Көнсығыш Төркөстан милли-азатлыҡ хәрәкәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
(айырмалар юҡ)

03:37, 29 июнь 2020 өлгөһө

Ҡалып:Нет сносок

Флаг, используемый сторонниками независимости с 1933 года
Герб (эмблема), используемый сторонниками независимости с 1933 года

Көнсығыш Төркөстан милли азатлыҡ хәрәкәте — Көнсығыш Төркөстанды 1757—1759 йылдарҙа Цин империяһы (Ҡытай) баҫып алғандан һуң барлыҡҡа килгән хәрәкәт. Быға тиклем был ерҙәрҙә башҡаларҙан айырымланыу (изоляция) сәйәсәте алып барған теократик дәүләт була. Уйғыр ислам дәүләте (теократия) бөтөрәлә, ике хакимлыҡ иткән "ходжа"лар нәҫеленә ҡараған кешеләр (пәйғәмбәр нәҫеленән) — аҡтағлыктар (ҡаратағлык) юҡ ителә. Берҙән-бер иҫән ҡалған аҡтағлыҡ Самсак-ходжа Бохара әмирлегенә, һуңыраҡ Коканд ханлығына китә. Был ерҙәр Ҡытай Халыҡ Республикаһына инһә лә, азатлыҡ өсөн хәрәкәт әле лә дауам итә.

Тарихы

Өсөнсө ойрат-маньчжур һуғышы

XVIII—XIX быуаттар

  • 1760 — Цин империяһының бер билмәһенә әйләнеүе, Ҡашғарҙағы халыҡ ихтилалын баҫтырыу
  • 1764—1765 —Рахматулла етәкселегендәге Уч-Турфан ихтилалы—Уч-Турфан халҡын тулыһынса юҡ итәләр, Или йылғаһы буйындағы уңдырышлы ерҙәргә башҡа ерҙәрҙән уйғырҙарҙы күсерәләр.
  • 1814 —Тилла ҡарый етәкселегендәге ихтилал
  • 1816 —Зыяутдин етәкселегендәге ихтилал.
  • 1818 —Жангирҙың (Самсак-ходжи улы) тәүге ихтилалы.
  • 1826—1828 —Жангир-ходжи етәкселегендәге икенсе ихтилал, Кашғар, Яркенд, Хотан,Янгигиссарҙы азат итеү. Аҡсу, Учтурфан, Карашар, Куча ҡалаһына табан хәрәкәт. Ихтилалдың баҫтырылыуы.Һатлыҡ йәндәр эшмәкәрлеге. Жангир-ходжа Пекинда язалана.

"Жангир ихтилалынан һуң азиаттарға бығаса еңелмәҫ булып күренгән ҡытайҙарҙың йомшаҡ яҡтары күренде. Кашғар патриоттарының рухы нығыны, уларҙа үҙ Ватандарының бойондороҡһоҙлоғон ҡайтарыуғаяңы, көслө өмөт барлыҡҡа килде ". Чокан Чингис улы Вәлиханов.

  • 1830 —Жангир-Ходжаның туғаны Йософ-ходжаның етәкселегендәге ихтилал. Уйғырҙар Кашғар, Янгиссарҙы ала.
  • 1847 —ете ходжа ихтилалы, Кашгар, Янгигиссарҙы баш күтәргәндәр ала.
  • 1855—1856 —Вәлихан-Түрә ихтилалы. Кашғарҙы боласылар ала.
  • 1864 — Ҡаратғлыҡтар етәксеһе Рәшиддин-ходжа етәкселегендәге Кучарихтилалы. Кашғар, Яркенд, Хотан ихтилалдары. Төнъяҡ райондар күтәрелеше, Или буйында, Чугучактағы ихтилалдар. Цинь империяһы Көнсығыш Төркөстанда (Уйғырстан) бөтөрөлә. Рәшиддин-ходжа Хан-ходжа титулын ала.Өс дәүләт булдырыла: Йеттишар, Или солтанаты, Дунган әмирлеге.
  • 1871 — Или крайын Рәсәй империяһына ҡушыу.
  • 1878—1879 — 80 меңлек Европа ҡоралы менән ҡоралланған Цинь армияһының Цзо Цзунтан илгә баҫып инеүе. Йеттишарҙың ҡолауы.
  • 1881 — Или крайы тураһында Рәсәй- Ҡытай килешеүе, крайҙы Рәсәй кире Ҡытайға бирә. Ҡытайҙа ҡалырға теләмәгән уйғырҙар, дунгандарға Жети-суға (Семиречье) күсергә рөхсәт ителә. Балхаш күле янындағы был ерҙәр Рәсәй империяһында ҡала (Или крайының 20 %, әлеге Ҡырғыҙстандың бер өлөшө) . Был ваҡиғаларға ҡайһы бер уйғыр етәкселәренең инглиздәр менән араларының яҡынайыуы, уларҙан ҡорал һәм башҡа ярҙам алыуы, Рәсәйгә ҡаршы алып барған сәйәсәте лә булышлыҡ итә.
  • 1884 — Синьцзян Ҡытай провинцияһы булдырыла, үҙәге- Урумчи.

XX быуаттың тәүге яртыһы

  • 1912—1913 —Тимур Халпа етәкселегендәге Кумул уйғырҙары ихтилалы.
  • 1931—1934 —Ходжа Нияз-хаджим ходжа етәкселегендәге Кумул уйғырҙары ихтилалы .
  • 1932 — Мүхити ғаиләһе етәкселегендәге Турфан ихтилалы. Кумул һәм Турфан ихтилалсыларының берләшеүе.
  • 1933 — Богр ғаиләһе етәкселегендәге Хотан ихтилалы. Яркент менән Ҡашарҙы азат итеү. Ҡашғарҙа Көнсығыш Төркөстан Төрки Ислам Республикаһын иғлан итеү, Ходжа Нияз- президент , Сабит Абдулбаки Дамулла- премьер-министр була.
  • 1934 — Был республика Ма Чжунин етәкселегендәге дунгандарҙан торған Ҡытай армияһы һәм СССР-ҙың махсус булдырған Алтай армияһы тарафынан юҡ ителә.
  • 1937 —6-сы уйғыр дивизияһының (элекке Мәхмүт Мухити дивизияһы) Абдуниязбек Камал етәкселегендәге ихтилалы. Ихтилал баҫтырыла. Ходжа Нияз-хаджим язалана.
  • 1943 — Или буйы мосолмандары ихтилалы .
  • 1944 — Көнсығыш Төркөстан Республикаһы иғлан ителә. Алихан Тура Сагуний- хөкүмәт етәксеһе.
  • 1946 — КТР президенты Алихан Тураны совет махсус хеҙмәттәре йәшерен алып китә, хөкүмәт етәксеһе итеп Ахметжан Касыми тәғәйенләнә.
  • 1949 — Синьцзян КХР составына инә.

XX быуаттың икенсе яртыһы

1970-сы йылдарҙа уйғыр «революцион ойошмалары» хәрби көрәш башлай[1].

1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң Уйғырстан дәүләтен тергеҙеү һәм Көнсығыш Төркөстанды Ҡытайҙан азат итеү хыялы уйғырҙарға тынғы бирмәй.

XXI быуат

2007 йылда Акто өйәҙендә исламистар менән КХР полицияһы араһында бәрелештәр була. Ҡытай массакүләм матбуғат саралары уйғырҙарҙың хөкүмәткә ҡаршы сығыштары тураһында һөйләмәй, ул сығыштарҙа ҡатнашыусыларҙы «террористар» һәм «экстремистар» тип атай. 2008 йылда тағы ла сыуалыштар булған тигән хәбәр ишетелеп ҡалды.

2009 йыл дың 5-7 июлендә Урумчиҙа (2009) уйғырҙарҙың болаһы ваҡытында, Ҡытай рәсми сығанаҡтарына ҡарағанда, 129 кеше үлгән һәм 1600 тән йәрәхәттәре алған (согласно официальным заявлениям китайских властей). Урындағы властар «тәртипһеҙлектәрҙе башлап ебәреүселәргә» ҡарата иң ҡаты яза талап иткән[2][3][4]. По данным уйгурских эмигрантов, число погибших достигло 600[5].

Бөтә донъя Уйғыр Конгресы

2004 йылдың апрелендә булдырылған бөтә уйғыр ойошмаларын берләштергән ойошма. Хәҙерге ваҡытта уны Рабия Кадыр ханым етәкләй. Был ойошма уртасыл сәйәсәт алып бара, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа көс ҡулланыуға ҡаршы сыға. Бөтә донъя уйғыр Конгресы Ҡытай Конститутцияһына нигеҙләнеп, Уйғырҙар йәшәгән районға ысын мғәнәһендә автономия талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡытайҙа был ойошма терроритсик ойошма тип иҫәпләнә, уны Урумчиҙа (2009) булған трагедияла ғәйепләйҙәр. Штаб квартираһыМюнхенда урынлашҡан.

 
президент ВУК, Рабия Кадыр и секретарь Алим Саитофф, 2006г.

Көнсығыш Төркөстан Ислам хәрәкәте

Был ойошма 1990 йылдар башында Хасан Махсум тарафынан булдырылған (2003 йылда Пакистан махсус хеҙмәттәре тарафынан юҡ ителгән тип иҫәпләнә)[6]. Идеологияһы буйынса радикал исламист сөнниселәр ойошмаларына яҡын тора, Хасан Махсум Кашғарҙа билдәле теолог, дин белгесе булған . Ҡытай мәғлүмәттәре буйынса уның Афғанистанда хәрби лагерҙары булған имеш, тик был турала документтар юҡ[7].

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Анатоль Тарас: «Белорусы еще себя покажут» Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
  2. 129 Tote bei Protesten muslimischer Uiguren (нем.)
  3. Massive Gewalt bei Demo in China — 140 Tote (нем.)
  4. China will Aufständische hinrichten (нем.)
  5. El Gobierno chino promete mano dura para quienes protejan a los responsables de la revuelta (исп.)
  6. китайский террорист застрелен в Пакистане Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine. 23.12 05:31 | MIGnews.com
  7. В декабре 1996 года лидер талибов мулла Омар утверждал, что они отвергли просьбу Вашингтона разместить в Афганистане лагеря по подготовке уйгурских сепаратистов из соседнего Китая Архивированная копия. Дата обращения: 2 май 2014. Архивировано 5 июль 2014 года..

Әҙәбиәт

на русском языке
на других языках

Һылтанмалар

Ҡалып:Национально-освободительное движение уйгурского народа Ҡалып:Этнический национализм