Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Тутыйғош|2=14 июнь 2020}}
{{Ук}}
'''Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы''' ([[21 октябрь]] [[1948 йыл]]) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. Хеҙмәт ветераны (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1992). 1980—1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры<ref name="Шоңҡар журналы">[https://shonkar.rbsmi.ru/articles/common_material/%D0%91%D0%B8%D0%B1%D0%B8%D1%81%D0%B0%D1%80%D0%B0%20%D1%85%D0%B0%D0%BD%D1%8B%D0%BC/ «ТАМАШАСЫМ ТЫШҠЫ ҠИӘФӘТЕМ ӨСӨН ТҮГЕЛ, ЭСКЕ ДОНЪЯМ, МОҢОМ ӨСӨН ЯРАТҺЫН…»]
</ref>.
 
== Биографияһы ==
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1948 йылдың 21 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Баймаҡ районы]] [[Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы)|Бәхтегәрәй]] (Әпек) ауылында донъяға килгән<ref name="Шоңҡар журналы"></ref>. 8 йәшенә тиклем Бибисара өләсәһендә тәрбиәләнә, ауыл ерендә башҡа балалар кеүек ялан аяҡ, әрһеҙ, эшлекле булып үҫә. Ситтә эшләргә мәжбүр булған әсәһе уны үҙ янына ([[Мерәҫ]] ауылына) алғандан һуң Бибисара әсәһенә ярҙамсы ла, дуҫ та булырға тырыша. Ҡабаттан тормош ҡороп, күмәк балалар тәрбиәләгән, ауыр тормош һикәлтәрен оло сабырлыҡ менән үткән әсәһенә ҡарата Бибисара Мостафа ҡыҙы йөрәгендә ғүмер буйы сикһеҙ һөйөү һәм йәлләү тойғоларын һаҡлай.
 
Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, бишенсе класты Таулыҡай ауылында уҡырға тура килә, туғандарында йәшәй. Алтынсы кластан алып, үҙ теләге менән, Сибай мәктәп-интернатында белем ала. 12 йәшлек үҫмер ҡыҙ-бала, башҡалар йәйге каникулдарҙа пионерлагерҙарында рәхәтләнеп ял иткәндә, колхозда 25-шәр һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһында эшләй<ref name="Шоңҡар журналы"></ref>. Нәҫелдән килгән йырлау һәләте күскән Бибисара концерттарҙа ла ҡатнаша, эшкә лә әрһеҙ, аҡыллылығы, еңмешлеге, шуҡлығы менән башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙҙы ауыл етәкселәре ҡурсалап, артабанғы уҡыу яғын хәстәрләйҙәр.
 
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова үҙенсәлекле тормош юлын үтә. Бер яҡтан ул иң бәләкәй вазифанан директор вазифаһына тиклем үрләгән кеше булһа, шул өлкәлә тәүәккәл, хатта ныҡышмал етәксе булараҡ абруй ҡаҙанһа, икенсе яҡтан ул ғүмере буйы сәнғәтте, йыр-моңдо үҙ итеүсе кеше булараҡ та халыҡ араһында билдәлелек яулай.