Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
 
== Биографияһы ==
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1948 йылдың 21 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Баймаҡ районы]] [[Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы)|Бәхтегәрәй]] (Әпек) ауылында донъяға килгән. 8 йәшенә тиклем Бибисара өләсәһендә тәрбиәләнә, ауыл ерендә башҡа балалар кеүек ялан аяҡ, әрһеҙ, эшлекле булып үҫә. Ситтә эшләргә мәжбүр булған әсәһе уны үҙ янына ([[Мерәҫ]] ауылына) алғандан һуң Бибисара әсәһенә ярҙамсы ла, дуҫ та булырға тырыша. Ҡабаттан тормош ҡороп, күмәк балалар тәрбиәләгән, ауыр тормош һикәлтәрен оло сабырлыҡ менән үткән әсәһенә ҡарата Бибисара Мостафа ҡыҙы йөрәгендә ғүмер буйы сикһеҙ һөйөү һәм йәлләү тойғоларын һаҡлай.
 
Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, бишенсе класты Таулыҡай ауылында уҡырға тура килә, туғандарында йәшәй. Алтынсы кластан алып, үҙ теләге менән, Сибай мәктәп-интернатында белем ала. 12 йәшлек үҫмер ҡыҙ-бала, башҡалар йәйге каникулдарҙа пионерлагерҙарында рәхәтләнеп ял иткәндә, колхозда 25-шәр һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһында эшләй. Нәҫелдән килгән йырлау һәләте күскән Бибисара концерттарҙа ла ҡатнаша, эшкә лә әрһеҙ, аҡыллылығы, еңмешлеге, шуҡлығы менән башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙҙы ауыл етәкселәре ҡурсалап, артабанғы уҡыу яғын хәстәрләйҙәр.