Урдинаран Сантос: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
== Биографияһы ==
Сантос Урдинаран [[1900 йыл]]дың [[30 март]]ында Монтевидео ҡалаһында тыуа.
Ул үҙ карьераһында бер генә — «Насьональ» ([[1919]]—[[1933 йыл]]дар) клубы составында ғына уйнай. Уң һөжүмсе позицияһында була. [[1923 йыл]]да рәсми матчта тәүге дебюты менән сығыш яһай. Шул уҡ йылда ул Copa América турнирының бер өлөшө була. Был уйында уны ҡулланмаһалар ҙа, ул алмаш уйынсы сифатында барыбер ҙә еңеүсе команданың бер өлөшө булып тора.
Сантос — Уругвай йыйылма командаһының икенсе уйынсыһы. Карьераһы дауамында 20егерменән ашыу матч үткәрә, ике гол индерә. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында донъя футболының иң шәп йыйылма командаһы лидерҙарының береһе тип һанала. 1924 йылғы Олимпия чемпионы, өс тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы, «Баск» ҡушаматлы [[Урдинаран Антонио|Антонио Урдинаран]]дың ҡустыһы. Улар сығыштары менән баск булғанлыҡтан, был ҡушамат уларға ныҡлы йәбешә, Сантосты, кесе булғанлыҡтан «Бәләкәй баск» тип йөрөтәләр.
 
[[1930 йыл]]дағы донъя чемпионатында Сантос Урдинаран бер матч — [[Перу]]ға ҡаршы уйынында Уругвайҙың старт йыйылма командаһы өсөн уйнай.