Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
1 юл:
'''Һиҙиәтов Ишмырҙа Хайрнур улы''', 28 октябрь, 1933, Ҡужан ауылы, [[Әбйәлил районы]], Башҡорт АССР-ы- 9 февраль, 2003 йыл, Башҡортостан Республикаһы) -совет, Рәсәй ғалимы- табип. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы<ref name="Хидиятов И.Х.">[http://ahrb.ru/ob-associacii/personalii/hidiyatov-ih/ Хидиятов И.Х.]</ref>.
== Биографияһы ==
Ишмырҙа Һиҙиәтов 1933 йылдың 28 октябрендә [[Әбйәлил районы]] [[Ҡужан]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Ишмырҙа ете йәштән әсәһенә ҙур ярҙамсы була. 1948 йылда Әбйәлил районы Салауат урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай.[[FileФайл:Вид в сторону Кужаново - panoramio.jpg |thumb|right|200px|Әбйәлил районы Ҡужан ауылы яғындағы тауҙар ]]
 
1948—1951 йылдарҙа [[Темәс педагогия училищеһы]]нда уҡый. Училищела уҡығанда уны «Ҡот» тип йөрөтәләр, сөнки ул көслө рухлы, нимәгә тотонһа, шуны булдыра алған егет була. Ике йыл Әбйәлил рәйоны [[Таштимер]] мәктәбендә физика менән математика уҡытҡандан һуң, ул [[Башҡорт дәүләт медицина университеты|Башҡорт дәүләт медицина институты]]на уҡырға инә. Дауалау факультетында яҡшы уҡыған студент Ишмырҙа Һиҙиәтов бокс, парашют спорты, трамплиндан һикереү спорты кеүек спорт төрҙәре, фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Хирургия буйынса түңәрәктәргә йөрөй, был буласаҡ табипҡа ғилми юлын табырға ярҙам итә<ref name="Ауыл осондағы тын йорт">[ http://bashkizi.bashkortostan102.ru/archives/161-auyl-osonday-tyn-yort.html Ауыл осондағы тын йорт]</ref>.
9 юл:
1961 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны [[Баймаҡ районы]] Целинный участка дауаханаһына ебәрә, бында Һиҙиәтов операциялар эшләүҙе яйға һала.
 
1963 йылда ул клиник ординатураға инә, хирургия буйынса белемен камиллаштыра. Ординатуранан һуң профессор А. С.Дәүләтов кәңәше буйынса аспирантураға уҡырға инә.
 
1965—1968 йылдарҙа ул аспирантурала уҡый, был осорҙа уға тура, (йыуан) эсәк шештәренә бик күп операциялар эшләргә тура килә.
 
1965—1968 йылдарҙа ул аспирантурала уҡый, был осорҙа уға тура (йыуан) эсәк шештәренә бик күп операциялар эшләргә тура килә.
1969 йылда Ишмырҙа Хайрнур улы «Модификация и обоснование эвагинационного метода резекции прямой кишки по И. И. Грекову» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай<ref name="Он оставил добрый след на земле">[https://www.bashinform.ru/news/584690-on-ostavil-dobryy-sled-na-zemle-k-80-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vracha-i-obshchestvennogo-deyatelya-ishmurzy-khidiyatova/ Он оставил добрый след на земле ]</ref>.
 
Юл 23 ⟶ 24:
Ишмырҙа Хайрнур улы- Башҡортостанда колопроктологияға нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе.
 
1983 йылда уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем бирелгән.
 
1994 йылда И.Һиҙиәтов бик күптәрҙе аптыратып, Өфөлә яйға һалынған тормошон ҡалдырып, тыуған яғына ҡайтып китә. Әбйәлил районы үҙәк дауаханаһында ул табип булып эш башлай. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып дауахана- [[хоспис]] төҙөү эшен башлап ебәрә (тыуған ауылы Ҡужанаға яҡын Әбйәлил районы Салауат ауылында). Бер нисек тә дауалап, аяҡҡа баҫтырып булмаған ауыр сирлеләрҙең аяныслы хәлен күреү Ишмырҙа Һиҙиәтовты электән борсой. Уларҙың хәлен еңеләйтеү, ғаиләләрен был аясныслы хәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырмау йәһәтенән башҡарыла был эш. Һиҙиәтовҡа аҡса эҙләргә, төҙөлөшкә етәкселек итергә тура килә.
Юл 31 ⟶ 32:
И. Н. Һиҙиәтов үҙ эше һөҙөмтәләре менән Мәскәү, Стамбулда үткән паллиатив ярҙам буйынса фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, улар тураһында ентекләп һөйләй. Хосписҡа Мәскәүҙән белгестәр килә башлай.
 
2001 йылда ул Әбйәлил районының «Йыл кешеһе» тигән исем бирелә.
 
2002 йылда Ишмырҙа Һиҙиәтов «Почет» ордены менән бүләкләнә .
 
Ишмырҙа Хайрнур улы Һиҙиәтов  — ауыр сирлеләргә ярҙам итеү эшен үҫтереүгә, Рәсәйҙә хоспис эшен булдырыуға һиҙелерлек өлөш индергән шәхес.
 
Ишмырҙа Һиҙиәтов көтмәгәндә бесән тейәлгән машина башынан йығылып төшөп, ҡазалана. 2003 йылдың 9 февралендә вафат була.
 
== Ғаиләһе ==