Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
87 юл:
'''Башҡортса Википедия''' икән - бындай нәмәләр менән баш ҡатырып тораһы түгел - әйҙә урыҫсанан тәржемә ит тә ит. Төрлө конкурстарға уйлап та тормай яҙ ҙа яҙ! Тик аҡса ғына эшләп булһын! Башҡортса уҡыусыға кәрәкме ул, ҡыҙыҡмы ул, файҙалымы - эш юҡ!Конкурстар кәрәкмәй тимәйем, кәрәк, әммә уның уҡыусыбыҙ өсөн дә файҙалы, мәнфәғәтле булыуы кәрәк. Имеш, башҡа телдәргә тәржемә ителәбеҙ ҙә танылабыҙ тиеү ҙә бик шикле - башҡа телдәргә беҙҙе урыҫ теле аша тәржемә итәләр, һис тә башҡортса мәҡәләләр аша түгел. Һәм танылыу беҙгә нимә бирә һуң? '''''Башҡорт Википедияһы икәнбеҙ - төп маҡсатыбыҙ - башҡорт телле уҡыусылар өсөн эшләү!''''' Бында бер ниндәй сепаратизм да, милләтселек тә юҡ, исеме әйтеп тора Википедияның. Улайһа Башҡорт Википедияһы булыуҙың үҙен сепаратизм тип белдерә башларға мөмкиндәр! --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 12:12, 28 июнь 2020 (UTC)
*Башҡорт Википедияһында эшләүемә 4 йыл, 7 ай, 27 көн булып киткән икән. Ошоғаса бында тик ҡыуанып ҡына, милләтем, телебеҙ өсөн файҙа килтерәм тип ғорурланып эшләнем. ..
'''Эгоистмындыр...сөнки һәр эшемдә өс мәнфәғәт табып эшләйем. Википедияла ла:'''
 
Википедияла ла :
*темам миңә ҡыҙыҡлы булырға тейеш, үҙем өсөн дә, башҡалар өсөн дә;
*темам миңең үҙемә файҙалы, яңы белем килтерергә тейеш;
*мәҡәлә һәр уҡыусыға, башланғыс белем алыусыға ла белемен тәрәнәйтергә теләүсегә лә тема буйынса уның төп нигеҙҙәрен бирергә тейеш.
 
'''Шул уҡ ваҡытта, мәҡәлә''' :
 
-минең дә( кем эшләгән, шул эшләгән )
104 юл:
Әммә ул үҙенең күрһәткестәрен мөмкин тиклем обьектив сағылдырырға тейеш.Минеңсә, бындай сифатҡа иң яҡыны мәҡәләләрҙең уҡымлығын күрһәткән таблица. Унда ла, бәлки, мәҡәлә уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе тип тулыһынса әйтеп булмай.Әммә ошо һан күрһәткесе буйынса теманың ни тиклем кәрәклеген билдәләй алабыҙ.Тимәк, уҡымлы темаларҙы тулыландырыу зарур булып тора.
 
'''Бына шундай итеп эшләй алыуыбыҙ өсөн ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәк һуң? Викила эшләү дәүерендәге тәжрибәнән күпмелер фекер туплана килде:'''
 
Викила эшләү дәүерендәге тәжрибәнән күпмелер фекер туплана килде:
 
-Википедияла мәҡәлә яҙыусы ирекмәнде –белгесте әҙерләү урыны ла, уҡытыусылар ҙа юҡ. Тимәк, был хеҙмәт тик уның үҙендә ойошторола ала һәм ошо өлкәләлә эшләргә теләүсе ирекмәндәр кәрәк. Башҡа юлы юҡ (бәхеткә ундай ирекмәндәр Башвикила бар, техник яҡтан да, грамматика, тәржемә буйынса ла өйрәтерлек һәм өйрәтеүсе).
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.