Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
7 юл:
1962 йылда — [[Өфө сәнғәт училищеһы]]н, 1973 йылда [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтын]] тамамлай.
 
1976—1978 йылдарҙа [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)|СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]] аспирантураһында уҡый (ғилми етәксеһе [[Мәхмүт Ниғмәтйәнов]]). Уны тамамлағас, «З. Ғ. Исмәғилевтең опера ижадында халыҡ йыры тамырҙары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
 
1961 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитетының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй, 1965—1968 йылдарҙа — [[Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы|Башҡорт дәүләт филармонияһы]]ның лектор-музыка белгесе, 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа — [[Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге|Башҡортостан Композиторҙар берлегенең]] яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре.