Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
 
== Ижади тормошо ==
Бибисара Азаматованың тормошонда йыр һәр ваҡыт айырыуса мөһим урын алып тора. Баймаҡ районында гастролдәргә килгән артистарҙы үҙенә генә хас ихласлығы, йомартлығы менән ҡаршы алып, уларға хөрмәт күрһәткән саҡтары бик күп була. Ә шулай ҙа йөрәге түрендә, күңелендә ятҡан моң шишмәһе, бала саҡтан ишеткән көй-моңдар тыңғы бирмәй, урғылып сыға, олоғая барған һайын уларҙы кемгәлер еткереү теләге тыуа. 1997—1998 йылдарҙа арҙаҡлы йырсы Фәриҙә Ҡудашева тәҡдиме менән «Өфө-Ҡаҙан-Булғар» теплоходында һәүәҫкәр йырсылар концерттарында ҡатнаша башлай, бик күп тапҡыр ошо конкурс-концерттарҙа еңеүсе булып таныла һәм 2010 йылда тәүге тапҡыр теплоход сәхнәһендә үҙе соло концертын бирә. Ә тәүге соло концерты шулай ҙа тыуған Баймаҡ яҡтарында 2006 йылда үтә, уның аккомпаниаторҙары республикала билдәле баянсылар [[Ридик Фәсхетдинов]], Илшат Яхин, [[Хәлит Фәтихов]] һәм уның ике улы Илшат һәм Айнур булыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Барыһы Бибисара Азаматова 5 соло концертын бирә, уларҙың икеһе — Рәил Өмөтбаев менән, өсөһеөсөһө йәш артистар ҡатнашлығында ойошторола.
 
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Бибисара Мостафа ҡыҙы үҙе яратҡан шөғөлөнә бөтә булмышын, күңелен бирә: ул ныҡлап сәхнәгә баҫа. Уның сығыштары, һәр концерты республикала ғына түгел, милләттәштәре йәшәгән һәр төбәктә көтөп алына, шығырым тулы залдарҙа ҙур уңыш менән үтә<ref>[https://vecherka.su/articles/news/125509/На Южном Урале пройдут гастроли башкирской певицы Бибисары Азаматовой]</ref>. Сәхнәләге үҙен тотоу манераһы, үҙенсәлекле моңло тауышы йөрәккә үтеп инә, ул ысынында ''халыҡ йырсыһы'' тип таныла. Бибисара Мостафа ҡыҙы репертуарында башлыса халыҡ һәм ретро йырҙары, шулай уҡ заманса эстрада йырҙары урын ала. Уның менән бергә сығыш яһау бәхете тейгән эстрада йырсылары (Рәил Өмөтбаев, [[Урманшин Фәрүәз Фәрғәт улы|Фәрүәз Урманшин]], Альберт Салауатов, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡа бик күптәр) уның өҫтөнлөгөн, оҫталығын, тәжрибәһен ихлас ҡабул итеп, унан бик күп нәмәгә өйрәнәләр.