Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
****[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] Бутап һүҙҙе икенсегә борорға тырышаһығыҙ! Был әңгәмәгә Айрат менән Ардахтың ни ҡыҫылышы бар?
Бында шул конкурстарҙа ҡатнашыу мәжбүригә әйләнде бит, береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Башвики менән ситтән идара итәләр, был айҙа ошоно эшләгеҙ, икенса айҙа ошоно яҙығыҙ тип. Конкурстар араһында статуслы мәҡәләләр менән шөғөлләнергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Конкурстарҙы берәү ҙә сикләмәй, тик тематикаһын һайлап алырға һәм конкурс үткәреүгә үҙебеҙҙең шартты ҡуйырға, башвикины файҙалы һәм кәрәкле контент менән тултырырға. Бер ниндәй ҙә хоҡуҡһыҙ башвикиға конкурс ойоштороусылар шар та ҡуя, талап та ҡуя, мәжбүри элементтарын да өҫтәп ҡуя. Беҙҙең дә үҙебеҙҙең шартты ҡуйырға хоҡуғыбыҙ булырға тейеш.--[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 18:20, 21 июнь 2020 (UTC)
***** Был һистә бутау түгел, ә тик миҫал. '''Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң?''' Был бит мөмкин булмаған хәл. Яңылышһам дәлил килтерегеҙ. Шарттарға килгәндә, мәҫәлән, Вики-яҙҙа конкурс өсөн һәр тел бүлеге өсөн урындағы ҡағиҙәләр ҡабул итергә мөмкинлек бар. Ошо форсат менән файҙаланып 2016 йылда беҙҙә статуслы мәҡәләләр, «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә балл биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. Әммә «йөк арбаһы» шунда тороп ҡалды. Етмәһә, беҙ яңы «тәгәрмәс» уйларға керештек. «Конкурстарҙы берәү ҙә сикләмәй» тиһегеҙ, әммә үрҙәге пункттарҙың һәр береһе сикләй булып сыға. Мәҫәлән, ноябрҙә Азия айлығы бара, кемдер декабрҙә башҡорт теле көнө уңайынан «Башҡорт теле айлығы» уҙғарыу тәҡдимен индерә. Беҙ нимә тибеҙ? Ҡағиҙәне уҡы ла сиратҡа тор, киләһе конкурстты ғинуар айынан иртәрәк ойоштороу тыйыла. Артабанғы пункттарҙың да етешһеҙлектәрен һананым инде. Шунлыҡтан ҡағиҙәне төҙөгәндә, проект үҫешен юҡ кимәленә төшөрмәйек. Әгәр үҙгәртергә ҡырҡа ҡаршы булһағыҙ, шунда уҡ яҙығыҙ. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 08:05, 22 июнь 2020 (UTC)
 
* Процедура тарихы буйынса фекерем: Конкурстар тураһында фекер алышыу [[Википедия:Ҡоролтай#Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында]] тигән бүлектә 2 июндә башлағайны. Фекерҙәр ҡағиҙә булараҡ төҙөлә башлағас фекер алышыуҙы 4 июндә бында күсерергә тәҡдим иттем. 8 июндә {{u|ZUFAr}} Ҡоролтайҙағы фекер алышыуҙан үҙенең тәҡдимдәрен генә бында килтереп ҡуйып, тауыш биреү асты. Минең тәҡдимдәрҙе индермәне, тауыш биреү арауығын билдәләмәне, һәр тәҡдимгә айырым тауыш биреү ойошторманы. 10 июндә {{U|Comp1089}} тағы бер [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар|тауыш биреү урыны]] асты, бындағы бүлектән унда һылтанма ҡуйманы. '''Тауыш биреү буйынса ҡарар сығарылған ул! 19 июндә ундағы биттә [[Википедия:Тауыш_биреүҙәр/Конкурстар#Һөҙөмтәләр|һөҙөмтәләр бүлеген яҙҙы]]''', әммә [[Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар]] бүлегенә ҡағиҙәләрҙе яҙманы. Кем яҙырҙыр? Киләсәктә был ҡағиҙәләр фекер алышыу булып ҡына ҡалыуы ихтимал. {{U|Comp1089}} ҡарар сығарыуына ҡарамаҫтан, [[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]], [[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]], [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] һаман да ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һорайҙар. Сөнки улар [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар]] күрмәнеләр. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)
 
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.