Ҡырғыҙ теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
260 юл:
|}
Ҡырғыҙ телендә оҙон һуҙынҡылар ҡулланыла. Яҙмала улар икешәр хәреф менән бирелә. Оҙон һуҙынҡыны ҡыҫҡартыу ҡайһы саҡ һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртә : '''''уу'''л'''уу''''' «ыулы (ағыулы)» — ''ул'''уу''''' «оло» — '''''уу'''лу'' «улы»; ''с'''аа'''т'' «сәғәт» — ''сат'' «һат»<ref name="автоссылка1">http://journals.tsu.ru/uploads/import/1320/files/17.pdf</ref>. Ҡырғыҙ телендәге 8 һуҙынҡынан алтауһы ғына оҙон була ала — ''а'', ''э'', ''о'', ''у'', ''ө'' и ''ү''<ref name="автоссылка1" />.
 
== Лексикаһы ==
Ҡырғыҙ телендә малсылыҡ теле яҡшы үҫеш алған, шулай уҡ [[ат спорты]] [[Лексика|лексикаһы]] үҫешкән. 1984 йылғы ҡырғыҙ телендә ат спорты лексикаһына арналған тикшеренеүҙәр аттарҙың бары тик йәше буйынса ғына ла ундан артыҡ билдәләмәне асыҡлаған<ref>[http://www.dissercat.com/content/konnosportivnaya-leksika-v-kirgizskom-yazyke Диссертация на тему «Конноспортивная лексика в киргизском языке» автореферат по специальности ВАК 10.02.02 — Языки народов Российской Федерации]</ref>.
 
Туғанлыҡ терминдары системаһы — бифуркатив-коллатераль, йәғни атай һәм әсәй яғынан туғандар бер иш аталмай: ''чоң ата'' «атай яғынан олатай», ''таята'' (''тай ата'') «әсәй яғынан олатай». Шулай уҡ башҡа айырмалар бар, мәҫәлән, ағай кеше өсөн һеңлеһе  — ''ҡарындаш'', апай өсөн һеңлеһе — ''сиңди''.
 
Шулай уҡ ҡатындарға иренең туғандарына исем менән өндәшеү тыйыла.
 
== Исемдәр ==
[[Исем]]дәрҙә грамматик енес (род) категорияһы юҡ. Күплек һаны 12 фонетик варианты булған [[суффикс]]тар ярҙамында барлыҡҡа килтерелә (''-лар'','' -лер'','' -лор'','' -лөр'', ''-дар'','' -дер'','' -дор'', ''-дөр'','' -тар'', ''-тер'', ''-тор'','' -төр''). Суффикстар [[сингармонизм]] законына ярашлы ҡулланыла, ашулай уҡ нигеҙ тамамланған өнгә лә бәйле: ''дос — достор ''«дуҫ — дуҫтар»; ''китеп — китептер'' «китап — китаптар»; ''гүл — гүлдөр'' «гөл — гөлдәр»; ''шаар — шаарлар'' «ҡала — ҡалалар».
 
Исем [[Һан (һүҙ төркөмө)|һан]] менән килә икән, күплек ялғауы ҡушылмай: ''эки күн ''«ике көн», ''беш үй ''«биш өй»'' .''
 
== Ҡырғыҙ алфавиты компьютерҙарҙа ==
[[Файл:KB_Kyrgyz.svg|thumb|290 px| Өө, Ңң, Үү хәрефтәре клавиатурала]]
Төп шрифттар тулыһынса [[Кириллица|кириллицанан]] тора. Мәҫәлән, ОС ''Windows''-та система көйләүҙәрендә [[урыҫ теле]] урынына ҡырғыҙ телен күрһәтеп, уң баҫмаҡ ярҙамында ''Alt'' [О], [Н], [У] баҫмаҡтарына баҫып ''Өө'', ''Ңң'', ''Үү'' хәрефтәрен яҙып була. Икенсе операция системаларында проблема икенсе юлдар менән эшләнә. Мәҫәлән,''Linux'' ОС-ында ''Өө'', ''Ңң'', ''Үү''хәрефтәрен яҙыу өсөн -, +, \ тамғалары ҡулланыла.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡырғыҙ_теле» битенән алынған