Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
352 юл:
Зөфәр Сәлиховтың ([[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]]) админлыҡтан китеүе ысынлап та хөрт килеп сыҡты. Башвикиҙың төп башлаусыһы, ойоштороусыһы, унан, админдар араһынан һорау яҙһаң, һуҙмай ғына яуап та биреүсеһе. "Өй нигеҙе" - башлаусыла, нигеҙ ныҡлы булмаһа, өй ҙә емерелә. Ҡайһы бер админдарыбыҙ яуап биреүҙе кәрәк тә һанамай, һорау йә тәҡдим яҙһаң - ишетмәмеш тә күрмәмеш булалар. Кире админлыҡҡа ҡайтыуын һорайыҡ әле, арҡалаштар, эшләүе бик ауырлашты бит. Унан, беҙ әллә ни күп тә түгел, тырым-тыраҡай, бүленешеп эшләү шәп нәмә түгел, ваҡ-төйәк асыуҙы йота ла беләйек. Асыу - ағыу, йотһаң - дарыу. Беҙ бит милләт хаҡына эшләйбеҙ, шәхси ваҡлыҡтарҙы онотоп торайыҡ. [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], беҙ һине ихтирам итәбеҙ, эшеңде юғары баһалайбыҙ, үҙең башлаған эште үҙең дауам ит, зинһар!--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 12:01, 18 июнь 2020 (UTC)
* {{Риза}} Зөфәр бей, һин беҙҙең эшебеҙгә баһа биреп, тотанаҡлы иҫкәртеп тороусы бик кәрәк кеше. Башҡортҡа хас тыйнаҡ һәм әҙәпле ир-егетебеҙ ҙә! Хакимдарҙың һәм бейҙәрҙең файҙалы эшмәкәрлеген көйләү буйынса тәҡдим ителгән тауыш биреүҙә лә әүҙем ҡатнашайыҡ. [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Akkashka|әңгәмә]]) 12:14, 18 июнь 2020 (UTC)
* {{Риза}}. Зөфәр Сәлиховтың ике вазифаһын да (админ һәм бей) кире тергеҙеүҙе һорайыҡ тип тәҡдим итәм--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 12:19, 18 июнь 2020 (UTC)