Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
 
== Театр репертуары ==
 
Коллектив сит ил һәм ватан классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. З. Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» халыҡ-музыкаль драмаһы «Дирижерҙың иң яҡшы эше» (дирижеры — А. Людмилин) номинацияһында «Алтын битлек» Милли театр премияһына лайыҡ булды. З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев», «Аҡмулла», С. Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле. С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», «Золушка», А. Адандың «Жизель», Л. Минкустың «Баядерка» балеттары. Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Балет солистары Гөлсинә Мәүлиҡасова, [[Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы|Гүзәл Сөләймәнова]], Елена Фомина, Руслан Мөхәмәтов, Илдар Мәнәпов, Римма Закирова, Гөлнара Хәлитова һәм башҡалар һоҡланғыс сығыш яһай. Репертуар планында балалар өсөн спектаклдәргә ҙур иғтибар бирелә.
 
Директоры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В. Г. Рихтер етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы мауығып яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй, ижади пландар менән янып йәшәй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Мәскәүҙә, Башҡортостандың Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә, [[Исмәғилев Заһир Ғариф улы|З. Исмәғилевтың]] «Урал илселәре» операһы һәм Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты ҡуйылды.
 
== Фестивалдәр ==
[[1991 йыл]]дан алып Өфөлә Галина Александровна Бельская башланғысы менән «Шаляпинские вечера в Уфе» исеме аҫтында йыл һайын опера сәнғәте фестивалдәре үткәрелә башлай, фестиваль Рәсәй һәм сит ил ткеатрҙары опера йондоҙҙары ҡатнашлығында уҙғарыла. Фестивалдең барлыҡҡа килеүе идеяһы [[Шаляпин Фёдор Иванович|Федор Шаляпинды]]ң Өфөлә 1890 йылдың 18 декабрендәге опера дебюты (Ст. Монюшконың «Галька» операһында Стольник партияһы) менән бәйле. Фестиваль сиктәрендә башҡорт опера һәм балет театры сәхәнәһендә СССР-ҙың халыҡ артистары [[Архипова Ирина Константиновна|Ирина Архипова]], Пьявко Владислав һәм [[Мария Биешу]], [[Ҙур театр|Ҙур]] һәм Мариин театрҙары солистары, ә шулай уҡ [[Һарытау]], [Һамар]], Пермь һәм башҡа Рәсәй ҡалалрынан музыкаль театрҙары ҡатнаша. 2001 йылдың декабрендә юбилейлы — иҫәбе буйынса унынсы фестиваль үткәрелә. Ул [[Верди]]ның «Травиата» операһы премьераһы менән итальян телендә асыла.
 
[[1993 йыл]]дың мартынан алып [[Рудольф Нуриев]] исемендәге балет сәнғәте фестивалдәре уҙғарыла. Беренсе фестиваль [[ЮНЕСКО]] ҡарамағындағы Халыҡ-ара театр институтының бейеү комитеты почетлы президенты, Париж Бейеү Академияһы ағзаһы, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]], СССР һәм [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы]] [[Григорович Юрий Александрович|Юрий Григорович]] тәҡдименә ярашлы ойошторола һәм уның «Григорович-балет» труппаһы ҡатнашлағында үтә.
 
== Һылтанмалар ==