Кәрим Хәкимов музейы: өлгөләр араһындағы айырма

музей
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
"{{Ук}} '''Кәрим Хәкимов музейы''' — күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәс..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

18:08, 22 июнь 2020 өлгөһө

Кәрим Хәкимов музейы — күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле, йәш Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарси донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр урынлашыуға ҙур өлөш индергән Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улының мемориаль музейы.

Кәрим Хәкимов музейы
Нигеҙләү датаһы 1962
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дүсән
Карта

Музейҙың тарихы һәм тасүирламаһы

1969 йылда «Марс» колхозы идараһы, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар советы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Бишбүләк районы башҡорма комитеты ярҙамы менән Бишбүләк районы Дүсән ауылында музей бинаһы төҙөлә. Музейҙы тантаналы асыу 1969 йылдың 12 июнендә үтә. 1992 йылда музей яңы ағас бинаға күсә.

2005 йылға тиклем музей Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы булып эшләй. Ә 2006 йылдан Бишбүләк районы муниципаль музейы тип үҙгәртелә.[1]

СССР Журналистар Союзы ағзаһы, оҙаҡ йылдар БАССР Министрҙар Советы Радиокомитетының баш мөхәррире һәм рейесе Ғәҙелов Лотфый Закир улы музей асыу башланғысын күтәреп сығыусы, эскпонаттарҙы йыйыусы һәм систамаға һалыусы булып тора.[2]

Музейҙың фәнни һәм ярҙамсыл фондында 644 экспонат һаҡлана, шул иҫәптән Хәкимовтың шәхси әйберҙәре (мандолина, төрөпкә, юл һандығы һәм башҡалар). Музейҙа Хәкимовтың тормошо һәм дипломатик эшмәкәрлеге тураһында фото- һәм документаль материалдар йыйылған. Экспозициялар уның бала сағы һәм йәшлек йылдарын, Иран, Йәмән һәм Сәғүд Ғәрәбстанындағы дипломатик эшмәкәрлеген һүрәтләй.

Музей бинаһы алдында дипломаттың бюсты ҡуйылған (авторы скульптор Р. Сөләймәнов). Музей биләмәһенә ҡарағайҙар, зәңгәр шыршылар ултартылған. Музейға йылына уртаса 2000 кеше килә. Музейҙа хәтер кисәләре, викториналар, китап уҡыусылар конкурстары уҙғарыла. Сараларҙа ауыл кешеләре һәм ҡунаҡтары актив ҡатнаша.[2]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр