]]» менән бер рәттән «[[миз]]» (яҙғанда— Ms.), гендер нейтраль «микс» йәки «макс» (яҙғанда — Mx.) ҡулланыла<ref>{{cite web|url=http://uktrans.info/attachments/article/249/mxevidencelowres.pdf|title=The Growing Use of Mx as a Gender-inclusive Title in the UK|date=2013-08-20|publisher=UKtrans.into|accessdate=2014-11-22}}</ref>.
 
== Биология һәм гендер ==
Донъяла «ҡатын-ҡыҙ» төшөнсәһе тәү сиратта биологик үҙенсәлектәр тураһында һөйләй <ref name="oyewumi"/>. Икенсе яҡтан , «ҡатын-ҡыҙ» - социаль төркөм , гендер роль йәки гендер берҙәйлек , оҡшашлыҡ ( идентичность). Донъяла бинар гендер системаһы һаҡланып килә, ләкин ҡайһы бер илдәрҙә быны инҡар итеүселәр һаны күбәйә бара.
 
=== Тәбиғи айырымаһы===
==== Генетика ====
[[Файл:Mapa genético o cariograma.jpeg|thumb|200px|right|[[кариотип|Хромосомный набор]] человека (женский)]]
{{main|Механизм определения пола у человека}}
 
Генетика күҙлегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы тип парлы енси хромосомалар ике [[X-хромосома]]нан тора, ә ирҙәрҙең енси хромосомалары [[кариотип]]та бер [[X-хромосома|X-хромосома]] һәм бер [[Y-хромосома|Y-хромосома]]лы. Ҡатын-ҡыҙҙар бер X-хромосоманы әсәһенән ала,икенсеһен— атаһынан (был хромосоманы ул әсәһенән ала). Балиғ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙа икенсе Х-хромосома ҡулса булып уралып ята ( [[тельце Барра]]) . Элек икенсе X-хромосома ҡулланылмай тип иҫәпләнә ине, хәҙер улай тип раҫламайҙар <ref name="Carrel"<ref>{{статья |заглавие=X-inactivation profile reveals extensive variability in X-linked gene expression in females |издание=[[Nature]] |том=434 |номер=7031 |страницы=400—404 |doi=10.1038/nature03479 |язык=en |тип=journal |автор=Carrel L., Willard H. |год=2005}}{{ref-en}}</ref>.
 
Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараған кариотип 46 X-хромосоманан тора, ләки ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙа [[Трисомия по X-хромосоме|47,XXX]] һәм [[Синдром Шерешевского — Тёрнера|45,X]] кариотиптары осрай. Кариотип һәр саҡ анатомия үҫешен билдәләмәй— мәҫәлән, ҡайһы бер ике X-хромосомалы кешеләрҙең енси ағзалары төҙөлөшө ғәҙәттәге ирҙәр анатомияһындағы кеүек <ref>{{книга|автор =Fausto-Sterling, A.|часть =|заглавие =Sexing the Body: Gender Politics and the Construction of Sexuality|оригинал =|ссылка =https://books.google.de/books/about/Sexing_the_Body.html?id=c3lhYfZzIXkC|место =|издательство =Basic Books|год =2000|страницы =|isbn = 9780465077144}}</ref>. Кариотип менән анатомияның бындай бәйләнеше - интерсекс-вариацияның бер төрө.
 
==== Анатомия һәм физиология ====
Биология күҙегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы ирҙәр организмынан бер нисә анатомик һәм һәм физиологик сифат менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр тәне төҙөлөшөндә беренсел һәм икенсел енси билдәләр айырып йөрөтөлә. Беренсел енси билдәләр— әсә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килгән кешенең үрсеү органдарының үҙенсәлектәре, улар енси өлгөрөү һөҙөмтәһендә генә функциональ яҡтан әүҙемләшә. Енси өлгөрөү процесында икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә — улар тәндең башҡа айырымлыҡтарына ҡағыла.
 
[[Файл:Scheme female reproductive system-ru.svg|thumb|upright|Внутренние половые органы женщины]]
Ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы эске һәм тышҡы енси органдарҙан ғибәрәт. Түллек биҙҙәре (Яичники) гормондар етештереүҙе көйләй һәм ҡатын-ҡыҙ [[гаметалары]] — инә күҙәнәктәр ирҙәр гаметаһы — [[сперматозоид]]тар менән аталандырылғас, [[эмбрион]] (яңы кеше организмын) булдыра. Аталандырылмаған инә күҙәнәктәр организмдан күрем ([[менструация]]) менән тышҡа сығарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар енси органдарына баланы ҡарында йөрөтөү өсөн аналыҡ , инәлек еңсәһе һәм бер нисә өлөштән торған тышҡы енси орган «[[вульва]]» инә. Ҡатын-ҡыҙ имсәге башҡа һөтимәрҙәрҙеке кеүек үк һөт бирә ала.
{{сдвоенное изображение|право|Front view of a woman.jpg|200|Posterior view of human female, retouched.jpg|200|Тело женщины. Вид спереди и сзади. У данной модели удалены волосы на теле}}
 
Ҡатын-ҡыҙҙың икенсел енси билдәләре организмға гормондар ( эстрадиол, эстрогендар) йоғонтоһо арҡаһында формалаша. Мәҫәлән, ҡатын ҡыҙҙарҙың буйы ирҙәрҙекенән уртаса 12 сантиметрға кәмерәк<ref>{{книга|автор =Привес М. Г., Лысенков Н. К., Бушкович В. И.|часть =|заглавие =Анатомия человека|оригинал =|ссылка =|место =М.|издательство =Медицина|год =1974|страницы =41|isbn = }}</ref>, киң янбаш һөйәге, түмһәкәй (лобковый угол) тупаҡ мөйөшлө, нәҙегерәк тауыш тембры, кәүҙә ауырлығында мускул өлөшө әҙерәк, май туҡымаһы күберәк өлөштө тәшкил итә, биттә йөн булмауы, тәндә йәндәң бик әҙ булыуы.
Ҡатын-ҡыҙ организмында бер нисә осорҙо бүлеп йөрөтәләр, уларҙың һәр берһенең үҙ анатомия һәм физиология айырымлыҡтары бар <ref name=rukovdstvo_dla_akusherki>[http://www.24q.ru/rukovdstvo_dla_akusherki01/vozrastnye_periody_razvitija_zenskogo_organizma/3436prod.html Возрастные периоды развития женского организма]</ref>:
 
* [[балалыҡ]] — 12 йәшкә тиклем,
* [[енси өлгөрөү ваҡыты]] — 12-16 лет,
* енси яҡтан өлгөрөп еткән осор , йәки репродуктив осор — 45-47 йәшкә тиклем,
* күсеү осоро, йәки [[климакс]] осоро — 50-52 йәштәр тирәһе,
* күрем туҡтағандан һуңғы осор .
 
==== Енесте билдәләү һәм гендер бәйләнгәнлек ====
Хәҙерге заманда кешеләрҙе ике енескә генә бүлеп йөрөтөү менән риза булмағандар ҙа бар. <ref name="apeg2013">{{cite web |url= http://www.aph.gov.au/DocumentStore.ashx?id=aafe43f3-c6a2-4525-ad16-15e4210ee0ac&subId=16191|title= Submission 88 to the Australian Senate inquiry on the involuntary or coerced sterilisation of people with disabilities in Australia|author= |date= 2013-06-27|work= |publisher= Australasian Paediatric Endocrine Group (APEG)|accessdate= 2015-09-09|lang=en}}</ref>. Ундай кешеләрҙе интерсекс, трансгендер кеше тип тә йөрөтәләр<ref>{{статья|автор =Fausto-Sterling, A.|заглавие =The Five Sexes: Why Male and Female Are Not Enough|ссылка =http://www.fd.unl.pt/docentes_docs/ma/TPB_MA_5937.pdf|издание =The Sciences|год =1993|том =33|номер =2|страницы = 20—24}}</ref>.
 
Тәбиғәт ике енес араһындағы кеше итеп яратҡан ҡатындарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен кем итеп тоя, шул енескә яҡын булаһы килеп, гормональ терапия үтә, төрлө хирургик процедуралар яһатып ҡарай .
 
=== Ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле===
[[Файл:Profile portrait of Catherine II by Fedor Rokotov (1763, Tretyakov gallery).jpg|thumb|upright|200px|[[Екатерина Великая]] — Императрица Российская]]
{{main|Гендерная роль}}
 
[[Енсиәт]] роле (гендер роль) — кешенән гендерға (енесенә) бәйле билдәле бер тәртип талап иткән социаль өмөттәрҙең барыһы бергә. Хәҙерге донъяла бинар гендер системаһы йәшәй, уға яраҡлы кешеләр ике бер-берһенә ҡапма-ҡаршы төркөмгә бүленә : ирҙәр һәм ҡатындар, — йәмғиәт кеше енесенә ҡарап унан үҙ енесенә тура килгән гендер ролен үтәүҙе талап итә . Шулай ҙа ҡайһы бер халыҡтарҙа гендер (енсиәт) мөһим социаль категория түгел, шулай булғас, ғәҙәттәге ҡатын-ҡыҙ роле лә юҡ <ref name="oyewumi">{{книга|автор =Oyěwùmí, O. |часть =|заглавие =The invention of women: Making an African sense of western gender discourses|оригинал =|ссылка =https://books.google.de/books?id=X3JSjO6_UvIC|место =|издательство =University of Minnesota Press|год =1997|страницы =|isbn = 9780816624416}}</ref><ref>{{статья|автор = Oyewumi, Oyeronke|заглавие =Conceptualizing gender: the eurocentric foundations of feminist concepts and the challenge of African epistemologies|оригинал =|ссылка =http://www.codesria.org/IMG/pdf/OYEWUMI.pdf|издание =Jenda: a Journal of Culture and African Woman Studies|тип =|место =|год =2002|том =2|номер =|страницы = }}</ref>. Ҡайһы бер халыҡтарҙа кешене өс төркөмгә бүлеп ҡарау бар<ref name="diversity">{{книга|автор =Nanda, Serena|часть =|заглавие =Gender Diversity: Crosscultural Variations|оригинал =|ссылка =https://www.amazon.com/Gender-Diversity-Crosscultural-Serena-Nanda/dp/1577660749#reader_1577660749|место =|издательство =Waveland Pr Inc|год =1999|страницы =|isbn = 978-1577660743}}</ref><ref>{{книга|автор =Roscoe, Will|часть =|заглавие =Changing Ones: Third and Fourth Genders in Native North America|оригинал =|ссылка =https://www.amazon.com/Changing-Ones-Fourth-Genders-America/dp/0312224796|место =|издательство =Palgrave Macmillan|год =2000|страницы =|isbn = 978-0312224790}}</ref>.
 
Айырым ҡатын-ҡыҙ енсиәт (гендер) роле булған халыҡтарҙа уның эстәлеге әкренләп үҙгәрә һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа ул төрлөсә. Мәҫәлән, Көнбайышта 1950 йылдарҙа, урта класҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле унан йорт хужабикәһе булыуҙы талап итә һәм ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөмәҫкә тейеш була, ә эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер роле унан йәмғиәт файҙаһына эш менән өйҙәге эште берҙәй алып барыуҙы талап итә (Был ГФР һәм ГДР араһындағы айырмала ла күренә)<ref>{{книга|автор =hooks, bell|часть =Rethinking the Nature of Work|заглавие =Feminist Theory: From Margin to Center|оригинал =|ссылка =https://books.google.de/books/about/Feminist_Theory.html?id=uvIQbop4cdsC|место =|издательство =Pluto Press|год =2000|страницы =|isbn = 9780745316635}}</ref>.
 
==== Гендер айырымлыҡтары ====
{{main|Гендерные различия}}
 
Көнбайышта борондан ҡатын-ҡыҙҙың гендер ролдәрен аңлатҡанда ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең тәбиғи айырмаларына иғтибар иткәндәр <ref name="oyewumi"/>. Тәжрибә мәғлүмәттәре гендер айырымлыҡтарының эволюцион теорияларын раҫлаймай . Мәҫәлән, эмпирик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ партнер һайлағанда буласаҡ ғаиләне туйҙырыусы тип һайламай, а ирҙәр – тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡарамай икәнен күрһәтә<ref>{{статья|автор =Sprecher, S.|заглавие =The importance to males and females of physical attractiveness, earning potential and expressiveness in initial attraction|ссылка =https://link.springer.com/article/10.1007/BF00289173#page-1|издание =Sex Roles|год =1989|том =|номер =21|страницы = 591—607}}</ref>. Күп ғалимдар бындай теорияларҙа булған методологик хаталарға иғтибар итә <ref name="fausto">{{статья|автор =Fausto-Sterling, A.|заглавие =Beyond difference: A biologist's perspective|ссылка =https://www.researchgate.net/profile/Anne_Fausto-Sterling/publication/227675912_Beyond_Difference_A_Biologist's_Perspective/links/0fcfd50d1d60e48739000000.pdf|издание =Journal of Social Issues|год =1997|том =53|номер =2|страницы = 233—258}}</ref><ref name="bussey">{{статья|автор =Bussey, K., Bandura, A.|заглавие =Social cognitive theory of gender development and differentiation|ссылка =http://nana.staff.uns.ac.id/files/2014/02/The-Social-Cognitive-Theory.pdf|издание =Psychological review|год =1999|том =106|номер =4|страницы = 676—713}}</ref>. (Подробнее см.: [[Гендерная роль#Биологические теории|Биологические теории происхождения гендерных ролей]].)
 
Әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында юҡҡа сығарып булмай торған айырмалар бар. Ләкин фәнни мәғлүмәттәр буйынса ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһында оҡшашлыҡ айырмаларға ҡарағанда күберәк. Шуға күрә күп ғалимдар гендер оҡшашлыҡтың төп гипотезаһы тураһында һөйләү нигеҙле булыр ине тигән фекерҙә <ref name="hydegeneral">{{статья|автор =Hyde, J.S.|заглавие =The Gender Similarities Hypothesis |ссылка =http://www.wisebrain.org/papers/GenderSimilarities.pdf|издание =American Psychologist|год =2005|том =60|номер =6|страницы = 581—592}}</ref>. Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы ғалимдар эҙләп тапҡан айырымлыҡтар ( [[Математика]]ға һәләт, арауыҡты танып белеп, аңлау һәм агрессив тәртип) универсаль түгел, улар гендер стереотиптары тәьҫиренә бәйле <ref>{{статья|автор =Guiso, L. et al. |заглавие =Culture, gender, and math |ссылка =http://www.kellogg.northwestern.edu/faculty/sapienza/htm/science.pdf |издание =Science |год =2008 |том =320 |номер =5880 |страницы = 1164—1165 |язык =en }}</ref><ref>{{статья|автор=Lightdale, J. R., & Prentice, D. A.|заглавие=Rethinking sex differences in aggression: Aggressive behavior in the absence of social roles|ссылка=http://psp.sagepub.com/content/20/1/34.short|издание=Personality and Social Psychology Bulletin|год=1994|том=|номер=20|страницы=34—44|deadlink=да|archiveurl=https://web.archive.org/web/20160623145514/http://psp.sagepub.com/content/20/1/34.short|archivedate=2016-06-23}}</ref>.
 
==== Енсиәт ( гендер) стереотиптары ====
{{main|Гендерные стереотипы}}
 
Хәҙерге заманда күп йәмғиәттәрҙә таралған енсиәт (гендер) стереотиптарына ярашлы ҡатын –ҡыҙҙарға һүлпәнлек, бойондороҡлолоҡ, тойғоға бирелеүсәнлек, ҡайғыртыусанлыҡ хас тип иҫәпләнә, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, агрессивлыҡ күрһәтеү ғәйепләнә . Шулай итеп был йәмғиәттәрҙә бығаса йәшәп килгән гендер ролдәр, гендер тигеҙһеҙлеге һаҡлап ҡалырға тырышалар.
 
Мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, бындай стереотиптар эш урынында ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш урынында ҡыҫырыҡлау, хоҡуҡтарын боҙоуға ярҙам итә, күренмәй торған «быяла түшәм» тәьҫирен барлыҡҡа килтерә («быяла түшәм»- ҡатын-ҡыҙ карьераһын туҡтата торған үтә күренмәле сик) <ref>{{статья|автор =Heilman, M.|заглавие =Description and Prescription: How Gender Stereotypes Prevent Women’s Ascent Up the Organizational Ladder|оригинал =|ссылка =http://onlinelibrary.wiley.com/doi/10.1111/0022-4537.00234/epdf|издание =Journal of Social Issues|тип =|место =|год =2001|том =57|номер =4|страницы = 657—674}}</ref>.
 
== Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле ==
[[Файл:Old niqab engraving.jpg|thumb|200px|Женщина-мусульманка в [[Чадра|чадре]] (французская гравюра 1881/1882)]]
 
=== Христиан динендә ===
[[Христиан]] дине буйынса ҡатын-ҡыҙ кеше ир кешегә буйһонорға тейеш. Ләкин Иҫке Ғәһедтә (Евангелие) әсә әһәмиәтенең юғарылығы һәм уны хөрмәт итеү тураһында әйтелә. Балалар әсәһен атаһын хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итергә тейеш, әсәгә хөрмәт менән ҡарамаусыны хатта нығыраҡ яза көтә. Христиан динен таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙур роль уйнаған, ләкин ҡатын-ҡыҙ рухани дәрәжәһен ала алмаған. Хәҙерге заманда христиан сиркәүенең ҡайһы бер ойошмаларында был ҡағиҙәне юҡҡа сығарғандар.
=== Исламда===
{{main|Женщина в исламе}}
[[Шәриғәт]]кә ярашлы ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары араһында бик ҙур айырма бар. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә (ғәрәп илдәрендә) ҡатын-ҡыҙ ирен бер һүҙһеҙ тыңларға тейеш, уның хоҡуғы ирҙәрҙекенә ҡарағанда әҙерәк. Ҡайһы саҡта уның хәле бер хоҡуҡһыҙ ҡол хәленә тиңләшә<ref>[http://www.trust.org/spotlight/poll-womens-rights-in-the-arab-world/ POLL: Women’s rights in the Arab world<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>. Исламда ҡатын-ҡыҙ аҡса табыр өсөн эшкә йөрөргә тейеш түгел, уны ире ҡарарға тейеш, айырылышҡан осраҡта уға мәһәр бирелә (ҡатындың милке тип иҫәпләнә).
 
== Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын боҙоу==
Элек күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждан хоҡуҡтары булмаған, әле лә ҡайһы бер илдәрҙә уларҙың һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуғы юҡ. Бөтә донъяла ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт органдарында бик әҙ. Мәҫәлән, [[АҠШ]]-та ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә, ләкин 109-се саҡырылыш АҠШ конгрессында барлығы 82 , Сенатта — 14 (сенаторҙарҙың 14 %), а АҠШ конгресының вәкилдәр палатаһында -68 (15,6 %) ҡатын-ҡыҙ булған<ref name=autogenerated1>[http://russian.people.com.cn/31521/5454367.html «О ситуации с правами человека в США — 2006»]</ref>.
 
Һуңғы ике быуатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса реформалар үтһә лә, донъяла төрлө ил парламенттарында ҡатын-ҡыҙ бик аҙ. Руанда менән Көнъяҡ Африкала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн парламента квоталар ҡалдырылһа, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке совет республикаларында квоталар бөтөрөлдө. Шул сәбәпле Европа илдәре менән сағыштырғанда был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ парламентта һәм дәүләт органдарында күпкә аҙыраҡ <ref>{{cite book|author=Baten, Jörg |title=A History of the Global Economy. From 1500 to the Present.|date=2016|publisher=Cambridge University Press|page=244,245,246|isbn=9781107507180}}</ref>.
 
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары боҙола, ҡатын-ҡыҙ эш урынында төрлө ҡыҫырыҡлауға дусар ителә. Ул вертикаль сегрегацияла ( «[[быяла түшәм]]», ҡатын-ҡыҙҙарға карьера баҫҡысы буйлап үрләргә бирмәү), горизонталь сегрегацияла (рәсми рәүештә йәки рәсми булмаған ҡайһы бер юғары эш хаҡы түләнгән профессияларҙа һәм профессиональ өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙға эшләргә рөхсәт итмәү), ирҙәр менән сағыштырғанда ҡатын-ҡыҙға әҙерәк эш хаҡы түләүҙә күренә.
 
2013 йылда 774 миллион уҡый-яҙа белмәгән кешенең өстән икеһе – ҡатын-ҡыҙ. Мәктәпкә йөрөмәгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында иң күбеһе- ҡыҙҙар <ref>[http://www.unesco.kz/new/ru/unesco/news/2770 Послание Генерального директора ЮНЕСКО г-жи Ирины Боковой по случаю Международного дня грамотности «Грамотность для XXI века», 8 сентября 2013 года] {{Wayback|url=http://www.unesco.kz/new/ru/unesco/news/2770 |date=20150403223123 }}</ref>.
 
==Байрамдар ==
Ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлау көндәре [[Боронғо Рим]]да уҡ булған, был көндө ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәре бүләктәр биргән һәм уларҙы иғтибар менән солғап алған.
 
Бөгөн донъяла байрам ителгән көндәрҙең күбеһен БМО (ООН) тәҡдим иткән, ләкин уларҙың ҡай береһе , мәҫәлән, [[Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө]] (8 Март) ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше барышында барлыҡҡа килгән.
 
Бөгөн донъяла билдәләнгән ҡатын- ҡыҙ байрамдары<ref>По состоянию на апрель 2011</ref>:
* [[Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө]] (8 март)
* [[Әсәләр көнө]] ( Май айында икенсе ял көнө)
* [[Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө]] (15 октябрь)
* [[Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө]] (25 ноябрь)
Һәм башҡа дини байрамдар бар.
{{Персона
|имя = Ҡатын
|изображение = Woman Montage (1).jpg
|ширина = 300px
|описание изображения = [[Сәба батшабикәһе]]{{•}} [[Магуба Сыртланова]]{{•}} [[Жанна д’Арк]]{{•}} [[Эва Перон]]{{•}} [[Мария Склодовская-Кюри]]{{•}} [[Индира Ганди]]{{•}} [[Венера Виллендорфская]]{{•}} [[Вангари Маатаи]]{{•}} [[Mother Teresa]]{{•}} [[Грейс Хоппер]]{{•}} Mamechiho,&nbsp;[[гейша]]{{•}}[[Тибет]] фермеры{{•}} [[Мэрилин Монро]]{{•}} [[Опра Уинфри]]{{•}} [[Аун Сан Су Чжи]]{{•}} [[Жозефина Бейкер]]{{•}} [[Исида]]{{•}} [[Лаверна Кокс]]{{•}} [[Елизавета I]]{{•}}Кечуа халыҡ
|викисклад =
}}
 
== «Ҡатын» һүҙенең этимологияһы ==
'''Ҡатын''' - ({{lang-fa|خاتون}} — ''<u>Kh</u>ātūn'', {{lang-tr|Hatun}}, тат. ''хатын'', {{lang-mn|хатан}}) - ({{lang-ru|Женщина}}) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред [[З. Г. Ураксин]]а, 2005)</ref>, бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет<ref>Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)</ref>, ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше [[ир]] тип атала.
 
"Ҡатын (Хатун)" һүҙе  — борон ир-аттың "[[хан (дәрәжә)|хан]]" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.
 
[[Төрки халыҡтар|Төрки]]-[[монгол]] донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, [[согдиана|согди]] тамырлы<ref name="CF">Carter Vaughn Findley, «Turks in World History», Oxford University Press, 2005, p. 45: «… В тюркской государственной структуре использовалось множество элементов нетюркского происхождения […] как, например, в случае с титулами „хатун“ […] или „[[бек]]“ […] оба термина имеют согдийское происхождение и до сих пор широко используются в турецком языке…»</ref><ref name="FM">[[Мерниси, Фатима|Fatima Mernissi]], «The Forgotten Queens of Islam», University of Minnesota Press, 1993. pg 21: ''«… „Хатун“ — титул согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами… последующих тюркский правителей…»''</ref><ref>Leslie P. Peirce, «The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire», Oxford University Press, 1993. pg 312: ''«… О титуле „хатун“ см.: Бойль. „Хатун“, 1933., согласно ему, титул, — согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами различных тюркских правителей…»''</ref>.
 
[[Ислам]] дине [[Үҙәк Азия]]ға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын [[Бохара]] батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:<ref name="FM" />.
 
 
{{Цитата|Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән}}
 
Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.
 
== Йөкмәткеһе үҙгәреүе ==
 
Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.
 
== Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ ==
 
Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.
 
=== Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы ===
* [[Бәндәбикә кәшәнәһе |Бәндәбикә]]
* [[Киҫәнбикә Байрасова]]
* [[Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы|Мәғүбә Сыртланова]]
*[[Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы|Зәйтүнә Әлибаева]]
* [[Банат Батырова]]
* [[Сәғиҙә Мөхәмәтдинова]]
 
== «Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр ==
* ''Әбей'' — оло ҡатын
* [[Бисә]] — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын
* ''кәләш''- ир ҡатыны, башлыса йәш ҡатын
 
== Енесте аңлатҡан символика==
 
=== Ҡул ишаралары символикаһы ===
* [[Япония|Японияла]] «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан тыйнаҡһыҙ ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, [[сәтәкәй]]ен генә тура ҡалдырып күрһәтеү <ref>''Тумаркин П. С.'', Жесты и мимика в общении японцев: лингвострановедческий словарь-справочник, — М.: Русский язык-Медиа, 2008, С. 80, ISBN 978-5-9576-0480-8.</ref>.
* [[Урыҫтар|Урыҫтарҙа]] «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була <ref>[http://i-folders.ru/zanyatie/8.htm Русский жестовый язык. Занятие по теме «Люди»]</ref>.
 
{{Hiero|align=right|era=egypt|Древний Египет. Женщина<ref>''Петровский Н. С.'', Египетский язык. Введение в иероглифику, лексику и очерк грамматики среднеегипетского языка. — Л., 1958, С. 52-53.</ref>|<hiero>B1</hiero>}}
 
=== График символика ===
* [[Венера (планета)|Венера көҙгөһө]]  — [[Венера (планета)|Венера]] планетаһы символы ♀, [[биология|биологияла]] ҡатын-ҡыҙ енесен билдәләү өсөн ҡулланыла
<gallery>
Symbol venus.svg|[[Зеркало Венеры]]
Yin yang.svg|[[даосизм|Даосская]] монада «[[инь и ян]]»
</gallery>
 
 
 
== Ҡарағыҙ==
{{Навигация
|Тема= Женщина
|Портал= Женщина
|Викитека=Женщина
|Викицитатник=Женщины
|Викисловарь=женщина}}
{{Дерево статей|Списки женщин}}
{{columns-list|2|
* [[Женственность]] / [[Мать]] / [[Леди]]
* [[Феминизация (социология)|Феминизация]]
* «[[Этаж наследия]]»
* [[Гинекология]]
* [[Мизогиния]] (<small>женоненавистничество</small>)
* [[Митохондриальная Ева]]
* [[Гендерная роль]] / [[Гендерные исследования]] / [[М→Ж транссексуальность]]
* [[Гиноид]] (<small>робот с женской внешностью</small>)
* [[Права женщин]]
}}
 
==Иҫкәрмәләр ==
{{примечания|2}}
 
== Әҙәбиәт ==
* {{ВТ-ЕЭБЕ|Женщина}}
* {{книга
|автор = Шон Бёрн.
|часть =
|заглавие = Гендерная психология
|оригинал = The Social Psychology of Gender
|ссылка = https://books.google.ru/books?id=bSYpJ0c7urIC&printsec=frontcover&dq=Шон+Берн+Гендерная+психология&source=bl&ots=3nzYjgT_FF&sig=svO2ZomwT-8EhH4ji_8Lhsk6sho&hl=ru&ei=aV0jTPeHF8zzOc3a5YcF&sa=X&oi=book_result&ct=result&resnum=8&ved=0CDIQ6AEwBw#v=onepage&q&f=false
|ответственный =
|издание = 2-е
|место = {{СПб.}}
|издательство = Прайм-Еврознак
|год = 2004
|том =
|страницы =
|страниц = 320
|серия = Секреты психологии
|isbn = 5-93878-125-6, 0-07-009182-X
|тираж = 3000
}}
* ''Routledge international encyclopedia of women'', 4 vls., ed. by Cheris Kramarae and Dale Spender, Routledge 2000
* ''Women in world history : a biographical encyclopedia'', 17 vls., ed. by Anne Commire, Waterford, Conn. [etc.] : Yorkin Publ. [etc.], 1999—2002
* ''[[Плосс, Герман|Плосс Г.]]'', Женщина: Монография. Кн. I. — Сыктывкар-Киров, «Вятка». 1995.
* Атлас анатомии человека. Синельников Р. Д., Синельников Я. Р. (4 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: [[Медицина (издательство)|Медицина]]. 1996 год. — 1160 стр.
* Анатомия человека. Сапин М. Р. и др. (2 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: [[Медицина (издательство)|Медицина]]. 2001 год. — 1274 стр.
* Нормальная физиология человека. Ткаченко Б. И. Изд. 2. Учебник для ВУЗов. М: [[Медицина (издательство)|Медицина]]. 2005 год. — 928 стр.
* Гинекология. Савельева Г. М., Бреусенко В. Г. Изд. 3. Учебник для ВУЗов. М: [[ГЭОТАР-Медиа]]. 2007 год. — 432 стр. ISBN 978-5-9704-0466-9
 
==Һылтанмалар ==
* [http://www.prometeus.nsc.ru/women/mirror/index.ssi Указатель «Женщина в прицеле библиографии»]
 
{{внешние ссылки}}
{{внешние ссылки нежелательны}}
 
{{Сексология}}
 
[[Категория:Женщина| ]]
 
 
 
{{Берләштерергә|Ҡатын-ҡыҙ1|Ҡатын-ҡыҙ}}
{{Персона
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡатын-ҡыҙ» битенән алынған