Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
208 юл:
***[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]], кем һуң конкурстарҙы кәметеү йәки бөтөрөү тураһында һүҙ алып бара?! Кемдеңдер ҡотҡоһо менән яҙаһың кеүек тойола миңә, йүнләп уҡып тормай яҙғанға оҡшаған. Һүҙ уларҙы үткәреүҙе көйгә һалыу тураһында бара. '''Башҡорт Википедияһы''' тигән исем үҙе үк "башҡорт" һүҙе менән килә, тимәк, ул ошо исеменә торошло булырға тейеш. Республикабыҙ ҙа ошо исем менән барлыҡҡа килгән. Фекерҙәштәрең менән "Башҡорт телендәге википедия" тигәнгә тартырға тырышаһығыҙмы? Бында бер ниндәй милләтселек юҡ, һеҙ беҙҙе милләтселектә ғәйепләргә маташыусылар тирмәненә һыу ҡояһығыҙ!Башҡорт википедияһы Башҡортостанды башҡорт телендә танытырға тейешле ресурс тип һанайым мин. Конкурстарҙы ла бит шул юҫыҡтан ҡарап иғлан итергә була. Мәҫәлән, Уралға, Волга буйы округына бәйле конкурстар, шул уҡ милли республикаларға, тарихҡа бәйле конкурстар... Әҙме ни?! Улар һәр йәһәттән республика халҡы өсөн дә мөһим була ала --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 07:18, 26 июнь 2020 (UTC)
** [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]], бер ҡасан да шул тиклем аңлатмаҫлыҡ нәмә булыр тип уйламаған инем. Нишләп ысынлап та шул тиклем ялғанлайһығыҙ? Нишләп беҙҙән милләтселәр яһайһығыҙ, тип һорар инем, тик милләтсе булыу шул тиклем ҡурҡынысмы ни? Кем-кем...һеҙ беләһегеҙ, бер темаларҙа ултырабыҙ. Унан башҡа шул тиклем оҙон мәҡәләләрҙе тәржемә иттем - һуғыш, алыш, репрессиялар, төрлө илдәр, төрлө темалар, төрлө халыҡтар... Әле төркимарафон конкурсы күңелгә ята, шулай ҙа ҡайһы бер мәҡәләләр ваҡыт талап итә. Мәҫәлән, Темәс педучилищеһы... Әлбиттә, Зәйтүнә әйткәненсә, рувикинан тәржемә итеү еңелерәк, шулай ҙа эшләп була, ә мин үҙем дә яҙғым килә, эҙләнеп... уйланып. Беҙ бит конкурстарға ҡаршы түгел, ә хәҙер килеп һеҙ бөтәгеҙ ҙә үс алырға уйлаған һымаҡ, үҙегеҙ ултырған ботаҡҡа балта менән сабаһығыҙ. Фәрхәд ул поклепты донъя кимәленә сығарһа, мин викила ҡалмаясаҡмын. Аңлайым, Алланың ҡашҡа тәкәһе түгелмен, бәлки, шуны көтәһегеҙҙер. Ҡала алмаясаҡмын, алдан уҡ йөрәк ярһып тибә, сөнки халҡыма файҙа килтерерҙәй урын тапҡан һымаҡ инем, ихлас эшләгән инем --[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 15:39, 26 июнь 2020 (UTC)
* Шәхсән мәсьәләләргә күсеүҙән файҙа юҡ, әммә кем нимә әйткәненә иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең фекерегеҙҙе күптән аңланым инде. Улар тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙең тик беренсе пунктына ғына тура килә. Башҡа пункттар ҡатнашыусыларҙы ла, ойоштороусыларҙы ла, конкурстарҙы ла сикләй. Был һис шикһеҙ проект үҫешен дә сикләй. Беренсенән, бөтә ҡатнашыусыларҙы бер ҡалыпҡа килтерергә ярамай. Барыһы ла һеҙҙең кеүек үҙ аллы мәҡәләләр яҙа алмай, күптәре тик тәржемә менән шөғөлләнә - уларҙың эшенә даими йүнәлеш биреү зарур. Тәржемә ителгән мәҡәләләрҙең проектҡа бер ниндәй зыяны юҡ - был һәр бер тел бүлектәренә хас күренеш. Икенсенән, конкурстарҙың тағы бер маҡсаты - яңы ҡатнашыусыларҙы проектҡа йәлеп итеү. Бының өсөн уларҙың шарттарында өҫтәмә йөкләмәләр урынына тик хуплауҙар булырға тейеш. Өсөнсөнән, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте лә иҫәпкә алырға кәрәк, улар башҡа телдәрҙә башҡорттар һәм Башҡортостан тураһында мәҡәләләрҙе арттырыуға булышлыҡ итә. Башҡа фекерҙәрҙе ҡағиҙәләр буйыса фекерләшеү битендә яҙҙым, улар буйынса өҫтәмә фекерегеҙ булһа һөйләшеүҙе шунда дауам итәйек. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 04:04, 27 июнь 2020 (UTC)
 
==RusWiki==