Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
********* Һәм [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], мин дә [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]]тың һорауын ҡабатлайым: '''Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң?'''. ''Бында шул конкурстарҙа ҡатнашыу мәжбүригә әйләнде бит, береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Башвики менән ситтән идара итәләр, был айҙа ошоно эшләгеҙ, икенса айҙа ошоно яҙығыҙ тип.'' тигән фраза менән Википедияның ирекмәнлек тәғлимәте үтәлмәүен әйтәһең. '''Кем, ҡасан, нисек был тәғлимәтте боҙа? Конкрет дәлилдәр килтер.''' Яуап бир әле, зинһар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 15:12, 22 июнь 2020 (UTC)
***********[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] Бер үк нәмәне ҡабатларға мәжбүр итәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған рус һәм инглиз википедияһы менән 20 ҡатнашыусыһы булған башҡорт википедияһын сағыштырырға ярамай. Ҙур википедияларҙа барлыҡ төп төшөнсәләр тураһында яҙылған, уларға эш булһын тип тар темаларҙы тәҡдим итергә була (мәҫәлән, Ростов өлкәһендәге сиркәүҙәр, йәки Смоленск өлкәһе һауынсылары). Бәләкәй википедияла хәл бөтөнләй башҡаса. Беҙгә башта шул төп төшәнсәләрҙе яҙырға кәрәк (нимә икәнен аңлатыу кәрәкмәйҙер, сиркәүҙәр һауынсалар әлегә был исемлеккә үтмәй. ). Конкурста ғына ҡушылыусы ҡатнашыусылар барлыҡҡа килде. Уларҙы маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ. Был файҙалы эш менән булған башҡа ҡатнашыусыларҙың кәйефен төшөрә. "Конкурста ҡатнаш, һин дә бай булырһың" тигән дезиз идеологияға әйләнгән. Башвики менән конкурсты ойоштороусылар идара итә булып сыға. Улар шарт та ҡуя, талап та ҡуя, был айҙа ошоно яҙығыҙ, киләһе айҙа ошоно яҙығыҙ. Ошо конкурстан файҙаланып "үҙебеҙҙең өйҙө" лә ремонлап алайыҡ тиһәң, юҡ был википедия тәғлимәтенә ҡаршы килә, улай ярамай! яуап тулы булды, башҡа был һорауға әйләнеп ҡайтаҫҡа! --[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 18:58, 22 июнь 2020 (UTC)
************* '''Һорауға бөтөнләй яуап юҡ.''' Конкурста ҡатнашыу/ҡатнашмау, башҡаларҙың уңыштарына көнләшеү/көнләшмәү - — һәр ваҡыт шәхси мәсьәлә булып ҡала, уға иғтибар биреүҙең файҙаһы юҡ. «Ирекле энциклопедия», «ирекмән-ҡатнашыусы» һүҙҙәренең мәғәнәһен юғалтмайыҡ. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)
* Процедура тарихы буйынса фекерем: Конкурстар тураһында фекер алышыу [[Википедия:Ҡоролтай#Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында]] тигән бүлектә 2 июндә башлағайны. Фекерҙәр ҡағиҙә булараҡ төҙөлә башлағас фекер алышыуҙы 4 июндә бында күсерергә тәҡдим иттем. 8 июндә {{u|ZUFAr}} Ҡоролтайҙағы фекер алышыуҙан үҙенең тәҡдимдәрен генә бында килтереп ҡуйып, тауыш биреү асты. Минең тәҡдимдәрҙе индермәне, тауыш биреү арауығын билдәләмәне, һәр тәҡдимгә айырым тауыш биреү ойошторманы. 10 июндә {{U|Comp1089}} тағы бер [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар|тауыш биреү урыны]] асты, бындағы бүлектән унда һылтанма ҡуйманы. '''Тауыш биреү буйынса ҡарар сығарылған ул! 19 июндә ундағы биттә [[Википедия:Тауыш_биреүҙәр/Конкурстар#Һөҙөмтәләр|һөҙөмтәләр бүлеген яҙҙы]]''', әммә [[Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар]] бүлегенә ҡағиҙәләрҙе яҙманы. Кем яҙырҙыр? Киләсәктә был ҡағиҙәләр фекер алышыу булып ҡына ҡалыуы ихтимал. {{U|Comp1089}} ҡарар сығарыуына ҡарамаҫтан, [[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]], [[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]], [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] һаман да ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һорайҙар. Сөнки улар [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар]] күрмәнеләр. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)
 
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.