[[Файл:Karakorum_-_Tortue_Sud.jpg|мини|Ҡараҡоромда Юань династияһының таш гөбөргәйеле]]
«Коноик»Хархорин Хархорин территорияһында '''Ҡараҡором''' ({{Lang-mn|Хархорин|ᠬᠠᠷᠠ ᠬᠣᠷᠢᠨ}}, урта быуатта Ҡара Хорум ({{lang-mn|Хар Хорум|ᠬᠠᠷᠠ ᠬᠣᠷᠣᠮ}}).
1220—1260 йылдарҙа Монгол империяһының баш ҡалаһы. Хәҙерге ваҡытта — ҡала, Монголияның Уверхангай аймағының Хархорин (сомоны) административ берәмегенең үҙәге. Атамаһы тирә яҡтағы «Ҡараҡором» тауҙарының монгол топонимына ҡайтып ҡала (монг. ''хар хүрэм'' һүҙмә-һүҙ «вулкандың ҡара таштары»)<ref>Н.Наваан. «Хархорин». УБ. 1959</ref>
[[Файл:Karakorum_Modell_2.jpg|мини|[[Монголия]] тарихы музейында ([[Улан-Батор]]) Боронғо Ҡараҡором моделе]]
[[Файл:Stupas_de_Karakorum.jpg|мини|Ҡараҡором килеләре]]
== Төҙөләшө тарихы ==
=== Тарих башы ===
=== Нигеҙ һалыныуы ===
Ҡалаға нигеҙ һалыныу датаһы булып, Сыңғыҙ-хандың ставкаһы Орхон ярына күсерелгән осор, 1220 йыл һанала. Хандың резиденцияһы, күрәһең, Малахитэ тауы янында, Тахай-балгас ҡаласығында урынлаша, унда [[XII быуат]]та кереит ханының ставкаһы урынлаша. В. В. Бартольд, ҡалаға 1229 йылда [[Үгеҙәй]] нигеҙ һала һәм башта Ордубалыҡ тип атала, тип иҫәпләй<ref>''Бартольд В. В.'' Работы по исторической географии. М., 2002, С. 443.</ref>. Төҙөлөш Үгәҙәй тәхеткә ултырғандан һуң башлана (1229), кәңәшселәре уны баш ҡаланың кәрәклеге тураһында күндерә. Уның идара итеү ваҡытында Ҡараҡором — монгол дәүләте үҙәге тип күҙ алдына килтерелә. Үгеҙәй һарай төҙөй, уны «Ун мең йыл хозур тормош һарайы» ({{Lang-mn|Түмэн амгалант}}; {{Ҡытайса|万年宫|||Ваньнянгун}}) тип атай. Кесе [[сыңғыҙиҙар]]ға шулай уҡ берәр һарай төҙөргә ҡушыла. 1234 йылда һарайҙар ҙа, шулай уҡ ҡорал яһаусы оҫталарҙың кварталдары Тахай-балгастан ситтә ҡәлғә диуарҙары менән уратып алына. Ҡараҡором төп лагерь була, унда хәрби поход ваҡыттарында хан үҙ ғаиләһен ҡалдыра, шулай уҡ ул ҡорал етештереү һәм ғәскәрҙәрҙе йыһазландырыу урыны була.
=== Сәйәси әһәмиәте ===
Үгәҙәй, Гуюк һәм Мүнкә хандар ваҡытында яҡын һәм алыҫ илдәрҙән батшалар, шул иҫәптән рус кенәздәре буйһоноу һәм хөрмәтләү билдәһенә Ҡараҡоромға килә; бында миллионлаған халыҡтың яҙмышын емергән яңы хәрби походтар тураһында мәсьәләләр хәл ителә; был урынға йоғонто яһауға өмөт итеп мосолман, будда, христиан һәм башҡа конфессия эимссарҙары ынтыла. Ҡараҡором тураһында мәғлүмәттәр ҡытай яҙмаларында һәм [[XIII быуат|XIII быуаттың]] Европа сәйәхәтселәре [[Джиованни дель Плано Карпини|Плано Карпини]], [[Марко Поло]] и., [[Гильом де Рубрук|де Рубрук]] яҙмаларында бар.
=== Планлаштырыу һәм халҡы ===
Ҡала бер-береһенән айырым торған бер нисә кварталдан тора, уларҙа һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр һәм бөтә донъянан килгән илселәр йәшәй. Унда төрлө раса һәм төрлө дин тотҡан кешеләр йәшәй. Христиан сиркәүҙәре янында сәйәхәтселәр күп һанлы [[Ислам|мосолман]] [[мәсет]]тәрен һәм [[Буддизм|будда]] ғибәҙәтханаларын күрә. Ҡалала барыһы 12 культ ҡоролмаһы урынлашҡан, иң ҙуры булып будда ғибәҙәтханаһы тора, ул 30 метр бейеклектәге сатыр формаһында төҙөлгән. Ҡала стеналарынан көнсығышҡа ҡарай каналдар менән һуғарылған һөрөнтө ерҙәр урынлашҡан<ref name="КНЭ">{{Из КНЭ|3|149|Каракорум}}</ref>.
=== Бөлгөнлөккә төшөүе ===
Хубилай (1260) тәхеткә ултырыу менән империя баш ҡалаһы ул төҙөгән Кайпинға (Шанду булған), шунан — [[Пекин]]ға күсерелә (1264), һәм 1267 йылда иҫке Пекин ҡалаһынан төньяҡтараҡ, Юань династияһына нигеҙ һалынғандан һуң (1271) Ханбалгасун (''Ханбалык''), йәки {{Lang-mn|Их нийслэл}} — («бөйөк баш ҡала»; ҡыт. ''Дабу'').<ref>{{Китап|автор=[[Чулууны Далай|Далай Ч.]]|заглавие=Монголия в XIII—XIV веках|ответственный=Отв. редактор Б. П. Гуревич|место=М.|издательство=Наука|год=1983|страницы=43}}</ref> исемен ала.
Юаньдың төньяҡ баш ҡалаһы булып хәҙерге Эске Монголияның территорияһындағы Шанду хеҙмәт итә («Үрге баш ҡала»).. Ҡараҡором провинциаль ҡала булып ҡала.<ref>{{Мәҡәлә|автор=Ткачёв В. Н.|заглавие=Каракорум в XIII веке|издание=Mongolica|страницы=227}}</ref>.
Ҡытайҙан монголдарҙы ҡыуып сығарғандан һуң (1368) Юань етәкселеге ҡалдыҡтары ахыр сиктә Ҡараҡоромда төпләнә, әммә 1388 йылда [[Мин империяһы]] ғәскәрҙәре ҡаланы ҡыйрата.
=== XVI быуатта ҡалаға икенсе тапҡыр күсеп ултырыу ===
[[Файл:ErdeneZuuKhiidTemple.jpg|мини|300x300пкс|Эрдэни-Дзу монастыры]]
Саған Сәсәндең «Ҡиммәтле хикәйәткә» ярашлы 1415 йылда ҡоролтайҙа баш ҡаланы яңыртырға тигән ҡарары ҡабул ителә, әммә был ҡарар әлегә бер ниндәй ҙә археологик мәғлүмәттәр менән раҫланмай. Ҡалала XVI быуатта яңынан кешеләр йәшәй башлай, сөнки Батый-Мүнкә Даян-хан уны үҙе резиденцияһы итә һәм ҡалаға баш ҡала статусы бирә. Киләһе йылдарҙа ҡала бер нисә тапҡыр [[сыңғыҙиҙар]]ҙан ойраттарға күсә һәм, күрәһең, әгәр ҙә уға халхас ханы Абатай иғтибар итмәһә, тулыһынса емерелгән булыр ине, <ref>Hans-Georg Hüttel, Der Palast des Ögedei Khan — Die Ausgrabungen des Deutschen Archäologischen Instituts im Palastbezirk von Karakorum, in: Dschingis Khan und seine Erben, p. 140—146</ref>
1585 йылда Абатай Төньяҡ Монголияла беренсе будда Эрдэни-Дзу монастырының төҙөлөшөн башлай, бының өсөн уға иҫке ҡоролмаларҙы тергеҙергә генә түгел, шулай уҡ иҫке ҡала емереклектәренән төҙөлөш өсөн ташты ҡулланып яңы ҡоролмалар төҙөргә тура килә:
{{Цитата|''Тоғон-Тэмур-хан, Пекиндан Монголияға килеп, Хархоринда будда һынын яңырта. Бер нисә быуаттан һуң храмдар аламалана. Улар бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыға, шул саҡ Абатай-хан, Далай-лама Өсөнсөнөң бойороғона ярашлы Хух-Хотонан оҫталарҙы алып килә, улар аламаланған Эрдэни-Дзу храмын реконструкциялай һәм яңыларын төҙөй''
Яңы монастырь Халхиҙың иң ҙур дини, сәйәси һәм иҡтисади үҙәге була, уның эргәһендә күскенселәр торғолоғо өйкөмләшә. Шулай итеп, [[XVI быуат]] аҙағына ҡала урынына тағы ултыра башлайҙар}}.
== Хәҙерге торошо ==
[[Файл:Ville_de_karakorum.jpg|мини|Хархорин ҡалаһының хәҙерге күренеше (2007)]]
Әлеге ваҡытта ҡала [[Уверхангай]] аймағы Хархорин административ берәмегенең үҙәге булып тора. [[2003 йыл|2003 йылда]]да уның хаҡы 8977 кеше тәшкил итә, ә майҙаны — 20,5 км²<ref>アーカイブされたコピー.  <small>Дата обращения 14 января 2013.Официальная статистика Увэр-Хангайского аймака</small></ref>. Хархориндан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 80 километр алыҫлыҡта Монголияның географик үҙәге урынлашҡан.
Муниципаль килемдәрҙең төп сығанағы — ауыл хужалығын һәм туризм. Ҡаланың көнсығышында ятҡан баҫыуҙарҙы һуғарыу Орхон йылғаһынан башҡарыла. Грунтлы осоу-ултырыу һыҙаты менән Хархорин аэропорты Улан-Баторҙан һәм кирегә даими рейстар ҡабул итә.
Яңы ҡала төҙөлөшө туранан-тура иҫке ҡаланың емереклектәренә йәнәш тора. [[2004 йыл]]да Монголияның премьер-министры Элбэгдорж проектлау комиссияһын булдыра, ул харабаларҙы урап үткән яңы төҙөлөштөң проектын төҙөй. Уның фекеренсә, ҡала үҙенең баш ҡала статусын 800-йыллыҡ юбилейына (яҡынса 2020 йылда) тергеҙергә «хәҙерге Монголияның символы» булырға тейеш була<ref>[http://www.inosmi.ru/world/20071102/237618.html ''Холберт Дж.'' Чингисхан живее всех живых // «The Wall Street Journal» 02/11/2007]</ref>. Әммә 2006 йылда Монголия халыҡ партияһынан М. Энхболд файҙаһына уның мәжбүри отставкаһынан һуң был проектҡа әйләнеп ҡайтмайҙар. Был Элбэгдорждың 2009 йылда власҡа ил президенты сифатында кире ҡайтыуынан һуң да эшләнмәй.
[[2009 йыл]]дың [[2 сентябрь|2 сентябрендә]] хөкүмәт ултырышында «[[Хархорум]]» музейын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, ул иҫтәлекле әйберҙәр, тикшеренеүҙәрҙе һаҡлау, Орхон йылғаһы үҙәненең тарихи урындары һәм боронғо монгол баш ҡалаһы кеүек бөтә донъя мираҫы менән бәйле булған тарихты һәм мәҙәниәтте пропагандалау урыны була. Был проектҡа ярҙам итеү өсөн Япония бушлай 5 миллион АҠШ доллары бирә; төҙөлөш эштәрен «Коноике» япон компанияһы башҡара. Музей [[2011 йыл|2011 йылдың]] йәйенән эшләй башлай.
[[2014 йыл]]да Ҡараҡором будда монастырҙарын, уникаль иҫтәлекле әйберҙәрҙе һәм күргәҙмә залын реставрациялау буйынса меморандумға ҡул ҡуйыла. Асыҡ һауалағы музейҙың проектын тормошҡа ашырыу [[2015 йыл]]дың 31 декабренә тулыһынса тамамлана<ref>{{Cite web|url=http://ru.montsame.mn/artandculture/item/5649-2014-07-15-07-19-15|title=НА МЕСТЕ РУИН БУДДИЙСКИХ ХРАМОВ Г.ХАРХОРУМ БУДЕТ СОЗДАН МУЗЕЙ ПОД ОТКРЫТЫМ НЕБОМ|accessdate=2014-07-22}}</ref>.
== Ҡараҡоромды тикшеренеүҙәр тарихы ==
[[XIX быуат]] аҙағында рус ғалимы Н. М. Ядринцев Ҡараҡором емереклектәрен өйрәнә <ref name="КНЭ">{{Из КНЭ|3|149|Каракорум}}</ref>. А. М. Позднеев тарихи сығанаҡтарҙы анализлап боронғо монгол баш ҡалаһының урынын баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә 1585 йылда төҙөлгән будда монастыры Эрдэни-Дзу тирә- яғында булғанлығын раҫлай.
[[1948 йыл|1948]] һәм [[1949 йыл]]дарҙа бында совет-монгол археологик экспедиция эшләй. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә гранит цоколдә ҡоролған Үгәҙәй һарайының ҡалдыҡтары асылған; һарай аҫтында [[XII быуат|XII]] — аҙағы [[XIII быуат|XIII]] быуат башына ҡараған стена биҙәктәре менән будда кумирняһының ҡалдыҡтары табылған<ref name="КНЭ">{{Из КНЭ|3|149|Каракорум}}</ref>. Был эше өсөн эксепдиция етәксеһе С. В. Киселев (1905—1962) СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була һәм СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.{{Всемирное наследие|1081}}
Орхон йылғаһы үҙәненең Мәҙәни ландшафты тип аталған Хархорин ҙур территориялар менән бергә [[2004 йыл]]да [[ЮНЕСКО]]ның [[Бөтә донъя мираҫы]] объекты [http://whc.unesco.org/en/list/1081 № 1081rev] тип иғлан ителә. Хархорин территорияһындағы археологик ҡомартҡылар хәҙер [[2011 йыл]]да асылған «Хархорум» музейында ҡуйылған<ref>''А. Зул''[http://tulhuur.com/index.php?option=com_content&view=article&id=228081:+“Хархорум”+музей+нээлтээ+хийлээ&catid=110:soyol-urlag&Itemid=238 «Хархорум» музей нээлтээ хийлээ]</ref>.
== Иҫкәрмәләр ==
== Әҙәбиәт ==
* Атлас древностей Монголии, в. 1, СПБ, 1899;
* Древнемонгольские города. М., 1965;
== Һылтанмалар ==
* {{Из|БСЭ|http://www.cultinfo.ru/fulltext/1/001/008/058/969.htm|заглавие=Каракорум}}
* Шиловский М. В. К вопросу об открытии Каракорума (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 27 сентября 2007 года.. Электронный журнал «Сибирская Заимка» № 3, 2000
[[Категория:Монголия ҡалалары]]
[[Категория:Азияның юҡҡа сыҡҡан ҡалалары]]
[[Категория:Монгол империяһы]]
[[Категория:Элекке баш ҡалалар]]
[[Категория:Википедия:Статьи с переопределением значения из Викиданных]]
|