Баймаҡ фажиғәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
'''Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын атыу''' ('''Баймаҡ фажиғәһе''') — [[1918 йыл]]дың [[7 март]]ында [[Орск өйәҙе]]Баймаҡ|Баймаҡ [[(Таналыҡ-Баймаҡ)]] ауылынан көнбайышҡа табан ярты километр алыҫлыҡта һәм [[9 март]]та шул уҡ өйәҙҙең Сидоровка (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Фёдоровка) утары янында булған ваҡиғалар.
 
== Көньяҡ Уралда Баймаҡ фажиғәһенә тиклемге ситуация ==
[[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]] һәм [[башҡорт милли хәрәкәте]] барышында (1917—1921 йылдар) [[Башҡортостан]] тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған фажиғәле ваҡиғалар күп була. Илдең башҡа төбәктәрендә һымаҡ, Башҡортостанда ла «аҡ террор» ғына түгел, «ҡыҙыл террор» ҙа була, законлылыҡтың тупаҫ боҙолоуҙары, контрреволюцион тип иғлан ителгән башҡорт халҡына рәхимһеҙ ҡараш хөкөм һөрә. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн фажиғәғә әйләнә: хәйерселеккә, аслыҡ һәм рухи бөлгөнлөккә төшөү, физик яҡтан юҡҡа сығарыуға килтерә. Большевиктар тарафынан башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Ғимран Мағазов]]ты, [[Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы|Ғабдулла Иҙелбаев]]ты, поляк офицерҙарын һәм ирекле отрядтың башҡорт һалдаттарын Таналыҡ — -Баймаҡта атып үлтереү — ошондай фажиғәләрҙең береһе.
 
=== Таналыҡ — -Баймаҡ эшселәр советының Башҡортостан Республикаһынаавтономиһына ҡарашы ===
Баймаҡ ауылы (һуңынан ҡала) бөрйән башҡорттары биләмәләрендә Таналыҡ — -Баймаҡ баҡыр иретеү заводы янында фәҡәт урыҫ кешеләренән торған завод биҫтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән. 1917—1921 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте формалашыуы осоронда завод халҡы большевиктар, совет власы яғын ҡабул итә. Тәүге сиратта, завод эшселәренә таянған Эшсе депутаттарҙың Таналыҡ — Баймаҡ советы йөҙөндә яңы власть башҡорт автономияһына ҡарата асыҡтан-асыҡ дошмандарса позицияла тора. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың эшселәре, шул иҫәптән, Таналыҡ-Баймаҡ советы тарафынан, үткәрелгән сәйәсәттең асылы 1918 йылдың 12 мартында ҡабул ителгән резолюцияһында иҫ китмәле асыҡ билдәләнә:
«Еңеп сыҡҡанса өс төп дошманға ҡаршы көрәшергә:
 
15 юл:
в) бөтә донъя буржуазияһы менән».
 
«Башҡурдистан» аҫтында [[1917 йыл]]дың [[15 ноябрь|15 ноябрендә]] иғлан ителгән һәм 1917 йылдың 20 декабрендә [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы]] тарафынан раҫланған [[Башҡортостан Республикаһыавтономияһы]] күҙ уңында тотола. Шулай итеп, Таналыҡ-Баймаҡ советы өсөн, шул иҫәптән советтың беренсе рәйесе Леонид Азанов өсөн дә, башҡорт автономияһына, башҡорт халҡының милли дәүләтселегенең ниндәй булһа ла сағылышына ҡаршы һуғыш — төп мәсьәләләрҙең береһе була.
 
Эшсе депутаттарҙың Таналыҡ — -Баймаҡ советы 1917 йылдың 16 мартында барлыҡҡа килә. [[XX быуат]] башында уҡ Көньяҡ-Көнсығыш Башҡортостан башлыса күп милләтле булыуына ҡарамаҫтан, әлеге эшселәр советы составында бер башҡорт та булмай. Башҡорттарҙың милли дәүләтселеккә ынтылыуында был һәм башҡа советтар үҙҙәренең тар милли мәнфәғәттәренә ҡурҡыныс янауын ғына күрә. Бөтә аҙымдарын улар [[Екатеринбург]] ҡалаһы властары менән бергәләп хәл итә. Эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының Урал өлкә советы һәм Халыҡ хужалығының өлкә советы президиумының [[1918 йыл]]дың [[20 май]]ындағы ҡарарына ярашлы Көньяҡ- Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) заводтарының һәм рудниктарының национализациялауы үткәрелә. [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Орск өйәҙе]]нә ҡараған Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте предприятеларын Леонид Азанов һәм уның ярҙамсылары Башҡортостан юрисдикцияһынан сығарыуға өлгәшәләр, алдан уҡ Таналыҡ- — Баймаҡ баҡыр иретеү заводы һәм башҡа сәнәғәт предприятиеларҙы Башҡорт республикаһы составынан сығарыу йүнен күрәләр<ref name="Зарипов">А.Б.Зарипов. История Баймакского края в 1917-1922 годах: правда и вымысел // Труды кафедры истории Сибайского института Башкирского Государственного университета: Сборник научных статей. – Уфа: РИО БашГУ, 2005. – 164 с. – С.49 – 61.[http://urgaza.ru/library-portal/articles/298/1810/]</ref>
 
== 1918 йылдың 16-22 февралендәге (1-9 марттағы) «Баймаҡ ваҡиғалары» ==
Башҡорт лидерҙары милли хәрби ғәскәрһеҙ ниндәйҙер маҡсаттарға ирешеүе мөмкин булмауын һәйбәт аңлайҙар. Иҫке Рәсәй армияһы офицерҙары, шулай уҡ поляк офицерҙарының бер төркөмө, башҡорт халҡына, башҡорт автономияһын яулауға хеҙмәт итергә теләк белдерәләр. Орск өйәҙенең хәрби комиссары прапорщик Бриц Башҡорт хөкүмәте яғына күсә һәм Башҡорт хөкүмәте ҡарамағына 60 мең һум һәм патрондар менән 300 винтовка тапшыра.
 
1918 йылдың 5 ғинуарында уҡ [[Башҡорт хөкүмәте]] беренсе башҡорт полктарын ойоштороу өсөн үҙенең ағзаларын (Ғ. Иҙелбаев, Ғ. Мағазов, Ғ. Мерәҫов, Ә. Ҡарамышев, Х. Бейешевтарҙы) [[Бөрйән-Түңгәүер кантоныныңкантоны]]ның Таналыҡ — -Баймаҡ биҫтәһенә йүнәлтә. 1918 йылдың 17-18 ғинуарында ҙур булмаған башҡорт отряды Ырымбурҙан сыға, отрядта барыһы 70 тирәһе атлы һәм пехота яугирҙары була, шул иҫәптән 10 поляк офицеры. Отрядты йәш офицер, хәрби врач [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Мағазов]] етәкләй. Полк һалдаттарын кейем, ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн милли фонд булдырыу тураһында ҡарар сығарыла, бының өсөн налогтар индереү, Бөрйән-Түңгәүер һәм башҡа кантондарҙағы шәхси предприятиеларҙың, алпауыт усадьбаларының, заводтарҙың, алтын сәнәғәте приискыларының милеген конфискациялау ҡарала. Экспроприацияны алпауыт Шоттан һәм
Үҫәргән кантонындағы Самакин спирт заводынан башларға булалар. Мәҫәлән, спирт заводынан тартып алынған продукция яҡынса 500 мең һумға һатыла. Приискыларҙа 300 кг көмөш һәм 130 кг алтын һәм бик күп аҙыҡ-түлек алына<ref name="Бюллетень БГУ">[http://bulletin-bsu.com/archive/files/2014/3/57_4569_Khusainov_v2_1075-1079.pdf ФЕВРАЛЬСКИЙ ИНЦИДЕНТ 1918 ГОДА В ТАНАЛЫКОВО-БАЙМАКЕ. А. С. Хусаинов] Бюллетень БГУ</ref>. Отряд Макрушин араҡы заводында туҡтала (бында уларға поляк Бриц ҡушыла), артабан Таналыҡ — -Баймаҡҡа тиклем маршрут [[Ҡаҙырша]], [[Йомаш (Баймаҡ районы)|Йомаш]] ауылдары аша үтә<ref name="Зарипов" />.
 
Биҫтәлә алдан Ғабдулла Иҙелбаев һәм [[Әмир Ҡарамышев]] булып китәләр, улар отрядтың төбәктә булыуын, урындан урынға күсенеүе тураһында иҫкәртеп ҡуялар, урындағы Совет менән бер фекергә киләләр: башҡорт полкын булдырыу буйынса ризалыҡ алына. Башҡорт офицерҙары үҙҙәрен большевиктар тип таныта. Ғ. Иҙелбаев 1918 йылдың 17 февралендә ошо мәсьәләләр буйынса — Башҡорт Ҡыҙыл гвардияһын булдырыу буйынса — [[Петроград]]ҡа, [[Ленин]] менән осрашыу өсөн китергә тейеш була.
 
1918 йылдың февраль уртаһына башҡорт полкында 400 һалдат иҫәпләнә, уларҙың 300 ҡоралланған була. Полк командирҙар составы 24 офицерҙан торған. Башҡорт полкы Таналыҡ — -Баймаҡ урамдарынан йәшел флаг аҫтында, строй йырҙарын башҡорт телендә йырлап уҙғандар. Офицерҙар һәм һалдаттарҙың күк төҫтәге енгә беркетелгән айырыу билдәләре булған. Былар барыһы ла, күрәһең, биҫтә халҡында ойошторолоп ятҡан полкка ҡарата нәфрәт хистәрен көсәйткәндер.
 
[[Ырымбур]]ҙағы [[Башҡорт хөкүмәте]] 1918 йылдың 27 ғинуарында Ленинға телеграмма менән мөрәжәғәт итә: {{начало цитаты}}''«Высокую власть Советов принимаем при возможности самостоятельно заниматься нашими внутренними делами, образовать собственный полк''»<ref name="Зарипов" />.{{конец цитаты}} 31 ғинуарҙа Ҡыҙыл Гвардия частары Ырымбурҙы баҫып алалар һәм губернала тулыһынса тиерлек большевистик диктатураһын урынлаштыралар. Атаман [[Дутов Александр Ильич|Дутов]] [[Верхнеурал]] яғына сигенә. Башҡорт хөкүмәте ҡалала ҡалырға ҡарар итә.
34 юл:
 
Башҡорт хөкүмәтенең һәм ойошторолоп ятҡан полк хәжәттәре өсөн Таналыҡ — Баймаҡ баҡыр иретеү заводында 8 бот алтын, 17 бот көмөш һәм 700 мең дәүләт игене конфискациялана. Баймаҡтан Совет хөкүмәте исеменә Башҡорт хөкүмәтен азат итеү талабы менән телеграмма ебәрелә.
Таналыҡ — -Баймаҡ Советына эшселәр отрядын төҙөү өсөн 2000 һум аҡса бирелә, 100 эшсе ҡорал һәм боеприпастар менән тәьмин ителә.
Эшселәр отрядына ингәндәргә һәйбәт күләмдә эш хаҡы түләнә, Ҡыҙыл Гвардия сафына инеү эшселәрҙең ғаиләләренә файҙа килтерә<ref name="Зарипов" />.
 
59 юл:
Артынса ҡыҙылдар башлығының бойороғо булды. Атыусылар иҫерек булғанға күрә, залп уты килеп сыҡманы, атыш тарҡау булды. Әле йәнен бирмәгән поляк офицерҙары ҡыбырлайҙар ине. Ғабдулла менән Ғимран, ниндәйҙер көс табып, һаман аяҡ өҫтө торалар ине. Бына поляк офицерҙары тымдылар. Ә беҙҙекеләр һаман тора. Ниһайәт, башта Ғимран, уның артынан Ғабдулла, яйлап артҡа ауып, ҡоланылар һәм батырҙарса, күкрәк киреп данлы үлемдәрен ҡаршы алдылар», {{цитата аҙағы|сығанаҡ=}}'' — тип яҙа Х. Ғәбитов.
Атылыу алдынан Ғабдулла Иҙелбаев ҡысҡырып өлгөрә: «Йәшәһен автономиялы Башҡортостан! Башҡортостан йәшәйәсәк! Атығыҙ!». Уларға язалаусылар яуап итеп: «Бына һеҙгә автономия!» — тип ҡысҡыралар.
«Баймаҡ ваҡиғалары» ҡыҙылгвардиясылар отрядының бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған башҡорттарҙы массауи язалауының беренсе осрағы була. [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғ. Ғәбитов]], [[У. Х. Йәһүҙин]], [[Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы|М. К. Әҙеһәмов]] һәм 2 поляк һаҡ аҫтында ҡалдырыла. 50-нән ашыу башҡорт һалдаты азат ителә, 9 мартта Сидоровка (Федоровка) утарында Баймаҡ советы тарҡатҡан полкынан 10 башҡорт һалдаты атып үлтерелә. Язаланғандарҙы яҡындағы шахтаның шурфына ташлайҙар.
 
Шулай итеп, тәүге Башҡорт ғәскәре көс менән баҫтырыла, етәкселәре язалап үлтерелә. Башҡорт милли формированиеһын тарҡатыу төбәктәге яҡлауһыҙ ҡалған халыҡты талауға, мыҫҡыллауға, хөкөмһөҙ үлтереүгә юл аса.