Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
* {{Риза}} Гүзәл ҡуйған тәҡдимгә ҡушылам: конкурстар буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙ -- [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Akkashka|әңгәмә]]) 12:18, 20 июнь 2020 (UTC)
* {{U|Comp1089}}! Процедураға килгәндә, Ҡоролтайҙа - бында 10 көн дауамында барған тауыш биреүгә саҡырыусы яҙма тапманым. Бындай ҡағиҙәләр ҡабул ителһә, беҙҙә яҡын арала конкурс ойоштороусылар ҙа, уларҙа ҡатнашыусылар ҙа кәмейәсәк йәки бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Был ҡағиҙәнең кәрәклеген һис тә аңламайым. Википедияла конкурстар - ул мәжбүри эш түгел, теләмәһәгеҙ ҡатнашмағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәләләр рәхәтләнеп яҙығыҙ. Ә хәҙер, киреһенсә, проектҡа ла, уның үҫешенә лә сикләүҙәр индерелә. Шул уҡ конкурстарҙың оҙайлығы. Мәҫәлән, Башҡортостан-100 конкурсы күптәргә оҡшағандыр - бер нисә ай һәм йыл дауамында һәр беребеҙгә оҡшаған тема буйынса иркенләп мәҡәләләр яҙҙыҡ. ''«Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы»'' - был фекер бөтөнләй ят нәмә, мәҡәләнең авторынан башҡа уға бер кем дә яуаплы була алмай, хатта уныһы ла үҙе яҙған [[:ru:Википедия:Собственность на статьи|мәҡәләгә «хужа» була алмай]]. Әгәр мәҡәләлә авторлыҡ хоҡуғы боҙолһа, адмистраторҙар авторҙы түгел, ә ойоштороусыны киҫәтергә/блокларға тейеш буламы? 4-се пунктҡа килгәндә, мәҫәлән, Винница өлкәһе буйынса конкурста - мотлаҡ йәки Башҡортнамә мәҡәләләрен нисек тематикаһына тап килтерәбеҙ? «Мириада»ға/«Башҡортнамә»гә килгәндә - был осраҡта мәжбүр итеү урынына, дәртләндереү шарт. Мәҫәлән, Вики-яҙ-2016-ла «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә баллдар биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 20:40, 20 июнь 2020 (UTC)
**[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] Был турала Зәйтүнә чатта яҙған ине. Һеҙ чатта юҡ, һеҙҙең һәләткә һоҡланырға ғына ҡала! Һеҙ википедияға һирәгерәк керәһегеҙ һәм бындағы хәлде башҡасараҡ күҙ алдына килтерәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған ҙур википедияларҙа бер юлы төрлө конкурстар булыуы мөмкин. 20 ҡатнашыусыһы булған Башҡорт Википедияһында бөтөнләй башҡа хәл. Рус йәки инглиз телендәге википедиялар менән беҙҙе сағыштырырға ярамай, сөнки уларҙа меңәрләгән ҡатнашыусы. Конкурс ваҡытында башҡа бөтә эшмәкәрлек туҡтатыла. Викикитапхана, викидәреслек кеүек проекттар хәҙер ташландыҡ хәлдә. Кемдер тик конкурста ҡатнашып аҡса эшләй, уны маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ, был хәл файҙалы контент өҫтөндә эшләүселәрҙең теләген һүндерә. «Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы» тигән мәҡәләне яҙыусы яуапһыҙ тигәнде аңлатмай.Конкурс мәҡәләләренең сифаты тураһында Айсар ағайҙын һорағыҙ, әгәр ҡараштырып та сыҡҡанығыҙ булмаһа. Конкурс мәҡәләләрен кемдер уҡып тикшереп сығырға тейеш. Был бурыс ойоштороусыға һәм урындағы координаторға йөкмәтелә. Конкурс мәҡәләләренә бәйләнгән награзка таматик яҡтан бәйләнгән булмаһа ла ярай, теләһә ниндәй тема, тик файҙалы контент булһын!
Рөстәм менән хәбәрләшкәндә беҙҙең википедиялағы хәлде коллаборационистик режим (колониаль дәүләт менән идара итеү ысулы, колонизаторҙар килеп көсләп эшләтмәйҙәр, уларға идара итергә урындағы кешеләр ярҙам итә) менән сағыштарған инем, йәғни башҡорт википедияһында ситтән идара итеү формаһы урынлашҡан. Пропаганда: "Һеҙ ирекле, һеҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәй, һеҙ бәхетле!". Идеология: "Көнө-төнө конкурс мәҡәләләрен яҙ, һин дә бай булырһың!". Беҙгә бергәләшнп ошо хәлдән ҡотолорға һәм ирекле үҫергә кәрәк.--[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 08:27, 21 июнь 2020 (UTC)
.
 
 
* Процедура тарихы буйынса фекерем: Конкурстар тураһында фекер алышыу [[Википедия:Ҡоролтай#Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында]] тигән бүлектә 2 июндә башлағайны. Фекерҙәр ҡағиҙә булараҡ төҙөлә башлағас фекер алышыуҙы 4 июндә бында күсерергә тәҡдим иттем. 8 июндә {{u|ZUFAr}} Ҡоролтайҙағы фекер алышыуҙан үҙенең тәҡдимдәрен генә бында килтереп ҡуйып, тауыш биреү асты. Минең тәҡдимдәрҙе индермәне, тауыш биреү арауығын билдәләмәне, һәр тәҡдимгә айырым тауыш биреү ойошторманы. 10 июндә {{U|Comp1089}} тағы бер [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар|тауыш биреү урыны]] асты, бындағы бүлектән унда һылтанма ҡуйманы. '''Тауыш биреү буйынса ҡарар сығарылған ул! 19 июндә ундағы биттә [[Википедия:Тауыш_биреүҙәр/Конкурстар#Һөҙөмтәләр|һөҙөмтәләр бүлеген яҙҙы]]''', әммә [[Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар]] бүлегенә ҡағиҙәләрҙе яҙманы. Кем яҙырҙыр? Киләсәктә был ҡағиҙәләр фекер алышыу булып ҡына ҡалыуы ихтимал. {{U|Comp1089}} ҡарар сығарыуына ҡарамаҫтан, [[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]], [[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]], [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] һаман да ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һорайҙар. Сөнки улар [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар]] күрмәнеләр. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.